Әстерхан ханлығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әстерхан ханлығы (татар. Xacitarxan xanlığı, ترخان حاجی خانلغی) — Алтын Урҙа тарҡалыуы һөҙөмтәһендә XVI быуатта Түбәнге Волгала барлыҡҡа килгән төрки дәүләте. Баш ҡалаһы — Волганың уң ярында урынлашҡан Хажи-Тархан (Аждархан) ҡалаһы, хәҙерге Әстерхандан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Шареный бугор ҡаласығы. Төп халҡын татарҙар һәм нуғайҙар тәшкил иткән[1].
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми тел ...
Әстерхан ханлығы | |
татар. Xacitarxan xanlığı | |
Нигеҙләү датаһы | 1466 |
---|---|
Рәсми тел | иҫке төрки теле һәм Нуғай теле |
Административ үҙәк | Хажи-тархан |
Идара итеү формаһы | ханлыҡ |
Ҡулланылған тел | иҫке төрки теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1556 |
Рәсми дине | Сөнниҙәр |
Әстерхан ханлығы Викимилектә |
Ябырға