Волгодонск
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Волгодонск — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе ҡалаһы . Волгодонск ҡала округын барлыҡҡа килтерә.
Илдең көньяғындағы иң йәш ҡалаларҙың береһе, 1950 йылдың 27 июлендә Цимлян һыуһаҡлағысын эксплуатациялаусылар ҡасабаһы итеп төҙөлгән. Ростов өлкәһе көньяҡ-көнсығышының эре сәнәғәт һәм фәнни, географик һәм сауҙа-сәнәғәт үҙәге. Ул 12 район ауылдарын (8-е Волгодонск системаһына ҡарай) берләштерә[2][прим. 1],унда Рәсәй көньяғының энергетика үҙәгенең береһе — Ростов (Волгодонск) АЭС-Ы бар. Ҡалала бик ҙур предприятие — «Атоммаш» — СССР-ҙа, ә аҙаҡтан Рәсәйҙә атом энергетика машиналары эшләү производство берекмәһе бар.
Remove ads
Географияһы
Волгодонск Ростов өлкәһенең көнсығышында ике миллионлы ҡала — Дондағы Ростов һәм Волгоград ҡалалары араһында урынлашҡан һәм Рәсәй Федерацияһының эре төп субъекттары — Ставрополь, Краснодар һәм Элиста- ҡалаларына яҡын тора. Ҡала Сальск далаларында , Цимлян һыуһаҡлағысының һул ярында (Дон йылғаһында) урынлашҡан. Биш диңгеҙ — Аҡ , Балтик , Каспий , Азов һәм Ҡара- диңгеҙҙәр менән һыу юлы аша тоташа. Волгодонскиҙа Дон магистраль ирригация каналы башлана.
Remove ads
Климат
Ҡала континенталь климат (ҡоро) зонаһында ҡарай, бында уртаса һалҡын, ҡарлы ҡыш һәм йәй ҡояшлы һәм бик йылы. Июлдә уртаса температура +23,5 °C. , уртаса йыллыҡ температура +9,3 °C (+9,6 °С — хәҙерге нормалар буйынса).
Волгодонскиҙа йылына уртаса яуым-төшөм 448 мм.
Remove ads
Тарих
Волгодонск ҡалаһы Волга-Дон каналы суднолар йөрөй торған канал төҙөлөү арҡаһында барлыҡҡа килгән.Волга һәм Дон йылғаларын XVI быуат аҙағында һәм XVII быуатта бер нисә тапҡыр тоташтырырға маташалар. Волга һәм Дон йылғаларын тоташтырыу тураһындағы мәсьәләне рус ғалимдары бер нисә тапҡыр иҡтисади проблемалар менән бәйләп хәл итергә булышҡандар. 1920 йыл буласаҡ каналдың трассаһында геодезисттар эшләй башлай. 1928 йылда каналды ҡаҙа башлайҙар, тик был эште ҡул көсө менән йырып сығыу мөмкин булмай. 1938 йылда «Техника — йәштәргә» журналында беренсе тапҡыр буласаҡ Волгодонск ҡасабаһы телгә алына[5]. 1940-сы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы арҡаһында канал төҙөү буйынса эш туҡтатып торола.
- Беренсе бөйөк төҙөлөш

Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads