Төньяҡ Африка

From Wikipedia, the free encyclopedia

Төньяҡ Африка
Remove ads

Төньяҡ Африка (ғәр. شمال أفريقيا) — Африка төбәге, майҙаны яҡынса 10 млн км2. Төбәктең күпселек өлөшө Сахара сүллегендә урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Донъя ҡитғаһы, Урын ...

Remove ads

Географияһы

Thumb
Мемфистағы Птах ғибәҙәтханаһында Икенсе Рамзес статуяһы
Thumb
Төбәккә иң йыш индерелгән дәүләттәр

Төньяҡ Африка Урта диңгеҙҙән алып һуҙыла һәм Сахара сүленең ҙур өлөшөн алып тора. Тәбиғи шарттары яғынан бында субтропик төньяҡты һәм Сахара сүлен айырып күрһәтергә мөмкин.

Тарихы

Ҡара Африканан айырмалы рәүештә, Төньяҡ Африка халҡының күпселек өлөшө европеоид расаһына ҡарай. Күпселек осраҡта улар ғәрәп һәм бербер тамырлы[3].

Африканы колонизациялау һәм бойондороҡһоҙлоҡ яулау

XX быуат башына бөтә Төньяҡ Африка тиерлек европалылар хакимлығы аҫтында була. Франция Алжир, Мавритания, Тунис һәм Марокконың күпселек өлөшөн биләп тора. Бөйөк Британия Судан һәм Мысырға хужа була. Испания Марокконың төньяғына һәм Көнбайыш Сахараға хакимлыҡ итә. Италия 1911—1912 йылдарҙа Төрөк-итальян һуғышы һуңынан Ливияға баш була. Әммә 1950—1960 йылдарҙа Төньяҡ Африка илдәренең күбеһе бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Хәҙерге заман

Төньяҡ Африкала 7 ил бар: Мысыр, Судан, Ливия, Тунис, Алжир, Марокко һәм формаль рәүештә Көнбайыш Сахара. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: европеоид ғәрәп теллеләрҙең башҡа ҡара тәнле африкалылар менән этник һәм дини айырмалыҡтары төбәктә һәм континенттың сик буйы территорияларында күп һуғыштар һәм конфликттар тыуҙыра.

Remove ads

Климаты

Сахарала бер нисә йыл яуым-төшөм булмай, әммә һирәк-һаяҡ көслө ямғырҙар була, улар ташҡынға килтереүе ихтимал.

Әгәр ер өҫтөнә яҡын ер аҫты һыуҙары урынлашҡан булһа, йәшел оазистар осрай. Оазистар тирәләй ғәҙәттә сүллектең төп халҡы тупланған.

Ентеклерәк мәғлүмәт Төньяҡ Африка климаты, Күрһәткес ...

Сахара сүллеге күләгәһендә ерҙәге иң юғары температура +58 °C теркәлгән. Әммә төндәр бында һалҡын.

Remove ads

Мәҙәниәте

Мәғриб илдәре мәҙәниәте ҡара Африка, Урта диңгеҙ, Яҡын Көнсығыш һәм Европа мәҙәниәтенең ҡатмарлы синтезы булып тора.

Төньяҡ Африка территорияһында бик күп мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Бөтә донъя мираҫы исемлегенә планетаның иң боронғо ҡалаларының береһе — Мемфис һәм районда пирамидалар Ғизә (Мысыр) емереклектәре индерелгән; Фәс (Марокко) ҡалаһының иң яҡшы һаҡланған урта быуат кварталдары һәм таш быуат осорондағы матур ҡая һүрәттәре менәнТассилин-Аджер (Алжир) яйлаһы индерелгән . Ливияла боронғо Лептис-Магна ҡалаһы ҡалдыҡтары һаҡланған.

Сахаранан төньяҡҡа ҡарай Африка халҡының күпселеге һөйләшә ғәрәпсә һөйләшә һәм ислам дине тота. Шуға күрә был илдәрҙең архитектураһы, әҙәбиәте һәм башҡа сәнғәт төрҙәре ғәрәп стиленең уртаҡлығы менән характерлана.

Ҡайһы бер илдәрҙә француз теле һәм һирәгерәк испан теле таралған.

Remove ads

Төньяҡ Африка дәүләттәре

Ентеклерәк мәғлүмәт Дәүләт, Төркөмләү ысулы ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads