Ваҡыт

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ваҡыт
Remove ads

Ваҡыт — физик һәм психик процестарҙың үтеү формаһы, үҙгәреү ихтималлығы шарты[1]. Философияның һәм Физиканың төп төшөнсәләренең береһе, бөтә объекттарҙың йәшәү оҙайлығы үлсәме, процестарҙа уларҙың торошо һәм процестарҙың үҙҙәренең бер-бер артлы алмашыныуы, үҙгәреүе һәм үҫеше характеристикаһы[2], шулай уҡ берҙәм арауыҡ-ваҡыт координаталарының береһе, уның тураһында төшөнсә сағыштырмалыҡ теорияһында үҫешә.

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа өйрәнелә, Дәүмәл билдәһе ...
Thumb
Thumb
Ваҡытты күҙәтеү өсөн хронометр ҡулланыла (мәҫәлән, сәғәт)

Фәлсәфәлә — ул кире ҡайтмаҫ ағым (бер генә йүнәлештә — үткәндән хәҙерге ваҡыт аша киләсәккә ағыусы)[3].

Метрологияла — физик дәүмәл, халыҡ-ара физик дәүмәлдәр системаһының ете төп дәүмәлдәренең береһе (ингл. International System of Quantities, франц. Système International de grandeurs, ISQ)[4], ә ваҡыт үлсәү берәмеге «секунд» — Халыҡ-ара берәмектәр системаһының (СИ) ете төп берәмегенең береһе(франц. Le Système International d’Unités, SI, ингл. International System of Units, SI).

Remove ads

Ҡулланылған тамғалауҙар

Ваҡытты тамғалау өсөн ғәҙәттә латин алфавитының t символы — лат. tempus («ваҡыт») йәки грек алфавитының τ символы ҡулланыла[5]. Математик формулаларҙа йыш ҡына ваҡыт буйынса функцияның сығарылмаһы дифференцияланыусы үҙгәреүсән өҫтөндә нөктә менән тамғалана (мәҫәлән, Лагранж формулаһында бында  — дөйөмләштерелгән координаталар).

Remove ads

Ваҡыт үҙенсәнлектәре

Ваҡыт үҙенең бер йүнәлешле (ҡарағыҙ: Стрела времени), бер үлсәмле булыуы, бер нисә симметрия үҙенсәнлекле булыуы менән характерлана[6].

Шулай уҡ ваҡыт физик дәүмәл булараҡ ниндәйҙер иҫәпләү системаһында периодлы процестар менән билдәләнә, уларҙың ваҡыт шкалаһы тигеҙһеҙ (Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеү процесы йәки кеше пульсы), шулай уҡ тигеҙ булырға мөмкин. Тигеҙ эталон иҫәпләү системаһы «билдәләмә буйынса» һайлана; элегерәк, мәҫәлән, уны Ҡояш системаһының есемдәре хәрәкәте менән бәйләгәндәр (эфемерида ваҡыты), хәҙерге ваҡытта атом ваҡыты шулай тип һанала, ә секунд эталоны — тышҡы ҡырҙар тарафынан ҡуҙғыу булмағанда, цезий-133 атомының төп торошонда ике үтә йоҡа кимәл араһында күсешкә ярашлы нурланыштың 9 192 631 770 периоды. Был билдәләмә — ирекле алынмаған, ә эксперименталь физика үҫешенең хәҙерге этабында кешелеккә билдәле булған иң теүәл периодик процестар менән бәйле[7].

Remove ads

Ваҡыт физикаһының хәл ителмәгән проблемалары

  • Ғөмүмән ни өсөн ваҡыт аға?[8]
  • Ни өсөн ваҡыт һәр саҡ бер йүнәлештә аға?[9]
  • Ваҡыт кванттары бармы?[10]
  • Ни өсөн ваҡыт бер үлсәмле?[11]
  • Эйнштейн тигеҙләмәләренең ҡайһы бер сығарылыштарында Йомоҡ ваҡытҡа оҡшаш һыҙыҡтар бар. Моғайын, был дөйөм сағыштырмалыҡ теорияһында ваҡыттың геометрик тасуирламаһының тулы булмауын һәм дөйөм сағыштырмалылыҡ теорияһын, ваҡыттың тәртип бәйләнеше булараҡ үҙсәнлектәрен биреүсе топологик аксиомалар өҫтәү кәрәклеген дәлилләйҙер[12].

Ваҡыт иҫәбе

Классик, шулай уҡ релятивистик физикала ваҡытты иҫәпләү өсөн арауыҡ-ваҡыттың ваҡыт координатаһы ҡулланыла (релятивистик осрағындае — шулай уҡ арауыҡ координаталары), шуның менән бергә (ғәҙәттәгесә) киләсәк заман өсөн «+» тамғаһы, ә үткән заман өсөн «-» тамғаһы ҡулланыу ҡабул ителгән. Ләкин ваҡыт координатаһының мәғәнәһе классик һәм релятивистик осраҡта төрлөсә (ҡарағыҙ: Ваҡыт күсәре).

Астрономияла, навигацияла һәм социаль тормошта ваҡыт

{{Якорь|astro}Астрономияла һәм навигацияла ваҡыт Ер шарының тәүлек әйләнеше менән бәйле. Ваҡыт иҫәбе өсөн бер нисә төшөнсә ҡулланыла.

  • Урындағы ысын ҡояш ваҡыты (local apparent solar time) — төш ваҡыты Ҡояштың урындағы меридиан аша (тәүлек хәрәкәтендә иң юғары нөктә) үтеүе буйынса билдәләнә. Башлыса, навигация һәм астрономия мәсьәләләрендә ҡулланыла. Был ҡояш сәғәте күрһәткән ваҡыт.
  • Урындағы уртаса ҡояш ваҡыты (local mean solar time) — йыл дауамында Ҡояш саҡ ҡына тигеҙһеҙ хәрәкәт итә (айырма ±15 мин), шуға күрә шартлы рәүештә уртаса ҡояш ваҡыты менән тап килеүсе тигеҙ ағыусы ваҡыт индерелә. Был һәр географик оҙонлоҡ өсөн үҙенең үҙ ваҡыты.
  • Бөтә донъя ваҡыты (Гринвич ваҡыты, GMT) — башланғыс меридиандағы (Гринвич эргәһенән үтә) уртаса ҡояш ваҡыты. Аныҡ бөтә донъя ваҡыты атом сәғәттәре ярҙамында иҫәпләнә һәм UTC (ингл. Universal Time Coordinated, Бөтә донъя координацияланған ваҡыт) тип атала. Был ваҡыт бөтә ер шары өсөн бер тигеҙ ҡабул ителгән. Астрономияла, навигацияла, космонавтикала һәм башҡаларҙа ҡулланыла.
  • Йондоҙ ваҡыты — яҙғы көн менән төн тигеҙлеге нөктәһенең өҫкө кульминацияһы буйынса билдәләнә. Астрономияла һәм навигацияла ҡулланыла.
  • Астрономик ваҡыт — юғарыла бөтә һанап кителгәндәр өсөн дөйөм төшөнсә.
  • Бүлкәт ваҡыты — Һәр тораҡ пунктта үҙ урындағы ҡояш ваҡыты булыу уңайһыҙ булғанлыҡтан, ер шары 24 сәғәт бүлкәтенә бүленгән, уның сиктәрендә ваҡыт бер үк тип иҫәпләнә, ә күрше сәғәт бүлкәтенә күсеү менән теүәл 1 сәғәткә үҙгәрә.
  • Декрет ваҡыты — «бүлкәт ваҡыты плюс бер сәғәт» тип ваҡыт иҫәпләү тәртибе. 1930 йылда СССР-ҙың бөтә территорияһында сәғәт уҡтары 1 сәғәткә алға күсерелә. Мәҫәлән, Мәскәү, рәсми рәүештә икенсе сәғәт бүлкәтендә урынлашһа ла, Гринвичтан +3 сәғәткә айырылған ваҡыт ҡуллана башлай. Күп йылдар дауамында СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә декрет ваҡыты төп гражданлыҡ ваҡыты булып тора.
  • Йәйге ваҡыт (daylight saving time, summer time) — сәғәт уҡтарын ваҡытлы күсереү, яҙ 1 сәғәткә алға, көҙ 1 сәғәткә артҡа.
  • Урындағы ваҡыт (standard time, local standard time) — ярашлы территория урынлашҡан сәғәт зонаһы ваҡыты. Төшөнсә Рәсәйҙә 2011 йылда бүлкәт ваҡыты һәм декрет ваҡыты төшөнсәләре урынына федераль закон менән индерелә.

Ваҡыт үлсәү берәмектәре

Ентеклерәк мәғлүмәт Исеме, Оҙайлығы ...

Геологияла

  • Эон (бор. юнан. αἰών «быуат, эпоха») геологияла — барышында эонотема барлыҡҡа килгән геологик тарих ваҡыт аралығы; бер нисә эраны берләштерә.
  • Эрагеохронологик шкаланың бүлеге, эондың аҫинтервалы, мәҫәлән Кайнозой (кайнозой эраһы). Геологик эраларҙың күпселеге геологик периодтар тип аталған бәләкәйерәк берәмектәргә бүленәләр.
  • Дәүергеохронологик шкала берәмеге, геологик периодтың өлөшө, геологик быуаттарға бүленә. Стратиграфияла геологик бүлеккә тап килә, йәғни геологик дәүер — ул Ерҙең палеонтологик һәм геологик тарихында, ярашлы геологик бүлек барлыҡҡа килтергән тоҡомдар ҡатламы барлыҡҡа килгән йәки ҡатлам булып ултырған ваҡыт аралығы.
  • Периодгеохронологик шкаланың бүлеге, геологик эраның аҫинтервалы.
  • Быуатстратиграфик бүлек, геологик бүлеккәбуйһонған дөйөм стратиграфик шкаланың берәмеге. Стратиграфик зоналарға бүленә. Бер геологик быуат дауамында барлыҡҡа килгән һәм Ерҙең геологик үҫешенең билдәле бер этабына яуап биргән тау тоҡомдары ҡатламын берләштерә. Уның өсөн һәм тик уның өсөнгенә хас булған төрҙәр, тоҡомдар, ырыуҙар менән ҡылыҡһырлана.
  • Стратиграфия (лат. stratum «түшәмә, ҡатлам» һәм бор. юнан. γράφω• (gráfo) «яҙам, һыҙам, һүрәт төшөрәм» һүҙҙәренән) — фән, геологияның ултырма тау тоҡомдарының сағыштырма геологик йәшен билдәләү, тоҡом ҡатламдарын айырыу һәм төрлө геологик ҡатламдарҙы корреляциялау тураһында бүлеге. Стратиграфия өсөн мәғлүмәттең төп сығанаҡтарының береһе — палеонтологик билдәләүҙәр. Археологияла стратиграфия тип культуралы ҡатламдарҙың бер-береһенә ҡарата һәм уларҙы ҡаплаусы тәбиғи тоҡомдарҙың үҙ-ара урынлашыуы атала. Был урынлашыуҙы асыҡлау табылмаларҙы даталау өсөн киҫкен әһәмиәткә эйә (даталауҙың стратиграфик ысулы, планиграфия).

Тарихта

  • d-Дәүер (Яңырыу дәүере, Торғонлоҡ дәүере)
  • Эра
  • Период, осор
  • Быуат

Музыкала

Ҡалып:Заготовка раздела

Музыкала такт оҙонлоғо менән ваҡыт үлсәменең абсолют берәмектәре араһында теүәл тап килеүҙе булдырыу өсөн, ғәҙәттә BPM берәмектәрендә күрһәтелгән метроном һуғыу йышлығы ҡулланыла ала. (ингл. beats per minute — «минутына һуғыуҙар»)[13].

Интернетта

  • Бит — тәүлектең 1/1000 өлөшө, йәғни 1 мин 26 сек самаһы. Был дәүмәл 1998 йылда, хронометрҙарҙың яңы серияһын рекламалау кампанияһы сиктәрендә, Swatch компанияһы тарафынан бөтә сәғәт бүлкәттәре өсөн берҙәм тәүлек ваҡытын күрһәткәндә ҡулланырға тәҡдим ителә. Исеме ингл. beat «һуғыу, такт һәм ваҡытты һуғыу» һүҙенән (бит менән бутамаҫҡа, ингл. bit).

Индуизмда

  • Кальпа — «Брахма көнө», 4,32 миллиард йыл дауам итә һәм 1000 маха-юганан тора (4 юга буйынса периодтар).

Метрология

Ваҡыт һан яғынан ниндәйҙер һандар менән ҡылыҡһырлана. Ваҡыт аралығы тип был һүҙҙең һан мәғәнәһендә, ҡаралған мәлдәрҙә сәғәт күрһәтеүҙәренең айырмаһын аңлайҙар. Ваҡытты үлсәү өсөн хеҙмәт иткән периодик процестар барған теләһә ниндәй есем йәки есемдәр системаһы сәғәт булып хеҙмәт итә ала.[14].

Эталондар

Ағымдағы ваҡытты иҫәпләү саралары (автономлы)

  • Календарь (баҫма матбуғат) (көнлөк/йыллыҡ иҫәп).
  • Сәғәт.
  • Йышлыҡ стандарты.

Ваҡыт интервалдарын барлыҡҡа килтереү саралары

  • Таймер.
  • Ҡом сәғәте.
  • Метроном.
  • Калибрланған тотҡарлыҡ һыҙығы.

Ваҡыт интервалдарын үлсәү саралары

Ваҡытты үлсәү өсөн составында Ваҡыт интервалдарын тергеҙеү саралары — тотороҡло импульстар генераторы (маятник, кварцлы йәки башҡа генераторҙар) булған төрлө калибрланған приборҙар:

  • Секундомер
  • интервалдарҙы үлсәү блогы булған электрон-иҫәпләү йышлыҡ үлсәгесе
  • Осциллограф

Ағымдағы ваҡытты билдәләүҙең үҙәкләштерелгән ысулдары

  • Теүәл ваҡыт хеҙмәте ярҙамында телефон буйынса.
  • Теүәл ваҡыттың аудио- йәки визуаль сигналдарын тапшырыусы теле- йәки радиопрограммалар.
  • Махсус сигналдар ҡулланып махсус радиостанциялар (мәҫәлән, RWM, DCF77 кеүек) аша тапшырылған теүәл ваҡыт сигналдарын ҡабул иткес буйынса.
  • Компьютер буйынса Интернетта махсус сервис селтәре ярҙамында һәм локаль селтәрҙәрҙә (мәҫәлән, NTP кеүек).
  • Ваҡытты GPS аша белергә мөмкинлек биреүсе техник саралар ярҙамында
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Этернализм
  • ISO 8601
  • Многомерное время
  • Управление временем
  • Собственное время
  • Динамическое время
  • Эфемеридное время
  • Система единого времени


Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads