Вәлидовтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вәлидовтар — башҡорт дин әһелдәре.
Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Көҙән ауылынан[1], юрматы ҡәбиләһенең суҡлы-ҡай ырыуынан сыҡҡан[2]. XIX быуаттың беренсе яртыһынан Вәлидовтарҙың ата-бабаһы булған Вәлиттең йортонда йыш ҡына йыйындар, йыйылыштар һәм байрамдар үткәрелгән, бында урыҫ генералдары, кантон башлыҡтары, юғары дәрәжә биләүсе дин әһелдәре, шәйехтәр, муллалар йыйылған. Вәлидовтар үҙҙәре хәлле мосолман руханиҙары һәм мөғәлимдәре ҡатламына ҡарай[3].

Вәлидовтарҙың иң билдәле вәкилдәре:
- Әхмәтйән Вәлидов (1828—1867) — Көҙән мәсете имам-хатибы. Мәсет янындағы мәҙрәсәгә нигеҙ һала.
- Мөхәмәтвәли Вәлидов (Әхмәтвали Вәлидов, Вәли-мулла; 1845—1915) — мулла, мөҙәрис. Бохара ҡалаһы мәҙрәсәләренең береһен тамамлай. Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә. 1867 йылдан Көҙән ауылы 1-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы вазифаһын үтәй. Ағаһы Әхмәтйән Вәлидовтың ә һуңынан энеһе Әхмәтшаһтың мәҙрәсәһендә мөҙәрис була. Фарсы, ғәрәп һәм урыҫ телдәрен белә.
- Әхмәтша(һ) Әхмәтйән улы Вәлидов (19.07.1860, Көҙән а. — 20.07.1937, Өфө ҡ.) — имам-хатиб, мөҙәрис. Милләте буйынса башҡорт. Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһен тамамлай. Көҙән ауылы 2-хатибы вазифаһын башҡара. 1890-сы йылдар башында ошо мәсет янында мәҙрәсәгә нигеҙ һала, бында 200-гә яҡын шәкерт белем ала. Мәҙрәсә 4 бинанан торған[5]. ХХ быуат башында мәҙрәсәлә донъяуи фәндәр, уҡытыуҙың яңы ысулдары индерелә. Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенең ағзаһы була, дин белгестәре Әл-Ғазали, Исмәғил Ғаспыралы, Зәйнулла Рәсүлев, Ризаитдин Фәхретдинов ҡараштары яҡлы була. 1937 йылдың 15 июлендә ҡулға алына, РСФСР Енәйәт кодексының 58-10 һәм 58-11 статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырыла, һәм 1937 йылдың 20 июлендә атыла. 1960 йылдың 8 ғинуарында аҡлана[6]. Уның ҡатыны Өммөлхаят Мөхәмәткафи ҡыҙы Вәлидова (1873—1946) Әхмәтшаһ мәҙрәсәһенең ҡатын-ҡыҙҙар класстарында мөғәллимә вазифаһын үтәй. Дин әһеле Х. М. Һатлыҡовтың һеңлеһе була. Үтәк мәҙрәсәһен тамамлай. Фарсы, ғәрәп һәм төрки телдәрен белгән.

Вәлидовтарҙың билдәле вариҫтары араһында артабанғылар бар:
- Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов (Әхмәтзәки Вәлиди Туған; 1890—1970) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967)[7];
- Камил Абдрахман улы Вәлиев (1934—2000) — физик. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989);
- Иҫәнбикә Туған (1940 й.т.) — тарихсы. Фәлсәфә докторы (1973), профессор (1995);
- Сүбәҙәй Туған (1943 й.т.) — иҡтисадсы. Фәлсәфә докторы (1972), профессор (1986).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads