Габсбургтар монархияһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Габсбургтар монархияһы
Remove ads

Габсбургтар монархияһы, Габсбургтар империяһы йәки Австрия монархияһы — Габсбургтарҙың Австрия тармағы хакимлығы аҫтындағы йыйылма территорияларының рәсми рәүештә атамаһы. Ғәҙәттә 1526 йылдан башланған дәүергә ҡарата файҙалана, нәҡ ошо ваҡытта Фердинанд I үҙенең биләмәләренә Чехия тажы ерҙәрен һәм Венгрияны ҡуша. Был дәүер 1804 йылда Австрия империяһы ойошторолғанға тиклем бара. «Габсбургтар монархияһы» термины 1276 йылдан башланған осорға ҡарата (Австрияның Габсбургтар хакимлығы аҫтына күсеү ваҡыты) 1918 йылға тиклем (Австро — Венгрияның емерелеүе) киңерәк мәғәнәлә лә ҡуллана ала. 1804 йылға тиклем Габсбургтар хакимлығы аҫтындағы территорияларҙың рәсми рәүештә берҙәм исеме булмай.

Thumb
Габсбургтар монархияһы территорияһы 1200—1913 йылдарҙа
Австрия тарихы
Thumb

Тарихҡа тиклем Австрия
Норик һәм Реция
Көнсығыш марка
Австрия герцоглығы
Австрия Эрцгерцоглығы
Изге Рим империяһы
(Габсбург монархияһы)
Австрия империяһы
Австро-Венгрия
Беренсе республика
Альп һәм дунай рейхсгау
Союз оккупацияһы
Икенсе республика

Thumb
Габсбургтар монархияһы флагы.

Габсбургтар империяһы атамаһы шулай уҡ Испания, Испания Нидерландтары, Франш — Конте, Ломбардия, Неаполитан короллеге, Сицилия, Сардиния һәм Испанияның Америка биләмәләрен үҙ эсенә алған Изге Рим империяһы императоры Карл V Габсбургтың хакимлығы аҫтындағы дәүләт берәмектәренең йыйылмаһын билдәләү өсөн дә киң ҡулланыла.

Remove ads

Составы

Габсбургтар монархияһы (1526—1804) составына түбәнге территориялар инә:

  • Мираҫҡа ҡалған Австрия ерҙәре:
    • Австрия эрцгерцоглығы (Түбәнге һәм Үрге) ;
    • Штирия герцоглығы;
    • Каринтия герцоглығы ;
    • Крайна герцоглығы ;
    • Истрия маркграфлығы;
    • Тироль графлығы;
    • Горица һәм Градишка графлығы;
    • Форарльберг;
    • Алғы Австрия;
    • Триест;
  • Чехия тажы ерҙәре:
    • Чехия короллеге;
    • Силезия герцоглығы;
    • Моравия маркграфлығы;
    • Үрге Лужица маркграфлығы (1635 йылға тиклем);
    • Түбән Лужица маркграфлығы (тиклем 1635 йылға тиклем);
  • Венгрия короллеге;
  • Трансильвания бөйөк кенәҙлеге ;
  • Хәрби сик;
  • Хорватия һәм Славония короллеге.

Бынан тыш ҡайһы бер тарихи дәүерҙәрҙә Габсбургтар монархияһы шулай уҡ түбәндәге биләмәләрҙе үҙ эсенә алған:

  • Австрия Нидерландтары (17131792);
  • Милан герцоглығы (17131797);
  • Неаполитан короллеге (17131735);
  • Сардиния короллеге (17131720);
  • Темешвара Банаты (1718—1778);
  • Войводина һәм Төньяҡ Босния (17181739);
  • Олтения (17181738);
  • Сицилия короллеге (17201735);
  • Парма герцоглығы (17351748);
  • Галиция һәм Лодомерия короллеге (1772 йылдан алып);
  • Буковина (1774 йылдан алып);
  • Кесе Польша (1795 йылдан алып);
  • Венеция өлкәһе (1797 йылдан алып);
  • Далмация (1797 йылдан алып).

Габсбургтар династияһы монархтары 1439—1806 йылдарҙа (17401745 йылдарҙан башҡа) шулай уҡ Изге Рим империяһы императорҙары булалар.

Remove ads

Колониялар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads