Дим (станция)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Дим — Өфө ҡалаһының Дим районындағы, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә Көнбайыш йүнәлешендәге тимер юл станцияһы. Исемен Дим йылғаһына яҡын ятыуы менән бәйле алған.
Станция Өфө тимер юл узелының үҙәк һәм сорттарға айырыу тимер юл станцияһы булып тора. Ошонан Силәбе, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск йүнәлештәрендә юлдар китә.
Станцияла ҙур Дим локомотив депоһы урынлашҡан, ул бөтә Куйбышев тимер юлының локомотив сүп-сарын йыйыу һәм утилләштереү урыны булып тора.
Remove ads
Өфө ҡала электричкаһы
Бында Дим — Шаҡша ҡала электропоезының маршруты башлана[1]. Электропоезд көнөнә өс тапҡыр йөрөй: иртән Шаҡшаға бер поезд һәм кисен Шаҡшаға ике поезд.
26 февралдә станцияла реконструкцияланған пассажирҙар платформаһын асыу тантанаһы үтә, пассажирҙар платформаһы ҡала яны поездарын ҡабул итә. Яңы бейек 248 метрлыҡ платформа көтөү залы, япма, мәғлүмәт таблоһы һәм эскәмйәләр менән йыһазландырылған. Касса павильонында билет һатып алыу өсөн терминалдар һәм биш турникет ҡуйылған.
Өфөнән Раевкаға юлланыусы электропоездар маршрутында был берҙән-бер турникеттары булған һәм беренсе бейек пассажирҙар платформаһы булған станция.
Remove ads
Станциянан алыҫ араға йөрөүсе маршруттар
2017 йылдың декабренә ҡарата станция аша алыҫ араға түбәндәге поездар йөрөй:
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads