Йортлаштырыу

сыерларны йортлаштыру From Wikipedia, the free encyclopedia

Йортлаштырыу
Remove ads

Йортлаштрыу, ҡулға эйәлештереү, доместикация (лат. domesticus — «өйгә эйәләшкән») — оҙайлы бер нисә быуын дәүерендә, кеше тарафынан ҡырағай форманан генетик изоляцияла тотоп яһалма һайлауға дусар ителгән, ҡырағай хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең үҙгәреү процессы.

Thumb
Эт һәм һарыҡ иң беренсе өйгә эйәлештерелгән хайуандар

Йортлаштырыу тарихы

Thumb
Эйршир тоҡомло һыйыр

Һунар ваҡытында аулап алынған хайуандарҙы бәйләп йәки кәртәлә аҫырағандар. Бөтә хайуандар ҙа ҡулға эйәлешеп китә алмаған.

Төрлө халыҡтар үҙҙәре йәшәгән өлкәләге хайуандарҙы йортлаштырған — антилопалар, торналарҙы, ҡауҙыларҙы, ҡара йыландарҙы, һәм хатта крокодилдарҙы. Ғалимдар тәүтормош кешеләре мегатерийҙы һәм мәмерйә айыуын да йортлаштырған тип иҫәпләй. Ә Гасдрубал Барка Б. Э.Т.III быуат аҙағында римлеләр менән һуғышта хәрби филдәрҙе файҙаланған. Төрлө ваҡытты төлө урындарҙа йәнлектәрҙәр һарыҡ, үгеҙ, марал, антилопа, төлкө, шәшке, кеш, нартия; ҡоштарҙан — бүҙәнә, фазан, страус; балыҡтарҙан — толстолобик, амур, бөжәктәрҙән — иңкеш, себендәр. Себендәрҙе ҡулға эйәләштереү башҡарылды һәм бөгөнгө көнлә лә дауам итә. Был эш фермаларҙа тиреҫте утилләштереү өсөе башҡарыла.

Ҡулға эйәләшкән хайуандар барлыҡҡа килеүе кешенең тормошон тулыһынса үҙгәртә. Йорт хайуандары булыуы кешене аслыҡтан ҡотҡара. Эттәр һунарҙа ярҙам итә, хәүеф барлығын иҫкәртә.

Ҡулға эйәләштереү оҙайлы процесс. Төньяҡ боландарын һәм эттәрҙе Б. Э.Т 18 мең йыл элек ҡулға эйәләштерелгән тигән фараз бар. Һарыҡтар 18 мең йыл элегерәк; кәзәләр һәм сусҡалар 6,5 мең йыл эдегерәк; һыйырҙар 5 мең йыл элегерәк; ебәк ҡорто — 4,5 мең йыл элек ҡулға эйәләштерелгән.

Айырым бер төр хайуандар Ер шарының билдәле бер районында башҡарылған. Мәҫәлән: аттар — Евразия далаларында, тауыҡтар — Һиндостан далаларында, цесарка — Африкала, күркәләр — Америкала, өйрәктәр һәм ебәк ҡорто — Ҡытайҙа, күгәрсендәр, Нил ҡаҙҙары һәм бесәйҙәр Мысырҙа башҡарылған тип иҫәпләнә. Сусҡа, ҡуян һәм кәзәләр бер нисә урында йортлаштырылған тип иҫәпләнә.


Йортлаштырылған хайуандарҙы артан үҫтереүһәм үрсетеү кеше өсөн кәрәк булған төрлө билдәлерҙе һайлап алыу (селекция) ысулы менән яңы тоҡомдар сығарыу күҙ уңында тотола.

Ҡоштарҙы йортлаштырыу йорортҡа һалыусанлығын һәм тиҙ үҫеүсәнлеген күтәәу өсөн башҡарылған. Ҡаырағай ҡаҙҙарҙың массаһы 5—6 кг булһа, ит өсөн үҫтерлгәндәренеке 12 кг—ға еткән. Ҡырағай өйрәк, тауыҡ, бүҙәнә йылына 6—19 йомортҡа һалһа, йортлаштырылғандары 300—400 йомортҡа һалған. Һарыҡтарҙы йортлаштырыу бер нисә йүнәштә барған: берәстәр һанын арттырыу, ит-май тоҡомдарының тән массаһын арттырыу, йөн һәм һөт сығымын арттырыу.

Һыйыр малынын һөтлөлөк, тән ауырлығы, үрсемлек талап ителгән. Һөт биреүсе малдар йылына 10—12 мең литр һөт бирә. Ит йүнәлешендәге һыйыр ауырлыға 1 т артып китә.

Йорт хайуандары тәбиғәт шарттарында ярҙамһыҙ була. Әммә был улыр үҙ ата-бабалырынан түбән тиғендә аңлатмай. Улар тик көндәлек тормоштоң яңы шарттарына, кеше талаптарына яраҡлашҡан.

Thumb
Кәрәҙҙә бал ҡорттары
Remove ads

Хайуандарҙы йортлаштырыу хронологияһы

Ентеклерәк мәғлүмәт Төр, Осор ...

Икенсе тулҡын

Ентеклерәк мәғлүмәт Төр, Осор ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads