Юл
хәрәкәт итеү өсөн ер һыҙаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Юл — кешеләр һәм транспорт хәрәкәте өсөн һалынған ер (һыу, һауа) һыҙаты, дәүләттең йәки илдең мөһим тармаҡтарының береһе.
Remove ads
Тарихы

Иң боронғо юлдар б.э.т. IV меңенсе йылға ҡарай. Ул Месопотамияның Ур ҡалаһында табылған. Ағас ярҡалар менән һалынған боронғо юл Бөйөк Британияла табылған. Беҙҙең эраға тиклем XXXIX быуаттағы эзбизташ менән ҡапланған юлдар Крит утрауында асыҡланған. Кирбес тәүге тапҡыр б.э.т 3000 йыл элек Һиндостанда ҡулланылған.
Таш юлдар Хет батшалығында, Ассирияла, Әһәмәниҙәр империяһында булған.
Ҡытайҙағы Цинь династияһына нигеҙ һалған Цинь Шихуан б.э.т. 221—210 йылдарҙа 7,5 мең. км юл һалдырған; юлдар 15 метр киңлектә булып, өс һыҙатҡа бүленгән, урта һыҙат императорға тәғәйенләнгән булған.
Беҙҙең эра башына Европала һәм Азияла хатта континент-ара юлдар барлыҡҡа килгән. Ундайҙарға Бөйөк ебәк юлы, Мысыр, Анатолия һәм Месопотамия диңгеҙ юлы һәм башҡалар инә.
Иң үҫешкән юлдар селтәре Боронғо Римда булған

XX быуатта автомобиль транспорты барлыҡҡа килеү менән юлдарға ла талаптар үҙгәрә, юлға асфальт-бетон түшәй башлайҙар.
Remove ads
Башҡорттарҙың тарихи юлдары

Ҡәнифә юлы — боронғо осорҙа Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырып торған боронғо сауҙа юлы[1].
Ҡәнифә сауҙа юлынан каруандар йөрөгән. Ул Урта Азиянан Ур йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урынға[2] етеп, артабан Һаҡмар йылғаһының һул яры һәм Көньяҡ Урал һырттары буйлап хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Учалы райондары биләмәләре аша хәҙерге Силәбе өлкәһе ерҙәренә барып еткән[3].
Ҡәнифә юлының икенсе атамаһы — Каруан юлы. Ул Яйыҡ йылғаһы аша сығып, Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барып сыға. Ырымбур башҡорттары юлдың ул өлөшөн «Мысыр юлы» тип атаған. Гөбөрлө йылғаһы кисеүен «Мысыр кисеүе» тип йөрөткәндәр[4]. . Хәҙерге заманда юлдың бәләкәй генә өлөшө һаҡланған[5].
Ҡуңыр буға юлы — «Ҡуңыр буға» эпосы менән бәйле. Был атаманы Урал тауының көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай барған «Ҡуңыр буға юлы» менән бәйләйҙәр. Борон был юлды башҡорт ғәскәрҙәре дошмандар баҫҡанда ҡулланған, тип иҫәпләнә[6].
Remove ads
Башҡорт телендә юл менән бәйле төшөнсәләр
- Аҡ юл — уңышлы юл теләп әйтелә
- Берләм юл -йәйәүле юл,; һуҡмаҡ
- Диңгеҙ юлы
- Йомро юл — йәйәүле юл; һуҡмаҡ
- Йылға юлы
- Өҙәрем юл — юл өҙөлгән саҡ
- Тимер юл
- Һауа юлы[7]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Аминев З. Г. Дороги Южного Урала и их роль в этногенезе башкир // Феномен евразийства в материальной и духовной культуре, этнологии и антропологии башкирского народа: материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Уфа, 2009. — 288 с. — С.25 — 27.
- Перечень нормативной документации для проектирования автомобильных дорог в России(недоступная ссылка)
- Трушин А. Как до́роги доро́ги // Прямые инвестиции. — 2005. — № 9 (41). — С. 20—24.
- Искусство строить дороги — сайт об автомобильных дорогах
Remove ads
Әҙәбиәт
- Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993.- 2-се том. 767-се бит
- Шәкүр Р. Ҡуңыр буға.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәте, 1996.
- Шәкүр Р. Ҡуныр-буға.// Башкирская энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы».
- Шәкүр Р ." Башҡорт энциклопедияһы (баш.)(баш.)
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads