Жак-Ив Кусто

француз тикшеренеүсеһе, Донъя океанын өйрәнеүсе, аквалангты уйлап табыусыларҙың береһе From Wikipedia, the free encyclopedia

Жак-Ив Кусто
Remove ads

Жак-Ив Кусто (франц. Jacques-Yves Cousteau; 11 июнь 1910 йыл, Сент-Андре-де-Кюбзак, Бордо, Франция — 25 июнь 1997 йыл, Париж, Франция) — француз тикшеренеүсеһе, Донъя океанын өйрәнеүсе, фотограф, режиссёр, уйлап табыусы, бик күп китаптар һәм фильмдар авторы. Француз академияһы ағзаһы. Почётлы легион ордены Командоры. Капитан Кусто (франц. Commandant Cousteau) булараҡ билдәле. Эмиль Ганьян менән бергә 1943 йылда акваланг уйлап таба һәм һынап ҡарай. Плутонда тау киртләсе уның хөрмәтенә Кусто тип аталған.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Жак-Ив Кусто́ ҙур булмаған Сент-Андре-де-Кюбзак ҡаласағында, вино эшләүсе Бордо төбәгендә, адвокат Даниэль һәм Элизабет Кусто ғаиләһендә тыуа. Атаһы Даниэль Кусто (23 октябрь 1878 — 1969) Сент-Андре-де-Кюбзакта йәшәгән нотариустың 4 балаһы араһында икенсе булып донъяға килә, тыуғас та үҙенә ҡушма Пьер-Даниэль исеме бирелә. Етеш тормоштағы нотариус улына яҡшы тәрбиә һәм белем биреүгә өлгәшә. Даниэль Парижда хоҡуҡ фәнен өйрәнә һәм Францияла иң йәш хоҡуҡ докторы була. АҠШ-та бай эшҡыуар һәм франкофил Джеймс Хазен Хайдтың (англ.) шәхси секретары булып эшләй. Тыуған ҡалаһынан булған фармацевт ҡыҙы Элизабет Дюрантонға (Duranthon; род. 21 нояб. 1878) өйләнә; ғаилә Париждың 17-се округы, Дуази (фр.) тыҡырығының 12-се йортонда төпләнә. 1906 йылдың 18 мартында уларҙың тәүге балаһы Пьер-Антуан, ә дүрт йылдан һуң Сент-Андре-де-Кюбзакта олатаһы йортонда Жак-Ив тыуа[11].

Даниэлдең ғаиләһе сәйәхәт итергә ярата. Жак-Ив бик бәләкәй сағынан уҡ һыу менән ҡыҙыҡһына башлай. 7 йәшендә уға хроник энтерит диагнозын ҡуялар, шуға күрә ғаилә табибы уны ҙур нагрузкаларҙан һаҡларға ҡуша. Ауырыу сәбәпле, Кусто бик ябыҡ була[12]. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Даниэль Кусто эшһеҙ ҡала, ләкин һуғыштан һуң американ Юджин Хиггинс (англ.) компанияһында эш таба. Уға эше буйынса күп йөрөргә тура килә, улдары мәктәптә уҡый һәм күп ваҡыттарын мәктәп-интернатта үткәрә. Кусто бик иртә йөҙөргә өйрәнә һәм ғүмерлеккә диңгеҙгә ғашиҡ була.

1920 йылда Юджин Хиггинс Нью-Йоркға ҡайта, һәм Кустолар ғаиләһе уның артынан АҠШ-ҡа юллана. Жак-Ив менән Пьер-Антуан АҠШ-та уҡый башлай һәм инглизсә бик һәйбәт һөйләшергә өйрәнә. Шунда уҡ, Вермонт штатында ғаилә менән ял иткәндә, ағалы-ҡустылы икәү тәүге тапҡыр һыу аҫтында төшөп ҡарай. 1922 йылда Хиггинс һәм Кустолар ғаиләһе кире Францияға ҡайта. АҠШ-та Жак-Ив механика һәм дизайн менән ҡыҙыҡһына башлай. Францияла ул электромобиль эшләй. Был мауығыуы уға артабанғы эшендә ярҙам итә. Йыйып барған һәм эшләп алған аҡсаһына Кусто үҙенә тәүге кинокамераһын һатып ала. Жак-Ив бик күп нимә менән ҡыҙыҡһынһа ла, әммә уҡыу уға еңел бирелмәй. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ата-әсәһе Кустоны интернатҡа уҡырға ебәрергә ҡарар итә, уны ул отличие менән тамамлай.

1930 йылда хәрби-диңгеҙ академияһына уҡырға инә. Өҫтәүенә ул уҡыған төркөм беренсе булып «Жанна дʼАрк» карабында Ер шары тирәләй сәйәхәткә сыға. Хәрби академияны прапорщик чинында тамамлай, уны Шанхайҙағы хәрби-диңгеҙ базаһына хеҙмәт итергә ебәрәләр, шул осорҙа СССР-ҙа ла була, сәйәхәте ваҡытында бик күп фотоһүрәттәр төшөрә, әммә бөтә материалдарын да аҙаҡ тартып алалар. Кусто Диңгеҙ авиацияһы Академияһына барырға ҡарар итә, ләкин таулы юлдағы автомобиль аварияһынан һуң уға авиациянан баш тартырға тура килә. Кусто бер нисә ҡабырғаһын һәм һул ҡулы бармаҡтарын һындыра, үпкәһе яралана, һәм уң ҡулын фалиж һуға. Һигеҙ ай буйы реабилитация курсын үтә. 1936 йылда Тулон портында торған «Сюфрен» крейсерында инструктор булып эшләй башлай. Бер тапҡыр магазинда һыу аҫтында йөҙөү өсөн тәғәйенләнгән күҙлек күреп ҡала. Шуны кейеп һыу аҫтына төшкәс, бынан һуң һыу аҫты батшалығынан айырылмаясағын аңлай.

1937 йылда Симона Мельхиорға өйләнә, уларҙың ике улдары була, Жан-Мишель (1938) һәм Филипп (1940—1979, «Каталина» авиаһәләкәтендә һәләк була). Икенсе донъя һуғышы осоронда Кусто француз ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша[13][14].

Thumb
Ж.-И. Кусто 1948 йылда

1950-се йылдарҙан башлап Кусто «Калипсо» (Британия Короллеге Хәрби-диңгеҙ Көстәренең иҫәптән сығарылған мина тральщигы) судноһы ярҙамында океанды тикшереүгә тотона. Фредерик Дюма менән авторҙаш булып яҙған «Тынлыҡ донъяһында» китабы баҫылып сыҡҡас, 1953 йылда, Кустоға танылыу килә. Китап мотивтары буйынса төшөрөлгән фильм 1956 йылда «Оскар» һәм «Алтын пальма ботағы» премияларын ала. 1957 йылда Кусто Монако Океанография музейы директоры итеп тәғәйенләнә. 1973 йылда ул диңгеҙ мөхитен һаҡлау буйынса коммерция менән шөғөлләнмәгән "Кусто йәмғиәте"нә нигеҙ һала.

Thumb
Жак-Ив Кустоның ҡәбере

1991 йылда, ҡатыны Симонаның яман шештән вафатынан һуң бер йыл үткәс, ул Франсина Триплетҡа өйләнә. Ул ваҡытҡа инде уларҙың өйләнгәнгә тиклем тыуған ҡыҙҙары Диана (1979) һәм улдары Пьер (1981) була. Кусто 87 йәшендә респиратор ауырыуҙан һуң ҡалған эҙемтә — миокарда инфарктынан вафат була. Сен-Андре-де-Кюбзак зыяратында нәҫелдәре өсөн бүленгән участкала ерләнә..

Remove ads

Диңгеҙҙәге тикшеренеүҙәр

Thumb
1976 йыл

«Тынлыҡ донъяһында» тигән беренсе китабына ярашлы, Кусто 1938 йылда Фредерик Дюма һәм Филиппом Тайе менән бергә, битлек, трубка һәм ластарҙы файҙаланып, һыу аҫтына төшә башлай. 1943 йылда ул Эмиль Ганьян менән бергә эшләгән тәүге акваланг прототибын һынап ҡарай. Был ҡоролма оҙаҡ ваҡыт һыу аҫтын тикшереү һәм һыу аҫты донъяһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Кусто һыу үткәрмәй торған камералар һәм яҡтыртыу приборҙарын булдыра һәм беренсе һыу аҫты телевизион системаһын уйлап таба.

Remove ads

Биология

Диңгеҙ сусҡаһының эхолокацияға һәләтле булыуҙары билдәле булғанға тиклем үк Кусто уларҙа бындай һәләттең булыу ихтималлығын фаразлай. Үҙенең тәүге «Тынлыҡ донъяһында» китабында «Élie Monier» тикшеренеү судноһы Гибралтар боғаҙына табан бара, тип хәбәр итә һәм улар артынан диңгеҙ сусҡаларының да йөҙөп барыуын билдәләй. Кусто судно курсын бер нисә градусҡа үҙгәрткәс, сусҡалар ҙа бер ни тиклем ваҡыт улар артынан ҡалмай йөҙә, артабан боғаҙ уртаһына табан йүнәлә. Тимәк улар, кешеләр белмәһә лә, оптималь курстың ҡайҙан үтеүен һиҙә. Кусто, киттар ғаиләһенә ҡарағандарҙа һыу аҫты кәмәләрендә сағыштырмаса яңы элемент булған сонар кеүегерәк ағзаның булыуы тураһында һығымта яһай. Ул хаҡлы була.

Мираҫы

Thumb
Жак Ив Кустоның һыу аҫты кәмәһе Монакола океанография музейы янында

Кусто үҙен «океанография технигы» тип атарға ярата. Ул, ысынлап та, атаҡлы педагог һәм тәбиғәтте ярытыусы була. Уның эше күптәргә «зәңгәр континентты» аса.

Уның эштәре шулай уҡ, ул осорҙа ҡайһы бер академиктар тарафынан тәнҡитләнһә лә, фәнни коммуницияның яңы тибын булдырыу мөмкинлеген бирә. Фәнни концепцияларҙы ябай ысул менән алмашыу, йәғни «дивульгационизм», тиҙҙән башҡа дисциплиналарҙа ла ҡулланыла башлай һәм хәҙерге заман телетапшырыуҙарҙың иң мөһим характеристикаларының береһенә әүерелә.

1950 йылда ул Томас Лоэл Гиннестан символик хаҡҡа, йылына бер франкҡа, «Калипсо» карабын ҡуртымға ала. Судно асыҡ океанда тикшеренеүҙәр үткәреү һәм һыу аҫтын төшөрөү өсөн мобиль лаборатория менән йыһазландырыла.

1957 йылдан Кусто тағы ла Монако Океанографик музейы директоры вазифаһын башҡара.

1985 йылдың майында Кусто командаһы тағы ла судно һатып ала. Ике мачталы «Алсион» (Alcyone) яхтаһы эксперименталь турбопарус менән йыһазландырыла, был ҡоролма тиҙлекте арттырыуҙа Магнус эффектын алыу мөмкинлеген бирә.

Кусто 1997 йылдың 25 июнендә вафат була. Кусто йәмғиәте һәм и Жак-Ив- Кусто тарафынан булдырылған уның «Кусто командаһы» тип аталған француз партнеры бөгөн дә эшен дауам итә.

Икенсе тапҡыр өйләнгәндән һуң, ғүмеренең һуңғы йылдарында, Кустоға, Кусто исемен файҙаланыу хоҡуғы өсөн, үҙенең улы Жан-Мишель менән хоҡуҡи көрәш алып барырға тура килә. Судтың күрһәтмәһе буйынса Жан-Мишел Кустоға уның профессионал бизнесы һәм уның атаһының коммериция маҡсаты ҡуйылмаған башланғыстары араһына буталсыҡлыҡ индереү тыйыла.

Санкт-Петербургта француз теле тәрәнәйтеп өйрәнелгән 4-се мәктәпкә Кусто исеме бирелә. Яңы Усманда тикшеренеүсе исемендәге урам бар.

Тәнҡит

Кусто бер нисә тапҡыр профессиональ ғалим булмауҙа ғәйепләнә. Шулай уҡ ул һыу аҫты донъяһын өйрәнеү өсөн ҡаты ысулдар (мәҫәлән динамит ярҙамында балыҡтарҙы үлтереү) ҡулланыуҙа тәнҡитләнә[15]. «Тынлыҡ донъяһы» фильмы үтә натурализм һәм ҡаты бәғерлелек өсөн тәнҡитләнә[16][16][17][17]. Кустоның «Ҡояшһыҙ донъя» фильмын тәнҡитселәр ыңғай ҡабул итә. Әммә ҡайһы бер мәҡәләләрҙә режиссёр яһалма кадрҙарҙы файҙаланыуҙа ғәйепләнә. Атап әйткәндә, «The New York Times» рецензенты Босли Кроутер ҡайһы бер эпизодтарҙың, мәҫәлән, кешеләрҙең батискафтан иң тәрәндәге мәмерйәлә барлыҡҡа килгән атмосфера ҡыуығына сығыуҙарҙын ысынбарплыҡҡа тап килмәүен белдерә. Сөнки бындай мәмерйәләрҙәге газ мөхите тын алыу өсөн яраҡлы түгел[18].

Кусто командаһында 6 йыл бергә эшләгән Вольфганг Ауэр, фильмдарында кадрҙар сифатлы булһын өсөн Кусто балыҡтарҙы самаһыҙ үлтереүгә барҙы, тип раҫлай[19].

Шуға ҡарамаҫтан тикшеренеүселәрҙең һәм коллегаларының күберәге уны тәбиғәтте яратыусы тип атай.

Thumb
АҠШ президенты Д. Ф. Кеннеди (түбәндә һулда) капитан Кустоға Милли географик йәмғиәттең Алтын миҙалын тапшыра (уңда уртала — Симона Мельхиор Кусто). Аҡ йорт, Вашингтон, 19 апрель, 1961 й.
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Почётлы легион ордены Командоры
  • «Хеҙмәттәре өсөн» Милли ордендың Ҙур тәреһе кавалеры
  • Хәрби тәре 1939—1945
  • Диңгеҙҙәге хеҙмәттәре өсөн ордены офицеры
  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены Командоры
  • Говард Поттс миҙалы (1970)
  • Ҙур алтын миҙал SEP (1973)
  • Прогресс миҙалы (Американың фотографик йәмғиәте) (1977)
  • Азатлыҡ Президент миҙалы (1985)
  • 1997 — Почётный доктор Рәсәй химик-технологик университетының Почетлы докторы[20].
Remove ads

Һайланма библиографияһы

  • The Silent World (1953; совм. с Фредериком Дюма).
  • The Living Sea (1963; совм. с Джемсом Дагеном).
  • World Without Sun (1965).
  • The Shark: Splendid Savage of the Sea (1970; совм. с Филиппом Кусто).
  • La vie et la mort des Coraux (1971; совм. с Филиппом Диоле).
  • Mighty monarch of sea (1972; совм. с Филиппом Диоле).
  • Dolphins (1975).
  • La vie au bout du monde (1979; совм. с Ивом Паккале).
  • Jacques Cousteau’s Amazon Journey (1984; совм. с Моуз Ричардс).
  • Jacques Cousteau: The Ocean World (1985)

Урыҫ теленә тәржемәләр

  • Кусто Ж.-И., Дюма Ф. В мире безмолвия. Сокр. пер. с англ. — М.: «Молодая гвардия», 1957. — 221 с.
  • Кусто Ж.-И., Дюма Ф., Даген Дж. В мире безмолвия; Живое море. Пер. с англ. — М.: «Знание», 1966. — 462 с.
  • Кусто Ж.-И. Мир без солнца. Пер. с франц. — Л.: Гидрометеоиздат, 1967. — 96 с.
  • Кусто Ж.-И. «Калипсо» и кораллы. Пер. с англ. — М.: «Знание», 1974. — 63 с.
  • Кусто Ж.-И., Кусто Ф. Чтобы не было в море тайн. Подводные исследования Ж.-И. Кусто. Пер. с англ. — М.: «Мысль», 1974. — 191 с.
  • Кусто Ж.-И. Жизнь и смерть кораллов. Пер. с франц. — Л.: Гидрометеоиздат, 1975. — 176 с.
  • Кусто Ж.-И, Диоле Ф. Затонувшие сокровища. Сокр. пер. с франц. — М.: «Прогресс», 1975. — 206 с.
  • Кусто Ж.-И., Дюма Ф. В мире безмолвия; Кусто Ж.-И., Даген Дж. Живое море. Пер. с англ. — М.: «Мысль», 1976. — 429 с.
  • Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Могучий властелин морей. Подводные исследования Ж.-И. Кусто. Пер. с англ. — М.: «Мысль», 1977. — 186 с.
  • Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Очерки об обитателях подводного мира. Осьминоги и кальмары. Пер. с англ. — М.: «Знание», 1980. — 48 с.
  • Кусто Ж.-И., Паккале И. Сюрпризы моря. Пер. с франц. — Л.: Гидрометеоиздат, 1982. — 302 с.
  • Кусто Ж.-И., Паккале И. Лососи, бобры, каланы. Пер. с франц. — Л.: Гидрометеоиздат, 1983. — 285 с.
  • Кусто Ж.-И., Паккале И. Жизнь на краю земли. Патагония, Огненная Земля, архипелаг южночилийских островов. Пер. с франц. — Л.: Гидрометеоиздат, 1984. — 302 с.
  • Кусто Ж.-И., Паккале И. В поисках Атлантиды. Пер. с франц.; В. Щербаков. Золотой чертог Посейдона. — М.: «Мысль», 1986. — 319 с.
  • Кусто Ж.-И., Кусто Ф. Блистательный пират; Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Могучий властелин. Пер. с англ. — М.: «Мысль», 1996. — 350 с.
  • Кусто Ж.-И., Дюма Ф. В мире безмолвия; Кусто Ж.-И., Даген Дж. Живое море. Пер. с англ. — М.: «Армада», 1997. — 475 с (Переиздание: Кусто Ж.-И., Дюма Ф. В мире безмолвия; Кусто Ж.-И., Даген Дж. Живое море. Пер. с англ. — М.: «Армада-пресс», 2002. — 475 с.)
  • Кусто Ж.-И., Кусто Ф. Чтобы не было в море тайн; Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Могучий властелин морей. Пер. с англ. — М.: «Армада», 1997. — 410 с (Переиздание: Кусто Ж.-И., Кусто Ф. Чтобы не было в море тайн; Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Могучий властелин морей. Пер. с англ. — М.: «Армада-пресс», 2002. — 410 с.)
  • Кусто Ж.-И. Мир без солнца; Кусто Ж.-И, Диоле Ф. Затонувшие сокровища. Пер. с франц. — М.: «Армада», 1998. — 362 с.
  • Кусто Ж.-И., Дюма Ф. В мире безмолвия; Кусто Ж.-И., Даген Дж. Живое море. Пер. с англ. — М.: «АСТ», «Астрель», 2003. — 527 с.
  • Кусто Ж.-И., Кусто Ф. Блистательный варвар морей; Кусто Ж.-И., Диоле Ф. Могучий властелин морей. Пер. с англ. Л. Жданова, 2003. — 381 с.
Remove ads

Фильмография

Ентеклерәк мәғлүмәт №*, Йыл (фр./англ.**) ...

Билдәләүҙәр:

  • К — ҡыҫҡа метражлы фильм
  • П — тулы метражлы фильм
  • <только номер> — фильмдың оҙонлоға 45 минут самаһы
  • * — ысынбарлыҡтағы тәртип, рәсми фильмографияла ул дөрөҫ түгел
  • ** — фактик йылдар, рәсми фильмографияла улар дөрөҫ түгел
  • *** — фактик атамалар, рәсми фильмографияла улар дөрөҫ түгел
Remove ads

Кинокәүҙәләнеш

  • Одиссея — Ламбер Вильсон

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads