Тяньцзинь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тяньцзи́нь (ҡытайса ябай 天津, пиньин телендә: Tiānjīn) — Ҡытай Халыҡ Республикаһының үҙәк ҡарамағындағы дүрт ҡалаһының береһе. Ҙурлығы яғынан континенттағы Ҡытайҙа өсөнсө. Майҙаны — 11 943 км², 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса халҡы 14 425 000 кеше, Эске тулайым продукт — 750 млрд юань (2009).
Remove ads
Географияһы
Тяньцзинь Төньяҡ Ҡытайҙа, Бохай ҡултығы буйында, Хуанхэ и Янцзы йылғалары менән тоташҡан Бөйөк Ҡытай каналының төньяҡ осонда урынлашҡан. Ҡала көнсығыштан Бохай ҡултығы һыуҙары менән йыуылһа, төньяҡтан, көньяҡтан һәм көнбайыштан Хэбэй провинцияһы, төньяҡ-көнбайышта үҙенән 96 саҡрымда ятҡан Пекин биләмәләре менән сиктәш һәм баш ҡала менән юғары тиҙлекле тимер юлы менән бәйләнгән.
11 943 км² майҙаны менән Тяньцзинь илдә 31-се урында. Ҡала зонаһы Хайхэ йылғаһы буйында, ә порттар унан ситтәрәк, Тымыҡ океандың Бохай ҡултығы ярҙарында урын алған. Һары диңгеҙҙең яҡын булыуына ҡарамаҫтан, һауа температураһында киҫкен айырма булған континенталь климат өҫтөнлөк итә. Ҡала диңгеҙ буйҙарындағы тигеҙ рельефлы ерҙә ултыра.
Remove ads
Тарихы
Сун династияһы хакимлегенә тиклем Хайхэ йылғаһы үҙәндәре аҙ үҙләштерелгән була. XII быуатта үҙәк һәм көньяҡ Ҡытайҙың ашлыҡ һәм башҡа төр аҙыҡ-түлеген артабан илдең төньяҡ төбәктәренә бүлеп оҙатыу өсөн тауар келәттәре (складтар) төҙөлә. Юань династияһы осоронда ҡалала тоҙ ҡайнатыу ойошторола.

Климаты
Remove ads
Административ-территориаль бүленеш
Тяньцзинь 13 районға һәм 3 өйәҙгә бүленгән:
Remove ads
Халҡы
2009 йыл аҙағына Тяньцзинь халҡының һаны 14 425 000 кеше була, шуларҙың 9,8 млн. ҡала биләмәһендә даими йәшәүселәр — хукоу), үҙ сиратында уларҙың 5,99 млн. ҡаланыҡылар, 3,81 млн. — ауыл халҡы. Күҙаллауҙар буйынса, халыҡ һаны 14 млн-ға етәсәк һәм уларҙың 11,5 млн. ҡаланыҡылар буласаҡ[1]
Халыҡтың күпселеге ханьдар, һәм шул уҡ ваҡытта ҡалала Ҡытайҙа рәсми теркәлгән 55 ваҡ халыҡтың 51-нең вәкилдәре йәшәй. Уларҙың һан яғынан күберәктәре: хуэйҙар, корейҙар, манжурҙар һәм монголдар.
Remove ads
Сәйәсәт
Ҡытай Халыҡ Республикаһының башҡа райондарындағы кеүек, Тяньцзиндә лә «партия-хөкүмәт» идара итеү берлеге ғәмәлгә эйә. Ҡала хөкүмәте башлығы — ҡала мэры.
Туғанлашҡан ҡалалар
Тяньцзинь төрлө илдәрҙең түбәндәге ҡалалары менән күрһәтелгән йылдарҙа туғанлашҡан:
|
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads