Димтамаҡ

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Димтамаҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Ютазы районындағы ауыл. Димтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

География

Ауыл Димескәй йылғаһы буйында, Урыссу ҡала тибындағы ҡасабанан көньяҡ-көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих

Димтамаҡ — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[2]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.

1859 йылда мәсет теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — Баулы районы, 1991 йылдан — йәнә Ютазы районы составына керә[1].

Remove ads

Халҡы

1816 йылда ауылда ир затлы 20 йән аҫаба башҡорт, 135 йән керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1834 йылда — 88 аҫаба башҡорт, 413 керҙәш башҡорт, 4 типтәр; 1859 йылда — 765 башҡорт, 8 типтәр йәшәй[3]. Керҙәштәр[4] сығышы менән Байлар улусының аҫаба башҡорттарынан.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918861897192019261938194919581970197919892002
765866103313871190742707761784651540549

Инфраструктура

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads