Дармштадтий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дармштадтий (лат. Darmstadtium, символы Ds; элек Унуннилий, лат. Ununnillium, символы Uun йәки эка-платина) — периодик системаның 10-сы төркөмөндәге (ҡыҫҡа классификация буйынса 8-се төркөм) яһалма синтезланған химик элемент, атом номеры 110. 267—273 масса һанлы изотоптар өсөн ярым тарҡалыу осоро бер нисә миллисекундтан артмай. Ләкин иң ауыр изотоптың (масса иҫәбе 281) ярым тарҡалыу осоро 10 секунд самаһы тәшкил итә.
110 | Дармштадтий |
(281) | |
5f146d97s1 |
Рәсәй Фәндәр Академияһының Дубналағы Ядро тикшеренеүҙәре берләштерелгән институты ғалимдары был элементты радиоәүҙемлекте асҡан Анри Беккерель хөрмәтенә атарға тәҡдим итә[3]. 1997 йылда Америка командаһы 1997 йылда Отто Ган хөрмәтенә ганий атамаһын тәҡдим итә (элек был исем 105 элемент өсөн файҙаланылған булған)[4].
Remove ads
Исеме
Теоретик һәм ғәмәли химия буйынса Халыҡ-ара советтың (IUPAC) эшсе төркөмө 2001 йылда яңы химик элемент асылыуҙы раҫлай һәм был асышта GSI-ның өҫтөнлөклө булыуын таный. 2003 йылдың авгусында IUPAC үҙенең 42-се Генераль ассамблеяһында рәсми рәүештә 110-сы һанлы яңы химик элементҡа дармштадтий исемен ҡулланышҡа индерә[5].
Үҙенсәлектәре
Радиоактив[6]. Дармштадтийҙың химик тасуирламаһын аныҡ билдәләү ауыр[7] , сөнки булыуы ихтимал осоусан берләшмәләре сикле һәм ярым тарҡалыу осоро бик ҡыҫҡа. Дармштадтий бик ауыр метал, тығыҙлығы 34,8 г/см3 самаһы булырға тейеш тип фараз ителә. Сағыштырыу өсөн, билдәле иң тығыҙ элемент осмийҙың тығыҙлығы барлығы 22,61 г/см3.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads