Каталан теле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Каталан теле
Remove ads

Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле (кат. Català (әйтелеше: [kətəˈɫa] йәки [kataˈla]) йәиһә Valencià) — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәзлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлектә (Каталонияла, Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми тел булып тора. Шулай уҡ Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берлектәрендә һәм Франциялағы Руссильон (Roussillon, шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге Pyrénées-Orientales департаментында) киң ҡулланыла.

Ҡыҫҡа факттар Ҡыҫҡаса атамаһы, Дәүләт ...
Remove ads

Классификация

Ҡайһы бер тел белгестәре каталан телен галл-роман төркөмөнөң окситан-роман төркөмсәһенә инә, тип иҫәпләй. «Этнолог» белешмәһе буйынса каталан теле классификацияһы:[12]

  • Һинд-европа телдәре
    • Италий телдәре
      • Роман телдәре
        • Көнсығыш-итал телдәре
          • Көнсығыш көнсығыш-итал телдәре
            • Галл-ибер телдәре

Каталан теленең окситан телдәренә яҡынлығы күренеп тора.

Remove ads

Тарихы

Thumb
Каталан теле таратыу

Каталан теле IX быуатта Реконкиста ағымы осоронда үҙаллы тел булып формалашҡан, тип иҫәпләнә. Ошо ваҡытта каталан теленең беренсе тарихи ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Тел Пиреней ярымутрауында ябайлаштырылған халыҡ-латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттың аҙағында каталан теле әҙәби тел статусын ала һәм бик абруйлы була. XV быуатҡа тиклем шиғриәт өсөн окситан теле ҡулланылһа, каталан теле өсөн фәлсәфә һәм фән өлкәһе асыла.

1469 йылда, Фердинанд II Изабелла I менән никахлашҡас, каталон дворяндары испан теленә күсә башлай. Был каталан телен ҡулланыу даирәһен тарайта һәм беҙҙең көндәргә тиклем диглоссияға (ике теллелек формаһына) килтерә.

Испан мираҫы өсөн һуғышта каталондар Габсбург династияһы яғында һуғыша. Был XVIII быуатта, Бурбон династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, телгә ҡаршы репрессив сәйәсәткә сәбәпсе була.

XIX быуатта каталан теле ҡулланыу даирәләренең күбеһенән тамам ҡыҫырыҡлана. Шулай ҙа уның хәле, башҡа телдәр (мәҫәлән, галисий теле) менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ була. Тел халыҡ араһында һаҡланып ҡала. XIX быуатта телде һаҡлау өсөн, Тергеҙеү (Renaixença) исеме аҫтында ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте барлыҡҡа килә. Башта ул әҙәби сиктәрҙән сыҡмай, быуат барышында сәйәси һәм милли һыҙаттар ала. XX быуат башында каталан теленең беренсе еңеүе билдәләнә. 1930 йылда Каталонияла икенсе рәсми тел статусын ала. 1936—1939 йылдарҙағы Граждандар һуғышы испан диктаторы Франко еңеүе менән тамамланғас, каталан телендә һөйләшеү бөтөнләй тыйыла. Уны ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала.

Был хәл Франко диктатураһы 1975 йылда бөткәнгә тиклем һаҡлана. Испанияла демократлаштырыу башланғас, өлкәләр автономия ала, һәм 1979 йылда каталан теле рәсми тел статусы алыуға өлгәшә.

Remove ads

Дөйөм һөйләшеүселәр һаны

Каталан теле рәсми тел булған территорияларҙа

Регион Аңлай Һөйләшә ала
Каталония (Испания) 5,837,874 4,602,611
Валенсия (Испания) 3,512,236 1,972,922
Балеар утрауҙары (Испания) 733,466 504,349
Андорра 62,381 49,519
Бөтәһе 10,145,957 7,129,401

Башҡа территорияларҙа

Регион Аңлай Һөйләшә ала
Альгеро (Сардиния, Италия) 20,000 17,625
Төньяҡ Каталония (Франция) 203,121 125,622
Арагон (Испания) 47,250 45,000
Карше (Мурсиа, Испания) Мәғлүмәт юҡ Мәғлүмәт юҡ
Башҡа илдәр Мәғлүмәт юҡ 350,000
Бөтәһе 270,371 538,247

Донъяла

Регион Аңлай Һөйләшә ала
Европалағы каталан территориялары 10,416,328 7,317,648
Башҡа илдәр Мәғлүмәт юҡ 350,000
Бөтәһе 10,416,328 7,667,648

Сығанаҡтар: Каталония: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut d’Estadística de Catalunya, Generalitat catalana (недоступная ссылка). Валенсия: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut Valencià d’Estadística, Generalitat Valenciana (недоступная ссылка). Балеар утрауҙары: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut Balear d’Estadística, Govern de les Illes Balears (недоступная ссылка). Төньяҡ Каталония: Media Pluriel Иҫәп 1997 йылдың Ҡарасай айында регион префектураһы тарафынан алынған (недоступная ссылка). Андорра: Андорра хакимиәтенең социолингвистик мәғлүмәттәре (1999 йыл) (недоступная ссылка). Арагон: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре (недоступная ссылка). Альгеро: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре (недоступная ссылка). Башҡа илдәр: 1999 йыл иҫәбе, Federació d’Entitats Catalanes.

Диалекттар

Thumb
Каталан теленең диалекттары картаһы
Көнсығыш диалекттар:
Төньяҡ каталан диалекты
Үҙәк каталан диалекты
Балеар диалекты һәм Альгеро диалекты
Көнбайыш диалекттар:
Төньяҡ-көнбайыш каталан диалекты
Валенсия диалекты

1861 йылғы Мануэль Милла и Фонтанальс (Manuel Milà i Fontanals) теорияһы буйынса, каталан телендә ике төп диалект бар: көнсығыш каталан диалекты һәм көнбайыш каталан диалекты. Каталан теленең диалекттарында лексика һәм грамматика айырмалары бик күп.

  • Көнбайыш каталан диалекты тармағы (Bloc o Branca del Català Occidental) үҙенсәлектәре:
    • Баҫымһыҙ һуҙынҡы өндәр: [a e i o u].
    • Һүҙ башында йәки тартынҡы өндән һуң урынлашҡан x /tɕ/ аффрикатаһы булып тора (Xàtiva, xarxa, Xavier, xenofòbia… һүҙҙәренән башҡа; ошо һүҙҙәрҙә x хәрефе /ɕ/ тип әйтелә). Ике һуҙынҡы өн араһында йәки i хәрефенән һуң урынлашҡан һәм һүҙҙең һуңғы хәрефе булған x хәрефе /jɕ/ тип әйтелә.
    • 1-се заттың хәбәр һөйкәлеше ялғауы -e йәки -o була.
    • Латин /eː/ һәм /i/ өндәре ошо диалекттағы /e/ өнөнән килеп сыға.
    • Урта быуатарҙа танау өндәре булған: hòmens, jóvens
    • Лексик үҙенсәлектәре: espill, xiquet, granera, melic…
  • Көнсығыш каталан диалекты тармағы (Bloc o Branca del Català Oriental) үҙенсәлектәре:
    • /e/, /ɛ/ һәм /a/ баҫымһыҙ булһа, /ə/ өнө килеп сыға; /o/, /ɔ/ һәм /u/ баҫымһыҙ өндәренән [u]- өнө килеп сыға.
    • x хәрефе һәр ваҡыт /ɕ/ тип әйтелә.
    • 1-се заттың хәбәр һөйкәлеше ялғауы — -o, -i йәки бөтөнләй юҡ.
    • Латин /eː/ һәм ҡыҫҡа /i/ өндәренән /ɛ/ өнө килеп сыға (ошо өн балеар каталан диалектында [ə], Альгеро диалектында [e] тип әйтелә).
    • Урта быуаттарҙағы танау өндәре әйтелмәй: hòmens, jóvens: homes, joves.
    • Лексик үҙенсәлектәре: mirall, noi, escombra, llombrígol…

Һәр диалект бер нисә субдиалекттан тора. Каталан теленең диалект тармаҡтары түбәндәге диалекттарға буленә:

Көнбайыш каталан тармағы

  • Төньяҡ-көнбайыш диалекты
    • Рибагорса (Ribagorçà) (Каталонияның төбәге исеменән)
    • Палларес (Pallarès)
    • Льейдата (Lleidatà) (Льейда провинцияһы исеменән)
    • Андорра́ (Andorrà) (Андорра иле исеменән)
  • Эбренк диалекты
    • Ампости (Ampostí)
    • Тортози (Tortosí)
    • Матарранья субдиалекты
    • Винароссенк (Vinarossenc)
    • Маэстрат Валенсия субдиалекты
  • Валенсия теле
    • Кастельоненк (Castellonenc) (Castelló de la Plana регионы исеменән)
    • Үҙәк Валенсия субдиалекты
    • Көньяҡ Валенсия субдиалекты
    • Алаканти (Alacantí)
    • Майорка субдиалекты

Көнсығыш каталан диалект тармағы

  • Төньяҡ каталан диалекты йәки rossellonès («Руссильон» исеменән)
  • Үҙәк каталан субдиалекты
    • Салат
    • Барселони (Barceloní)
    • Тарагони (Tarragoní)
    • Xipella
  • Балеар диалекты
    • Майорки́ (Mallorquí)
    • Менорки (Menorquí)
    • Эйвисенк (Eivissenc)
  • Альгеро диалекты
Remove ads

Стандартлаштырыу

Каталан теленең ике стандарты бар. Беренсеһе, Каталан фәндәре институты (Institut d’Estudis Catalans, IEC) стандарты, уртаҡ стандарт булып тора. Орфография ҡағиҙәләрен кодлаштырыусы — Помпеу Фабра (Pompeu Fabra). Был тел стандартының нигеҙен Үҙәк диалект тәшкил итә. Икенсеһе, Валенсия телдәр академияһы (Acadèmia Valenciana de la Llengua, AVL) стандарты Помпеу Фабраның орфографияһын ҡуллана, әммә был стандарттың нигеҙен көнбайыш каталан теле һәм Валенсияла ҡулланылған каталан теле варианты тәшкил итә.

Ике стандарт араһында иң билдәле айырма — тоник баҫым: francès, anglès (IEC) — francés, anglés (AVL), cafè (IEC) — café (AVL) (кофе), conèixer (IEC) — conéixer (белеү), comprèn (IEC) — comprén (AVL) (ул аңлай). Бының сәбәбе: латин теленең ē һәм ĭ фонемалары әйтелеше ике диалект тармағында айырыла. Мәҫәлән, көнсығыш тармағында боронғо ē фонемаһы [ɛ] тип әйтелә, көнбайыш тармағында [e] тип әйтелә. Әммә-ләкин, AVL стандартында был фонема урынына һәр ваҡыт «è» яҙыла: què (нимә), València, èter (эфир майы), sèsam, sèrie (сериал), època (йәш).

Балеар утрауҙарында IEC стандартының Балеар утрауҙары институтының филология бүлеге тарафынан балеар диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, IEC стандарды буйынса «cantam» һәм «cantem» тип яҙырға мөмкин була, әммә балеар стандарты буйынса «cantam» дөрөҫөрәк була. Шулай уҡ 1-се заттың хәбәр һөйкәлешендә балеар стандартында ялғау ҡулланылмай: «jo cant», «jo tem», «jo dorm».

Альгеро ҡалаһында IEC стандартының Альгеро диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, билдәлелек артикле стандарт буйынса — el, ә Альгеро вариантында — lo, эйәлек алмашы формалары Альгеро стандарты буйынса — la mia (минең шәхси), lo sou/la sua (уның шәхси), lo tou/la tua (һинең шәхси) һ.б. Тамамланмаған үткән ваҡытта бөтә ҡылымдың зат, һан, заман формаһында -v- ҡулланыла: cantava, creixiva, llegiva; бик күп боронғо һүҙҙәр ҡулланыла: manco (menys), calqui u (algú «кемдер»), qual/quala (quin/quina «ниндәй») һ.б.

Remove ads

Өн системаһы

Thumb
Көнсығыш каталан һуҙынҡы өндәре (Llisterri,1999, p.62)
Ентеклерәк мәғлүмәт Ирен-ирен, Ирен-теш ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Тышҡы һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads