Конго Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Конго Республикаһыmap
Remove ads

Конго Демократик Республикаһы менән бутамаҫҡа.

Ҡыҫҡа факттар

Конго Республикаһы — Үҙәк Африкалағы дәүләт. Габон, Камерун, Үҙәк Африка Республикаһы, Конго Демократик Республикаһы һәм Ангола менән сиктәш, Атлантик океанға сығыу юлы бар.

Thumb
Конго республикаһы картаһы

Төп йылғалары: Квилу һәм Конго йылға басейнендағы йылғалар.

Remove ads

Файҙалы ҡаҙылмалары

Нефть, тәбиғи газ, күрғаш рудалары, цинк, уран, баҡыр тимер, фосфориттар, алтын, алмаз ятҡылыҡтары бар, шулай уҡ ҙур булмаған ҡурғаш вольфрам, тантао, ниобий ятҡылыҡтары табылған.[1].

Климаты

Климаты — төньяғында даими дымлы экваториаль климат, көньяғы субэкваториаль бүлкәттә.

Уртаса температура:

  • апрелдә — +26 °C
  • июлдә — +22 °C

Яуым-төшөм: 1200—2000 йылына мм.

Тарихы

Тәүҙә Конго биләмәһенә һунарсылыҡ һәм емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән пигмейҙар килеп ултырған. Һуңыраҡ, яҡынса быуаттарҙа, банту ырыуҙары килё, хәҙер улар халыҡтың яҡынса 98 % тәшкил итә.

Банту ҡәбиләләре (конго, вили, йомбе, теке) тәпкеле, ағастарҙы төпләп яндырыу игенселеге менән шөғөлләнгән (төп культуралары - сорго, ҡуҙаҡлылар, ямс). Европалылар барлыҡҡа килгәндә банту башлыса тәүтормош общинаһы ҡоролошо менән йәшәгән, әммә ҡайһы бер ҡәбиләләрҙең инде ҡол биләүселеге барлыҡҡа килгән.

1482 йылда Конго йылғаһы тамағында беренсе Европа экспедицияһы — Диогу Кан етәкселегендәге португал диңгеҙселәре була. Быуат башынан португалдар яр буйындағы ҡәбиләләрҙән һатып алынған ҡолдарҙы Конгонан Бразилияға сығара башлай

Thumb
Король Лоангоның һарайы эргәһендә. Быуаттың 2-се яртыһына ҡараған һүрәт, Африка Тасуирламаһы (1668) китабынан (1668)

Колониаль осор

Быуат аҙағында Конго йылғаһы бассейнында француздар барлыҡҡа килә. 1880 йылда француз флоты офицеры Пьер де Бразза пост төҙөй (хәҙерге Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль ҡалаһы). 1883 йылға француздар яр буйындағы ҡәбиләләрҙең бөтә башлыҡтары менән протекторат тураһында килешеү төҙөй.

1886—1947 йылдарҙа хәҙерге Конго Республикаһы Франция Экваториаль Африкаһы составындағы Франция колонияһы була.

1903 йылда француздар баҡыр рудаһы сығара башлай, ә 1911 йылда улар беренсе тимер юлы тармағын үткәрә. 1934 йылға колонизаторҙар Браззавиль тимер юлы менән Пуэнт-Нуар портын тоташтырған.

1947 йылда Конгоға — Францияның сит ил биләмәһе, ә 1958 йылдан Франция берләшмәһе составында автономиялы республика статусы бирелә.

Ул ваҡытҡа Конгола бер нисә сәйәси партия барлыҡҡа килгән, шуларҙың иң эреләре: Демократик союз һәм Африка социалистик хәрәкәте. Автономиялы республика статусын алғандан һуң, был партия яҡлылар араһында этник-ара булған ҡанлы бәрелештәр ҡуба (бигерәк тә мбоши һәм лали ҡәбиләләре араһында)[2]). Һөҙөмтәлә социалистарҙы тар-мар иткән Демократик союз еңеп сыға.

Бойондороҡһоҙлок осоро

1960 йылдың 15 авгусында Конго Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә[3][4][5][6][7][8]. Фюльбер Юлу тәүге президенты була, ул 1963 йылдың 15 авгусында насар иҡтисади хәл фонында административ аппаратта коррупцияға ҡаршы протест белдереү һөҙөмтәһендә ҡолатыла[9]. Ике көн (1963 йылдың 15-16 авгусы) ил менән Ваҡытлы хөкүмәт идара итә, уның лидерҙары — Давид Муссака һәм Феликс Мозаабакани була.

1963 йылдың 16 авгусында власҡа Альфонс Массамба-Деба етәкселегендә ваҡытлыса хөкүмәт килә, ул 1963 йылдың декабрендә президент була[10]. Милли революцион хәрәкәт партияһы ойошторола[11], ул 1964 йылдан алып илдә берҙән-бер рөхсәт ителгән партия була[12][13]. Социалистик йәмғиәт төҙөү йүнәлеше иғлан ителә (СССР өлгөһөндә), биш йыллыҡ план индерелә, сит ил компанияларының мөлкәте ревизиялана[14].

1968 йылдың авгусында Милли революцион хәрәкәттең элекке идара итеүсе партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы, капитан Мариан Нгуаби етәкселегендәге түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Массамба-Деба ҡолатыла[15][16]. Нгуаби ил президенты, дәүләт Советы рәйесе, оборона министры һәм дәүләт именлеге министры итеп тәғәйенләнә[17][18].Нгуаби совет өлгөһө буйынса социализм төҙөү курсының дауам ителеүе хаҡында иғлан итә[16][19]. 1969 йылда ул илдә идара итеүсе һәм берҙән-бер Конго хеҙмәт партияһын ойоштора. Ил парламенты бөтөрөлә, уның бурыстарын Конго хеҙмәт партияһы Үҙәк комитеты ала[17].

Нгуаби сәйәсәте илдә киң ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1970 йылда баш ҡалала Пьер Кинганга етәкселегендә уң антикоммунистар, Аббат Юлу яҡлылар ҡораллы ихтилалы башлана. 1972—1973 йылда властар 22 февраль Ультраһул оппозиция хәрәкәтен ҡаты баҫтыра.

1977 йылдың 18 мартында Президент Нгуабиҙы капитан Кикадиди үлтерә — фараз ителеүенсә хәрби заговор һөҙөмтәһендә[20]. Власты Жоакким Йомби-Опанго етәкселегендә Конго хеҙмәт партияһының хәрби комитеты ала[11]. Трибунал хөкөмө буйынса экс-президент Массамба-Деба язаға тарттырыла, туранан-тура дәлилдәр булмауға ҡарамаҫтан, властар уны фетнәселәрҙең лидерҙарының береһе тип һанай.[21].

1979 йылдың мартында Конго хеҙмәт партияһының ғәҙәттән тыш съезы була, ул Йомби-Опангоның партияға ҡаршы эшмәкәрлеген (марксизмдан тайпылыш) хөкөм итә.)[11]. Конго президенты итеп Дени Сассу — партия рәйесе, хөкүмәт башлығы, оборона министры, дәүләт именлеге министры һәм эске эштәр министры һайлана. Сассу-Нгессо, алдағылары кеүек үк, совет өлгөһөндә социализм төҙөлөшө курсын дауам итеүе тураһында иғлан итә[17].

1990—1991 йылдарҙа илдә, тотош континенттағы кеүек үк, сәйәси тормошто ярайһы уҡ демократлаштырыу күҙәтелә. 1991 йылдың башында президент Сассу-Нгессо рәйеслегендә үткәрелгән милли-дәүләт конференцияһы марксистик-ленинсы идеологиянан баш тартыуын, күп партиялы демократияға һәм баҙар иҡтисадына күсеүен белдерә. Шул уҡ ваҡытта элекке президенттар Фюльбер Юлу һәм Альфонс Массамба-Деба сәйәси һәм юридик яҡтан аҡлана.

Тәүге ирекле һайлау 1992 йылдың авгусында үтә. Идара итеүсе Конго хеҙмәт партияһы еңелә һәм оппозицияға күсә[22]. Либераль реформалар программаһы менән сығыш яһаған Паскаль Лиссуба президент итеп һайлана.

1992 йылдан 1997 йылға тиклем осорҙа илдә көсһөҙ коалицион хөкүмәттәр идара итә. Лиссуба реформаһы ҡайһы бер макроиҡтисади уңыштарға өлгәшә, әммә ҡулай булмаған социаль хаҡ иҫәбенә. Сәйәси хәл йәнә тотороҡһоҙлана, конфликттар ҡораллы бәрелештәргә әйләнә[23]. 1997 йылда яңы һайлауҙар алдынан Лиссуба менән Сассу-Нгессо яҡлылар араһында граждандар һуғышы ҡуба. Күрше илдәр ҙә ыҙғышта байтаҡ ҡына ҡатнаша. Ангола армияһы Сассу-Нгессоның йомғаҡлау еңеүендә хәл иткес роль уйнай[24].

2001—2002 йылдарҙа Сассу-Нгессо сәйәси либераллекте тергеҙеү процесын үткәрә һәм 2002 йылда ете йылға республика президенты итеп һайлана[25].

2009 йылдың 12 июлендә сираттағы президент һайлауҙары үтә. Ғәмәлдәге президенттан тыш уларҙа тағы 12 кандидат ҡатнаша. Әммә, күп кенә күҙәтеүселәр фекеренсә, уларҙың ҡайһы берҙәре оппозицияны тарҡатыу маҡсатында президент тарафынан махсус тәҡдим ителгән кешеләр ине, ә башҡалары баштан уҡ еңеүгә мөмкинлеге булмаған кәрлә партияларҙан була[26].

Remove ads

Административ-территориаль бүленеш

Конго Республикаһы составына 12 департамент, шул иҫәптән баш ҡалаһы Браззавил һәм Пуэнт-Нуар ҡалаһы инә.

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Департамент (Рус) ...
Remove ads

Халҡы

Thumb
2020 йылға Конго Республикаһының йәш-енес пирамидаһы

Халҡы — 4 366 266 кеше. (2012 й)[29][30]

Этник составы: конго 48 %, санга 20 %, мбоши 12 %, теке 17 %, пигмей 10 %[31], европалылар һәм башҡалар 3 %[29].

Телдәр: француз (рәсми), лингала һәм монокутуба һәм башҡа урындағы телдәр[29].

Иҡтисады

Thumb
Маниок — Конго Республикаһында мөһим аҙыҡ-түлек культураһы
Thumb
Браззавилдән Киншасаға күренеш. Ике баш ҡаланы Конго йылғаһы айырып тора

Иҡтисад нигеҙе  — нефть сығарыу һәм экспортлау (2013 йылда — 14,5 млн тонна[32]). 2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 4,1 мең доллар (донъяла 15-се урын, ҡара Африкала 8-се урын)[29].

Сәнәғәт (68,7 % ЭТП)[29] — нефть сығарыу, цемент етештереү, ағас материалдары, һыра ҡайнатыу, шәкәр етештереү, пальма майы, һабын, тәмәке етештереү.

Ауыл хужалығы (4 %ЭТП)[29] — кассава (тапиока), шәкәр ҡамышы, дөгө, кукуруз, арахис, йәшелсәләр, кофе, какао.

Тышҡы сауҙа

2017 йылда экспорт  — 4,193 млрд доллар[29]. Уның нигеҙен нефть, ағас-таҡта, шәкәр, какао, кофе, алмас тәшкил итә.

Төп һатып алыусылар: Ҡытай 53,8 %; Ангола 6,2 %; Габон 5,7 %; Италия 5,4 %; Испания 5,4 %; Австралия 4,8 %[29].

2017 йылда импорт  — 2,501 млрд доллар[29]. Уның нигеҙен сәнәғәт продукттары, ағас материалдары, аҙыҡ-түлек тәшкил итә.

Төп тәьмин итеүселәр: Франция 15 %; Ҡытай 14 %; Бельгия 12,2 %; Норвегия 8,1 %[29].

Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәгенең халыҡ-ара ойошмаһына инә.

Remove ads

Мәҙәниәт

Файл:Марка Республики Конго 1971.JPG
Конго Республикаһының почта маркаһы

Конго халҡының фольклоры элек-электән бай һәм үҙенсәлекле, әммә яҙма әҙәбиәт 2-се бөтә донъя һуғышынан һуң ғына барлыҡҡа килә[33]. Әҙәби телдәр — француз һәм лингала.

1948 йылда сығыш яһаған тәүге шағир — Жеральд Чикайя (1931 йылдан Парижда йәшәй). Конго прозаһын романсы Жан Малонг (1907 й.) кәүҙәләндерә[11][34].

Һынлы сәнғәттә ағастан эшләнгән семәрле скульптуралар һәм битлектәр өҫтөнлөк итә[35]. Һырлау сәнғәт һөнәренең төп төрө булып тора. Уның менән төрлө ағас әйберҙәр, мебель, ҡабаҡтан яһалған һауыттарҙы биҙәйҙәр[36]. Һырлау менән балсыҡ һауыт-һабаны биҙәйҙәр.

Хәҙерге заман сәнғәтендә Браззавиль райондарының береһенән үҙ исемен алған Пото-Пото һынлы сәнғәт мәктәп-оҫтаханаһының (1951 йылда француз рәссамы һәм этнографы П. Лодс нигеҙ һалған) эштәре айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Урындағы традицияларға таянып, Пото-Пото оҫталары халыҡ тормошон (гуашь, акварель) һүрәтләүҙең үҙенсәлекле стилен эшләгән, уларҙа һүрәт төшөрөү графикаһы һәм аныҡлығы, хәрәкәттәрҙең киҫкен экспрессияһы, пропорцияларҙа һуҙылған фигураларҙың хәрәкәтсән силуэттары төҫтәрҙең декоратив байлығы менән бәйләнгән[11][37].

Конгола йәшәгән күп һанлы халыҡтарҙың музыка мәҙәниәтенең жанр һәм стиль үҙенсәлектәре бик борон башланғыс алған һәм колонияға тиклемге осорҙаүҫеш алған. Баконго, бавили, байомбе, бобанги, бабоши һәм башҡа халыҡтарҙың музыкаль ижады фольклор өлкәһе менән сикләнә[38].

1966 йылда традицион халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы Милли Конго балеты булдырыла[39][40].

Киң мәғлүмәт саралары

Дәүләт телерадиокомпанияһы — CNRTV (Centre national de Radio Télévision congolais — «Конго радиоһы һәм телевидениеһы Милли үҙәге»), үҙ эсенә Télé Congo, радиостанции Radio Congo һәм Radio Brazza телеканалдарын ала.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads