Сибай (йыр)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сибай (Сибай кантон) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Ҡыҫҡа факттар Башҡарыусы, Жанр ...

Тарихы

Thumb
С. Г. Рыбаковтың китабы

«Сибай» йырын башҡорттар элек-электән яратып башҡара. Тәүге тапҡыр 1894 йылда С. Г. Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең I Этҡол ауылында (Баймаҡ районы) Б.Ғ. Юлыевтан яҙып ала һәм үҙенең «Музыка и песни уральских мусульман» тигән китабына индерә. Йырҙың варианттарын А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, (1937 йылда М.Ә. Байымовтан), К. Й. Рахимов, Л.Ҡ. Сәлмәнова, И. В. Салтыков, Х. Ф. Әхмәтов һәм башҡалар яҙып ала.

«Сибай»[1] йырының тарихын ғалимдар Ә. И. Харисов, С. Галин, А. Камалов өйрәнгән. Ә. И. Харисов фекеренсә, «Сибай» йырын 19-сы быуаттың икенсе яртыһында юғары вазифаны биләгән хәрби кеше ижад иткән.

Йырҙа Ватанға һөйөү һәм уны һағыныу тураһында әйтелә.

«Сибай» йырының көйө бай биҙәлеше, киң диапазон (теридецима) менән айырылып тора, уға алмашынып торған метроритмик структура һәм лад хас. Йыр өлөштәрен берләштергән вокализ (орнаментлы мотив) йырға үҙенсәлек һәм көсөргәнешлек өҫтәй.

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында алтынсы Башҡорт казак ғәскәре башлығы, сәсән, импровизатор, «Сибай» йырының авторы Сибай кантон булараҡ билдәле Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаевты хөрмәтләп иҫләйҙәр.

Remove ads

Хәтер

Сәсәндең вариҫтары йәшәгән йортта мемориаль таҡта ҡуйылған. Шаһиәхмәт Сибаев исеме Сибай ҡалаһында, Әбйәлил районындағы Рәхмәт ауылында урамдарға бирелгән.

Сибай институты (СИБДУ) алдында сәсәндең бюсы ҡуйылған. Шаһиәхмәт Сибаев ауылдаштары менән хушлашҡан ҡалҡыулыҡ «Сибай биләне» тип атала, Бында ул «Сибай» йырының (1858 йыл) тәүге куплетын йырлап ишеттерә. Сәсәндең тыуыуына 195 йыл тулыу хөрмәтенә «Сибай» йырына һәм уның авторына арнап монумент ҡуйыла.

Remove ads

Йырҙың тексы

Беренсе варианты

Йәшел генә сана, зәңгәр дуға
Еткерһәнә, Фатимам, тур(ы)атҡа.
Эй-й… Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешер инем дә, Фатимам, моратҡа.
Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел,
Һайраһа ла туғайы тиң түгел.
Эй-й… илама ла, ай, илама ла,
Йүгереп атлап ҡайтыр ер түгел.
Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға,
Талпына ла микән ҡош күреп,
Эй-й… киң түшкәйҙәрен тарҙар йәйеп
Көтә микән Фатимам төш күреп.

Икенсе варианты

Иртән генә тороп, бер ҡараһам,
Ҡырҡты менән Өртәк күренә.
Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе,
Заруаттан күркәм күренә.
Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға,
Талпына ла микән ҡош күреп,
Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп,
Көтә микән Фатимам төш күреп.

Башҡарыусылар

Ғ.Әлмөхәмәтов, М.Хисмәтуллин, Х. Ғәлимов, Р. Йәнбәков, А.Солтанов, С.Абдуллин, И. Солтанбаев һәм бик күп башҡа йырсылар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads