From Wikipedia, the free encyclopedia
Молока́ндар — христиан диненендәге бер ағым вәкилдәре.
Молокандар | |
Әһәмиәтле кеше | Зиновий Данилович Захаров[d] һәм Александр Степанович Проханов[d] |
---|---|
Нигеҙләүсе | Уклеин, Семён Матвеевич[d] |
Дәүләт |
Америка Ҡушма Штаттары Мексика Рәсәй Украина Грузия Әзербайжан Әрмәнстан |
Барлыҡҡа килеү урыны | Тамбов губернаһы[d] |
Нигеҙендәге текст | Библия |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Штунда[d] |
Рәсми сайт | сдхм.рф |
Кто представляет | дини ойошма[d] |
Бүленеп сыҡҡан | Духоборы[d] |
Молокандар Викимилектә |
Рәсәй империяһында молоканлыҡ бидғәт тип һанала һәм император Александр I 1803 йылғы указына тиклем эҙәрлекләнә. Был указ иһә молокандарға бер аҙ еңеллек бирә. Молокандар 1805 йылдың 22 июлендәге «Молокан һәм духобор диненең азатлығы тураһында» исеме аҫтында батша указы булыу тарихын белә. Молокандарҙың береһендә молокан вәкилдәре Журавцов, Мотылев, Лосевтарҙың Мәскәүгә походы тураһында яҙма һаҡланған була, йәнәһе, Александр I уларҙың үтенесен һәм үҙ указын раҫлау өсөн "дәүләт советы"н йыйған. 1905 йылдың июлендә ошо яҙма Тифлис губернаһы Воронцовка ауылында юбилей съезы үткәреүгә сәбәп була.
Молокандар үҙ ҡараштары, дини йырҙары, тәғлимәте, байрамдарының айырмалыҡтары менән айырым дини хәрәкәтте тәшкил итәләр. Ошондай йүнәлештәр араһынан молоканлыҡта айырыуса «епшек молокандар» (һыуҙа суҡыныусылар) ырғыусы молокандар, шәмбе молокандары (шәмбе көнөн ихирам итеүселәр), «дух-и-жизниктар» («Дух и жизнь» («Рух һәм тормош») китабына табыныусылар, уны улар Библияның өсөнсө өлөшө тип иҫәпләүселәр) һәм башҡалар бар[1].
Молокандар православныйҙарҙан Библия текстарына аллегорик һәм символик аңлатмалар биреү менән айырылалар. Үҙ тәғлимәтенә ярашлы улар:
1765 йылда Тамбов Диниә Консисторияһы Изге Синодҡа юллаған ғаризаһында Уклеин тәғлимәтен беренсе тапҡыр молоканлыҡ тип атай[2]. Күрәһең, уларға «молокандар» ҡушаматын православныйҙар биргән. Атаманың килеп сығышы тураһында бер нисә теория бар. Уларҙың береһенә ярашлы, молокандар ураҙа көндәрендә православие ҡанундары буйынса тыйылған һөт эскәндәр, шуның өсөн уларҙы молокандар тип исемләгәндәр[3]. Ҡайһы берҙәр «молокандар» атамаһын Молочная исемле йылға менән бәйләй, әлеге йылға Мелитополь өйәҙендә аға, ә молокандарҙы шул яҡҡа һөргөнгә ебәргәндәр. Шулай уҡ молокандар төрмәлә һәм армияла һөткә өҫтөнлөк биргәндәр тигән фараз да бар, сөнки молокандар сусҡа итен ашамайҙар, ә был итте һөттә бер нисек тә бешереп булмай. Молокандар үҙҙәре Библиялағы «рухи һөт» метафораһына һылтаналар (1Пет. 2:2)[4].
Иң тәүҙә, молокандар һәм духоборҙар «рухи христиандар» булараҡ берҙәм дини ағым булған. Семен Уклеин Илларион Побирохин менән танышҡандан һуң, үҙенең ҡатыны менән айырылыша һәм православие диненән рухи христианлыҡҡа күсә.1765 йылда консорциумда ҡаралғандан һәм динде булдырғандан һуң Семен Уклеин, ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, Тверитинов тәғлимәте менән таныш була, һуңынан ул Побирохиндың ҡайһы бер ҡараштарын ҡабул итә алмағанлыҡтан, рухи христианлыҡта яңы йүнәлеш аса[5].
Молоканлыҡҡа нигеҙ һалыусыларҙың исемдәре билдәһеҙ, әммә ошо тәғлимәтте таратыусы, элекке духобор Семен Уклеин икәне билдәле, уның ҡатыны Тамбов губернаһынан духоборҙар башлығы Илларион Побирохиндың ҡыҙы. Тамбовтан молоканлыҡ бик тиҙ арала Һарытау, Әстерхан, Воронеж һәм башҡа губерналарға тарала.
Ставрополь крайында байтаҡ молокан вәкилдәре йәшәй. Хәҙерге көндә Ставрополь крайында молокан общиналары:
Молокандар[6] үҙ тарихы дауамында күп ҡыйынлыҡтар һәм михнәттәр кисергән. Әгәр Александр I идара иткәндә мәхәллә власть мәрхәмәтендә булған булһа, Николай I килеүе менән эҙәрлекләүҙәр башлана. Молокан ғибәҙәт ҡылыу йыйылыштары, йолалар атҡарыу тыйыла, шулай уҡ уларҙы эшкә алыу тыйыла. Указ менән паспорттар биреү тыйылыуға ҡарамаҫтан, молокандар йәшәү урынына беркетеләләр, Рәсәй империяһының бөтә үҙәк губарналарында таралып йәшәгән молокандар сауҙа эшендә, ғөмүмән, эш табыуҙа, ҡыйынлыҡ кисерәләр.
1830 йылда Николай I указы буйынса молркандар һәм духоборҙар Кавказ аръяғы прровинцияларына ебәреләләр. Үҙ йорттарын, хужалыҡтарын ҡалдырып, улар Рәсәйҙең көньяғынан Кавказ аръяғына күсенергә мәжбүр ителә, бында улар яңы территорияларҙы, башлыса Мугань һәм Ставрополь крайын үҙләштерәләр. Ошо уҡ ваҡытта молокандар араһында дини энтузиазм көсәйә, сөнки улар араһынжа 1836 йылда Арарат тауы тирәһендә Ғайса пәйғәмбәрҙең меңъйыллыҡ дәүере башланыуы тураһында имеш-мимештәр тарала.
Шулай уҡ бик күп молокан ғаиләләре Украина далаларына оҙатыла, башлыса хәҙерге Запорожье өлкәһенә, молокандар унда хәҙерге көндә лә йәшәйҙәр[7].
Молокандар тәүгеләрҙән булып Амур өлкәһенә лә күсәләр. 1890 йылда уларҙың һаны 5454 кеше тәшкил итә[8].
XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә молокандарҙың һаны 500 меңдән ашыу була. Уларҙың күбеһе Кавказ аръяғында (шул иҫәптән һуңынан Төркиә ҡарамағына күскән Карс өлкәһендә) һәм Төньяҡ Кавказда көн күрә.
Ҙур өлөшөн көньяҡ райондарында Владикавказдың көньяҡ районындағы бик ҙур район әлеге ваҡытҡа тиклем Молоканка тип исемләнә (Молокан слободаһы исеменән), күп кенә ҡоролмалары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Әлеге районда молокан йыйылыштары йорто эшен дауам итә, йыйылыштарҙа яҡынса 150 кеше йыйыла. Баҡылағы үҙәк ҡала баҡсаларының береһе Молокан баҡсаһы исемен йөрөтә (революцияға тиклем — Мария скверы, хәҙер рәсми рәүештә Хағани исемендәге баҡса); хәҙерге көндә лә Баҡы халҡы был баҡсаны элеккесә исемләй. Тббилисиҙа бер районды «Молокан баҙары» тип йөрөтәләр.
ХХ быуат башындағы һуғыштар һәм Карс әлкәһен Төркиәгә тапшырыу һөҙөмтәһендә молокандар үҙҙәренә яңы йәшәү урынын эҙләргә мәжбүр булалар. 1921 йылда, Карс өдкәһе бөтөнләй Төркиәгә бирелгәс, РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле Буду Мдивани молокандар араһында коммунистик идеяларҙы пропагандалап йөрөй. Молокандар коллектив хужалыҡ алып барғанға күрә, Совет властары йәшәү рәүеше буйынса молокандар уларға яҡын тип иҫәпләй. Әммә улар өсөн иң мөһиме дин булғанлыҡтан, улар Мдивани пропагандаһына ҡолаҡ һалмайҙар. Әммә Төркиә властарына совет вәкиленең килеп йөрөүе оҡшамай һәм улар молокандарҙан ҡотолоу юлдарын эҙләй башлай. 1962 йылда аҙаҡҡы молокандар Ставрополь далаларына күсеп ултыралар, сөнки ислам дине өҫтөнлөк иткән илдә артабан йәшәү хәүефле була башлай[9].
Молокандарҙы төрөк армияһы сафтарына саҡырыу башлана, шуның арҡаһында күпселек молокандар 1920 йылдарҙа АҠШ, Канада, Чили, Яңы Зеландия, Маньчжурияға күсеп китәләр. Ставрополь крайынан тыш, молокандар Әстерхан өлкәһендә хәҙерге көндә лә молокан вариҫтары йәшәй[10][11][6].
Совет хөкүмәте шулай күскенселәргә Сальск далаларында сиҙәм ерҙәрҙе, улар хәҙер Ростов өлкәһенең Целина районы составына инәләр. Унда хәҙерге ваҡытта ла бик әүҙем молокан ойошмалары бар[13].
1900-се йылдар башында бер нисә мең молокан АҠШ-ҡа (көнбайыш яр[14] һәм Мексикаға (төньяҡ-көнбайыш) күсенә.
1935 йылда Лос-Анджелес Архиепархияһы ординарийы Джон Джозеф Кэнтуэлл молокандар араһында католик миссияһын ойоштороу өсөн дин әһеле Михаил Недоточинды саҡыра һәм Эль-Сегундола Изге апостол Андрей Урыҫ католик сиркәүенеңмәхәлләһен булдыра[15].
Бөгөнгө көндә Ҡушма штаттарҙа үҙҙәрен молокан тип иҫәпләгән 20 мең самаһы кеше йәшәй, шул иҫәптән молокан ғибәҙәтханаларына 2 меңгә яҡын молокан даими йөрөй[16].
1997 йылда американ молокандары ярҙамында Ставрополь крайындағы Кочубеевск ауылында Молокан үҙәге асыла[17].
Краснодар крайында (Отрадненск районы) Яңы Ардоган Яңы утары була, унда молокандарҙы Карстан күсерәләр; 1 1900 йылдан 1978 йылға тиклем унда молокандар йәшәй, хәҙер зыяраты ғына ҡалған[18].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.