Башҡорт ирекле отрядтары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡорт ирекле отрядтары — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы башҡорт частәренең хәрби формированиелары.
Remove ads
Ойошторолоуы һәм тарихы
Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт хәрби советы фарманына ярашлы 1918 йылдың июль — август айҙарында «Бәләкәй Башҡортостан» территорияһында ойошторола. Барыһы 13 башҡорт ирекле отрядтар ойошторола. Улар кантондар исемдәре менән тап килтерелеп атала: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Көҙәй, Ҡошсо, Табын, Тамьян-Ҡатай, Тоҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан. Хәрби ғәмәлдәрҙең бөтөүе менән отрядтарҙы кантон милиция органдарына әүерелдереү һәм уларҙы Башҡорт Хөкүмәтенең эске эштәр бүлеге ҡарамағына тапшырыу күҙ уңында тотола ине.
Башҡорт ирекле отрядтары Башҡорт ғәскәре составында иррегуляр частар булараҡ тора. Отрядтар Башҡорт хәрби советы янындағы ирекле отрядтарҙың махсус бүлегенә ҡарай, ә октябрҙән — Башҡорт ғәсҡәри идаралығына.
Башҡорт ирекле отрядтарының төп бурысы кантон хакимиәте органдарын һаҡлау булып тора. Шул уҡ ваҡытта 1918 йылдың июль — сентябрь айҙарында отрядтарҙың бер өлөшө В. К. Блюхерҙың Йыйылма Урал отрядына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша.
1918 йылдың октябрендә Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Тоҡ-Соран һәм Үҫәргән отрядтары һәм махсус команда Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге Башҡорт айырым ирекле кавалерия полкына берләштерелә[2].
1918 йылдың декабрендә — 1919 йылдың февралендә Табын, Тамьян-Ҡатай һәм Юрматы башҡорт ирекле отрядтары Ырымбур менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһында фронт линияһының бер участкаһында оборона тоталар.
1919 йылдың февралендә Башҡорт ирекле отрядтары үҙ-үҙҙәрен тарҡата.
Remove ads
Айырыу билдәләре
Remove ads
Әҙәбиәт
- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
- Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
- Башкирский корпус на Востоке России 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
- Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads