Киров өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ки́ров өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Волга буйы федераль округы составына инә.
Административ үҙәге — Киров ҡалаһы.
Remove ads
География
Киров өлкәһе төньяҡта — Коми Республикаһы һәм Архангельск өлкәһе, көнбайышта — Түбәнге Новгород, Вологда һәм Кострома өлкәләре, көньяҡта — Марий Эл һәм Татарстан республикалары, көнсығышта — Пермь крайы һәм Удмуртстан менән сиктәш. Майҙаны — 120 374 км²[3].
Тарих
Киров өлкәһе 1936 йылда Киров крайынан Удмурт АССР-ын бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә ойошторола.
Халҡы
1 000 000
2 000 000
3 000 000
4 000 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 297 474 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 10.78 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 75.98 % (2015).

- Милли состав
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы:
- урыҫтар — 1 199 691 кеше,
- татарҙар — 36 457 кеше,
- мариҙар — 29 598 кеше,
- удмурттар — 13 639 кеше,
- украиндар — 7 718 кеше,
- милләтен күрһәтмәгәндәр — 35 585 кеше.
Киров өлкәһендә 1989 йылда — 624, 2002 йылда — 510 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Билдәле шәхестәр
- Туснолобов Степан Сергеевич (27.10.1918—24.12.1986), нефтсе, Дүртөйлө быраулау идаралығының элекке быраулаусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының танкыға ҡаршы дивизионында орудие командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Почёт Билдәһе ордендары кавалеры. Нолин районы Белогорье ауылынан[5].
Remove ads
Административ-территориаль бүленеш
2006 йылдан алып өлкә территорияһында 371 муниципаль берәмек, шул иҫәптән 6 ҡала округы, 39 муниципаль район, 53 ҡала биләмәһе һәм 273 ауыл биләмәһе бар.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads