Вологда өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вологда өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ составына инә.
Административ үҙәге — Вологда ҡалаһы.
Remove ads
Географияһы
Вологда өлкәһе төньяҡта — Архангельск өлкәһе, көнсығышта — Киров өлкәһе, көньяҡта — Кострома һәм Ярославль өлкәләре, көньяҡ-көнсығышта — Тверь һәм Новгород өлкәләре, көнбайышта — Ленинград өлкәһе, төньяҡ-көнбайышта — Карелия менән сиктәш.
Өлкә төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай яҡынса 400 киометрға, ә көнбайыштан көнсығышҡа — яҡынса 700 километрға һуҙылған.
Халҡы

1909 йылғы С. М. Прокудин-Горский фотографияһы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкәнең халыҡ иҫәбе 1 187 685 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 8.22 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 72.11 % (2015).
Өлкәнең төп халҡы — урыҫтар (97,27 %[4]), бында көн иткән вепстар һаны 0,04 % тәшкил итә[4]).
2002 йылда Вологда өлкәһендә 232 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Катаев Николай Анатольевич (22.11.1939), ғалим-хоҡуҡ белгесе, эске эштәр органдары ветераны, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1996 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты начальнигы. Отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры (1992). Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (1994). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы (1990—1993) депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Сығышы менән Вологда өлкәһенең Сокол ҡалаһынан[6].
Административ-территориаль бүленеше
2006 йылдан алып Вологда өлкәһе территорияһында 372 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads