Матвиенко Валентина Ивановна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Матвиенко Валентина Ивановна (7 апрель 1949 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, дипломат. 2011 йылдың 21 сентябренән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе Юғары советының бюро ағзаһы[2]. Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы ағзаһы.
![]() | |
Валентины Матвиенко яҙылған тауыш | |
Помощь по воспроизведению |
Remove ads
Биографияһы
Валентина Ивановна Матвиенко (ҡыҙ фамилияһы Тю́тина) 1949 йылдың 7 апрелендә Украина ССР-ы Каменец-Подольск өлкәһенең (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе) район үҙәге булған Шепетовка ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Тютин һәм урындағы театр костмершаһы Ирина Тютина ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Атаһы Валентина икенсе синыфта уҡығанда үлеп ҡала. Ҡыҙҙың бала сағы Черкассы ҡалаһында үтә.
Көмөш миҙәл менән урта мәктәпте бөтөргәс, Черкассы медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны 1967 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1972 йылда Ленинград химия-фармацевтика институтында һөнәр ала. Бишенсе курста уҡығанда Владимир Матвиенкоға кейәүгә сыға. Яҡшы уҡығаны өсөн аспирантураға тәҡдим ителһә лә, ВЛКСМ район комитеты саҡырыуы буйынса комсомол эшен һайлай.
1985 йылда Валентина Матвиенко КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһын, 1991 йылда СССР Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы ҡарамағындағы етәксе дипломатик хеҙмәткәрҙәрҙе камиллаштырыу курсын тамамлай. Украин, немец, инглиз һәм грек телдәрен белә.
Remove ads
Совет йылдарындағы хеҙмәт эшмәкәрлеге
- 1972—1977 йылдар — ВЛКСМ-дың Петроград район комитетының бүлек мөдире, секретары, беренсе секретары (Ленинград ҡалаһы).
- 1977—1984 йылдар — ВЛКСМ-дың Ленинград өлкә комитеты секретары, икенсе һәм беренсе секретары.
- 1984—1986 йылдар — КПСС-тың Ленинград ҡалаһы Красногвардейск район комитетының беренсе секретары.
- 1986—1989 йылдар — халыҡ депутатарының Ленинград ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары (мәҙәниәт һәм мәғариф мәсьәләре буйынса).
- 1989—1991 йылдар — Совет ҡатын-ҡыҙҙары союзынан СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР Юғары Советының Ҡатын-ҡыҙҙар эштәре, ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса комитет рәйесе, СССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
Remove ads
Сит ил эштәре министрлығындағы эшмәкәрлеге
- 1991 йылдан — СССР-ҙың Мальта Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
- 1992—1994 йылдар — Рәсәй Федерацияһының Мальта Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
- 1994—1995 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының махсус эштәр буйынса Илсеһе.
- 1995—1997 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Федерация субъекттары, парламент һәм ижтимағи-сәйәси ойошмалар менән бәйләнеш буйынса Департамент директоры.
- 1995—1997 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының коллегия ағзаһы.
- 1997 йылдың 2 октябренән 1998 йылдың 24 сентябренә тиклем — Рәсәйҙең Греция Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе.
Рәсәй Хөкүмәтендә һәм Рәсәй Президенты Хакимиәтендәге эшмәкәрлеге
- 24.09.1998 −11.03.2003 — Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәйес урынбаҫары.
Был вазифала эшләгәндә Валентина Матвиенко хеҙмәткә түләү һәм пенсиялар буйынса йылдар буйы йыйылып килгән бурыстарҙы бөтөрөүгә, ауырыу айҡанлы бирелгән түләүҙәрҙең күләмен һәм инвалидтарға ҡағылышлы закондарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән финанс сығымдарҙы арттырыуға өлгәшә.
- 11.03.2003 — 15.10.2003 — Рәсәй Президентының Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле. 2003 йылдың июнендә Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы составына индерелә.
- 2003 йылдың 15 октябренән Валентина Матвиенко Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы һәм ҡала Хөкүмәте рәйесе. Был вазифаны ул 2011 йылдың 22 авгусына тиклем башҡара.
Remove ads
Санкт-Петербург губернаторы вазифаһында
Ҡала етәксеһе Владимир Яковлевтың Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле 2003 йылдың 21 сентябрендә Санкт-Петербургта ваҡытынан алда губернатор һайлау үткәрелә. Валентина Матвиенко, һайлаусыларҙың 48,73 % тауышын йыйып, икенсе турға сыға. 5 октябрҙә уҙған ҡабат тауыш биреү нәтижәһендә (63,12 %) ул ҡала губернаторы итеп һайлана. 2006 йылдың 20 декабрендә, ил төбәктәре губернаторҙарын тәғәйенләүҙең яңы тәртибенә ярашлы, Рәсәй Президенты В. В. Путин Валентина Матвиенконың вәкәләттәрен яңы срокка оҙайта.
- 2009 йылдың 20 ноябренән Валентина Матвиенко «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе ағзаһы.
- 2011 йылдың 24 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты (2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы) Рөстәм Хәмитов Валентина Матвиенконы Федерация Советы рәйесе вазифаһына тәҡдим итә. Был Рәсәй Федерацияһының ул саҡтағы Президенты А. А. Медведев яғынан тулы яҡлау таба. 22 августа ул, В. И. Матвиенконың үҙ теләге менән губернатор вазифаһынан китеүен ҡабул итеп, уны был эштән бушатыу тураһындағы указға ҡул ҡуя.
Remove ads
Башҡортостан менән бәйләнештәре
- 2016 йылдың 18—19 апрелендә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко эш сәфәре менән Башҡортостанда булды[3]. Ул «Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк программалары һәм проекттары — йәштәр күҙлегенән» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты[4] һәм уның менән бергә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә барҙы[5].
Remove ads
Сәйәсмән тураһында
- Матвиенко Сәғүд Ғәрәбстаны короле менән осрашты[6][7].
Наградалары
СССР ордендары
- Почёт Билдәһе ордены (1976)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
Рәсәй ордендары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads