From Wikipedia, the free encyclopedia
Иван Григорьевич Драченко (15 ноябрь 1922 йыл — 16 ноябрь 1994 йыл) — осоусы-штурмовик, Советтар Союзы Геройы, Дан орденының тулы кавалеры (4 Дан орденының тулы кавалерынан «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булыусыларҙың береһе). Бер күҙен юғалтҡан һуң да һуғышыуын дауам итә.
Драченко Иван Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 15 ноябрь 1922[1] |
Тыуған урыны | Великая Севастьяновка[d], Уманский уезд[d], Киевская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1994[1] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Киев, Украина |
Ерләнгән урыны | Байково зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик, яҙыусы |
Уҡыу йорто |
Тамбовская военная авиационная школа пилотов[d] Юридический факультет Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | лейтенант һәм Капитан |
Һуғыш/алыш | Курск һуғышы[d], Висло-Одерская операция[d] һәм Берлинская наступательная операция[d] |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Драченко Иван Григорьевич Викимилектә |
1922 йылдың 15 ноябрендә хәҙерге Черкассы өлкәһенең Христиновск районында Оло Севастьяновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Украин. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Урта мәктәпте һәм Ленинград аэроклубын тамамлай. Был 1941 йылдан Ҡыҙыл Армияла. 1943 йылдың йәйендә Тамбов хәрби авиация пилоттары мәктәбен тамамлай һәм летчик-штурмовик сифатында фронтҡа ебәрелә. Курск дуғаһында һуғыша.
1943 йылдың 14 авгусындаХарьков районында, полк командирын ҡотҡарырға була Ил-2-лә дошман истребителен таранлай. Таран ваҡытында ҡаты яралана, аңһыҙ килеш әсирлеккә алына. Хәрби әсирҙәр лагерында совет табибы уға ҡатмарлы операция яһай[2], ләкин уң күҙен ҡотҡара алмай. 1943 йылдың сентябрендә Драченко әсирлектән ҡаса. Мәскәү госпиталендә дауаланғандан һуң, 1944 йылдың мартында ҡабаттан оса башлай. 140-сы гвардия штурм авиацияһы полкы (2-се һауа армияһы 1-се гвардия штурм авиация корпусының 8-се гвардия штурм авиацияһы дивизияһы) составында һуғыш аҙағына тиклем сафта була.
Һуғышы йылдарында 151 хәрби осош яһай, 24 һауа һуғышында дошмандың 5 самолетын бәреп төшөрә, 9-ын аэродромдарҙа уҡ юҡ итә, 4 күпер ҡыйрата, дошмандың бик күп тере көсөн һәм техникаһын юҡҡа сығара.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 26 октябрендәге Указы менән Иван Григорьевич Драченкоға менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла.
Һуғыштан һуң И. Г. Драченко Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә, әммә 1947 йылда һаулыҡ торошо буйынса капитан дәрәжәһендә запасҡа сығарыла. 1953 йылда Киев дәүләт университетының — юридик факультетын, һуңынан аспирантура таммалай. Мәктәптә директоры булып эшләй, һуңынан Киевта Ҡала мәҙәниәт һарайында — директоры урынбаҫары. 1994 йылдың 16 ноябрендә вафат була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.