From Wikipedia, the free encyclopedia
Дан ордены — CCCР-ҙың хәрби ордены, СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 ноябрендәге «I, II һәм III дәрәжә Дан орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырыла. Орден менән Ҡыҙыл Армияһының старшиналары һәм сержанттары, рядовой составы хәрбиҙәре, ә авиацияла — шулай уҡ кесе лейтенант званиеһындағы хәрбиҙәр бүләкләнә.
Дан орденының өс дәрәжәһе була, уларҙың иң юғарыһы — I дәрәжә — алтын, ә II һәм III дәрәжә — көмөш (икенсе дәрәжә билдәһенең медальоны алтын менән ялатылған). Орден статутына ярашлы, бүләкләү ҡәтғи тәртиптә түбәнге дәрәжәнән башлап юғарыһына табан үткәрелергә тейеш.
Бөйөк Ватан һуғышы алыштарындағы айырыуса ҡаһарманлыҡтары һәм башҡа хәрби конфликттарҙағы батырлыҡтары өсөн миллионға яҡын III дәрәжә Дан ордены, 46 меңдән ашыу — II дәрәжә һәм 2678 — I дәрәжә орденд тапшырылған. Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Дан орденының тулы кавалерҙары 2671 кеше иҫәпләнә, улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ. 7 кеше I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнгән, әммә тулы кавалер булып һаналмаған.
Дан орденының тулы кавалерҙарынан 100‑ҙән ашыуы — Тарихи Башҡортостанда йәшәүселәр, улар араһынан Башҡортостан Республикаһында 44 кеше тыуған[1].
Башҡортостан Республикаһынан ситтә ҡалған Ырымбур һәм Өфө губерналарында, Пермь һәм Һамар губернаһы өлөштәрендә тыуғандар. |
Башҡортостан Республикаһына башҡа төбәктәрҙән килгәндәр, шул иҫәптән Башҡорт АССР-ы территорияһында армия сафына алынғандар һәм мобилизацияланғандар. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.