Акюрейри

From Wikipedia, the free encyclopedia

Акюрейриmap
Remove ads

Акюрейри (исп. Akureyri) — Исландияның төньяҡ өлөшөндәге ҡала һәм община; ҡала ҙурлығы буйынса илдә дүртенсе. (Рейкьявик, Копавогур һәм Хабнарфьордюр). 2009 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы 18 041 кеше тәшкил итә[7]. Уны шулай уҡ Исландияның «төньяҡ баш ҡалаһы» (исп. Höfuðstaður Norðurlands) тип тә атайҙар.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

Беренсе викингтар Акюрейри районында беҙҙең эраның IX быуатында уҡ йәшәгәндәр. Акюрейри исеме 1562 йылда, бер ҡатын хыянаты өсөн бында һөргөнгә ҡыуылған саҡта телгә алына. Даими йәшәү урыны булараҡ 1778 йылдан билдәле. 1786 йылдан Акюрейри Дания короленән ҡала статусын ала.

Географияһы

Акюрейриның географик координаталары — 65°41′ төньяҡ киңлектә, 18°06′ ҡышҡы оҙонлоҡта. Ҡала Эйя-фьорд фьордының көнбайыш ярында урынлашҡан, тауҙар менән уратып алынған, иң бейек тауы Сулур (Súlur) 1213 метр бейеклектә. Диңгеҙ яры буйы бейек булмаған текә уба алдында тигеҙ тар һыҙаттан ғибәрәт. Ҡала буйлап Глерау йылғаһы (Glerá) аға. Ҡаланың тауҙар уратып алған оҙон фьорд аҙағында урынлашыуы арҡаһында, климаты яр буйы климатына ҡарағанда утрау эсе климатлы: Исландияның башҡа күп өлөштәренә ҡарағанда бында температура ныҡ үҙәреүсән (йылы йәй, һалҡын ҡыш). Акюрейрины тауҙар елдән һаҡлай.

Акюрейри янында билдәле Годафосс шарлауығы бар, унда Исландия халҡын суҡындырғанда мәжүси боттарын ташлағандар.

Климаты

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Спорты һәм мәҙәниәте

Ҡалала үҙенең университеты һәм ике ботаник баҡсаһы бар. Төп иҫтәлекле урындарҙың береһе — лютеран сиркәүе Акюрейраркиркья тора.

Акюрейри илдең ҡышҡы спорт төрө үҙәге һанала. Бында сноумобиль, скутерҙарҙа сәйәхәт итергә, саңғыла йөрөргә була, хоккей буйынса чемпионаттар үткәрелә.

  • 2017 йылда боҙ аренаһында шайба менән хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты турниры үтә.

Билдәле кешеләре

  • Акюрейри ҡалаһында Евровидение-2009 конкурсы ҡатнашыусыһы йырсы Йоханна йәшәгән.
  • Акюрейрила Евровидение-2008 конкурсында Eurobandið дуэты составында ҡатнашыусы Омар Фридрик тыуған.

Иҫтәлекле урындары

  • Акюрейри сиркәүе
  • Глерауркиркья

Туғандаш ҡалалар

Thumb
Акюрейри

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads