Ангола

From Wikipedia, the free encyclopedia

Анголаmap
Remove ads

Анго́ла (порт. Angola, рәсми исеме — Анго́ла Республикаһы (порт. República de Angola ʁɛˈpublikɐ dɨ ɐ̃ˈɡɔlɐ) — Көньяҡ Африкалағы дәүләт.

Ҡыҫҡа факттар

Көньяҡтан Намибия, төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан Конго Демократик Республикаһы, көнсығыштан Замбия һәм Конго Республикаһы (Кабинда анклавы) менән сиктәш. Атлантик океан менән йыуыла. Португалияның элекке колонияһы.

1976 йылдың 1 декабренән БМО ағзаһы.

Remove ads

Этимология

«Ангола» (порт. Angola) топонимы хәҙерге Ангола биләмәһендә XV—XVII быуаттарҙа булған Ндонго дәүләте исеменән барлыҡҡа килгән, икенсе фараз буйынса португал колонизаторҙарына ҡаршылыҡ күрһәткән дәүләи хакимы Зинга Мбанди Нгола исеменән барлыҡҡа килән. Португал колонизаторҙары был атамыны «Ангола колроллеге» (порт. Reino de Angola) тип атаған[2]. Теүәлерәк әйткәндә, 1571 йылда Ангола губернаторы һәм Луанданы нигеҙләүсе Диаш де Новаиш Паулу шулай тип атаған[3].

Remove ads

Тарихы

1482 — диңгеҙсе Диогу Кан етәкләгән Португалия экспедицияһы Ангола ярына аяҡ баҫа. 1576 — португалдар Сан-Паулу-ди-Луанда фортын төҙөй, һуңынан ул Анголаның баш ҡалаһы була. XIX быуат уртаһына тиклем Анголала португалдарҙың төп шөғөлө ҡоллоҡҡа һатыу була; яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 300 йыл эсендә илдән (башлыса Бразилияға) 5 миллион кеше сығарылған.

18851894 — Португалия, Бельгия, Германия һәм Англия килешеүе нигеҙендә Анголаның хәҙерге сиктәре билдәләнә.

1951 — Ангола Португалияның «диңгеҙ аръяғы провинцияһы» статусын ала.

1950-се йылдар — беренсе баш күтәреүселәр төркөмө барлыҡҡа килә — МПЛА, УПА.

1961 —Холден Роберто етәкләгән португалдарға ҡаршы ихтилал. Баш күтәреүселәр лагеры күрше Конгола (Киншаса) урынлаша. Ангола азатлығы өсөн һуғыш 14 йыл дауам итә. Шул уҡ ваҡытта МПЛА һәм ФНЛА араһында ҡаршылыҡтар килеп сыға. 1962 —Холден Роберто етәкселегендә ситтә Ангола республикаһы хөкүмәте ойошторола.

1974 — Португалияла «ҡәнәфер революцияһы». Португалия бөтә колонияларын азат итә. 1975, 11 ноябрь — Ангола бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. Беренсе президенты МПЛА лидеры Агостиньо Нето була. Азатлыҡ илгә тыныслыҡ килтермәй. Илдә советтар яҡлы МПЛА һәм американдар яҡлы УНИТА, ФНЛА араһында граждандар һуғышы башлана. Был һуғыш милләт-ара ҡаршылыҡтар араҡаһында көсәйә.

1975 — МПЛА регуляр Куба армияһы ярҙамын ҡуллана, УНИТА — КАР ярҙамын ҡуллана, ФНЛА — Заир ярҙамы менән файҙалана.

Thumb
Граждандар һуғышы ваҡытында Луандала хәрби парад

1977, 1978 —Генерал Мбумба етәкселегендәге Ангола армияһы Заирға баҫып инә. 1977 йылда Марокко ғәскәрҙәре Заирға Ангола баҫымтаһын кире ҡағырға ярҙам итә. 1979 — Ангола президенты итеп МПЛА лидеры Жозе Эдуарду душ Сантуш тәғәйенләнә. 1980 — хөкүмәт армиһы ФНЛА армияһын тар-мар итә.

1992 — Советтар Союзы ярҙамынан мәхрүм булғас, МПЛА иғтибарын АҠШ-ҡа йүнәлтә. 2002 — көнсығыш Мишоко провинцияһында хөкүмәт ғәскәрҙәре менән атыш ваҡытында УНИТА лидеры Жонаша Савимби һәләк була. Анголала граждандар һуғышы тамамлана.

2010 — Анголала футбол буйынса африкандарҙың милли кубогы уҙғарыла.

Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәре бар (11.11.1975 йылда СССР менән төҙөлгән).

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads