Калуга өлкәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Калу́га өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округ составына инә.
Калуга өлкәһе 1944 йылда ойошторола. Төньяҡ-көнбайышта — Смоленск өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта — Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, көнсығышта — Тула өлкәһе, көньяҡта — Брянск һәм Орёл өлкәләре менән сиктәш.
Remove ads
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 009 772 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 33.91 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 76.25 % (2015).
Калуга өлкәһендә 1989 йылда — 489, 2002 йылда — 451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[4].
Административ-территориаль бүленеш
2011 йылға ҡарата Калуга өлкәһендә 303 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:
- 2 ҡала округы
- 24 муниципаль район
- 26 ҡала һәм 251 ауыл биләмәһе
Билдәле шәхестәре
- Авдошкин Семён Егорович (15.08.1918—9.03.1963), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, пулемёт ротаһы командиры, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сначёв Владимир Иванович (1955), ғалим-геолог. 1978 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты инженеры, 1985 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 йылдан — мәғдән ятҡылыҡтары лабораторияһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Людинов ҡалаһынан[5].
- Спасский Владимир Иосифович (9.05.1874—18.03.1955), ғалим-күҙ табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Медицина фәндере докторы (1947), профессор (1947). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), «Почёт Билдәһе» (1950) ордендары кавалеры. Сығышы менән Калуга губернаһының Рождество ауылынан[6].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads