Зволле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Зволла (нидерл. Zwolle ) — Нидерландта ҡала һәм община, Оверэйссел провиницяһының баш ҡалаһы. Элек — ганза ҡалаһы. Эварте Ватер һәм Эйссел йылғалары буйында ята. 2012 йылдың 1 февраленә ҡарата халыҡ һаны 121 602 кеше тәшкил итә. Община майҙаны — 119,28км2. 2003 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Зволлела 4336 төрлө предприятие һәм фирмалар теркәлгән, эш урындарының дөйөм һаны 75 049 тәшкил иткән.
Remove ads
Тарихы
Ҡала юғары һаҙлыҡлы урында барлыҡҡа килә. Бындай урындар «soule» тип атала; был һүҙ ауылдың исеме булып китә һәм һуңынан хәҙерге формаһына әүерелә. Ауыл тураһында беренсе тапҡыр 1040 йылда телгә алына. 1230 йылда ауыл биләмәһе ҡала хоҡуғын ала. XV быуатта үҙенең үҫеше ваҡытында, ҡала Ганзаға инә. Иң билдәле бороғо ҡомартҡыларҙың береһе — «борос һауыты» башняһы (нидер. Peperbus), бындай исемде үҙенең формаһы өсөн алған, Sassenpoort ҡапҡалары, шулай уҡ ҡала диуарҙары ҡалдыҡтары, Изге Михаил сиркәүе һәм күп һанлы боронғо йорттар.
Remove ads
Иҫтәлекле урындары

Ҡалала «De Librije» рестораны бар, был Өс Мишлен йондоҙона эйә булған Нидерландта ике ресторандың береһе. Ресторан элекке доминикан монастырының китапханаһында урынлашыуы менән иғтибарға лайыҡ, уның исеме лә шунан (тәржемәлә «китапханала»)[10]. Нидерландтың икенсе өс йондоҙло рестораны Слёйста урынлашҡан.
Транспорты

Зволла — автомобиль һәм тимер юлдар үҙәге. Бында ҙурлығы буйынса илдең икенсе тимер юлы үҙәге урынлашҡан ( Утрехт). Ҡалалағы бөтә төр транспорттарҙан тик такси һәм автобустар йөрөй.
Билдәле шәхестәре
Зволлала тыуғандар. (вафат булғандар):
- Эверард Иоганн Потгитер (1808—1875) — яҙыусы һәм тәнҡитсе;
- Томас Иоаннес Стилтьес (1856—1894) — математик;
- Герард Терборх (1617—1681) — рәссам;
- Рудольф Йохан Торбеке (1798—1872) — дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр;
- Рейнвис Фейт (1753—1824) — яҙыусы.
- Ян Вэй (1966 йылдың 9 июнендә тыуған) — пианист, композитор, рәссам.
- Михаил Минский (1918—1988) — урыҫ йырсыһы, солист һәм Сергей Жаровтың дон казактары хоры дирижеры
Remove ads
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads