Кальций

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кальций
Remove ads

Кальций (Calcium) — Ca, Д. И. Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы. Йылтыр‑аҡ төҫлө металл, иреү t 842°С, ҡайнау t 1495°С, тығыҙлығы 1540 кг/м³. Ҡоро һауала 300°С юғарыраҡ температурала окислана. Хлор, бром, күпселек кислоталар (ҡуйыртылған көкөрт һәм азот кислоталарынан башҡа), дым булғанда — һауа, йылытҡанда — фтор, көкөрт, водород, азот, углерод, фосфор менән үҙ‑ара тәьҫир итешә. Күп металдарҙы уларҙың сульфидтарынан, оксидтарынан, галогенидтарынан ҡыҫырыҡлап сығара, алюмин, көмөш, алтын, баҡыр, литий, магний, ҡурғаш, аҡ ҡурғаш менән интерметалл берләшмәләр барлыҡҡа килтерә.

Ҡыҫҡа факттар Ябай матдәнең тышҡы күренеше, Атом үҙенсәлектәре ...
20
Кальций
40,078
4s2

Башҡортостанда кальций берләшмәләрен «Каустик» ААЙ (К. хлориды), «Сода» ААЙ (Кальций оксиды, хлориды), Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы (Кальций ионоляты) етештерә. Шулай уҡ Кальций берләшмәләренең дарыу формаларын — глюконат, пангамат һәм хлорид («Фармстандарт—Өфө витамин заводы» ААЙ), глюконат һәм хлорид («Иммунопрепарат») сығарыу ойошторолған.

1957 йыл БДУ‑ла Һарытау университы ғалимдары менән берлектә байтаҡ күләмдә магний булғанда кальций барлығын билдәләү өсөн индикатор (Гидрон II) уйлап табыла, ул Бөтә Союз «Союзреактив» тресында етештерелә һәм химик лаб. практикаһына ҡулланыуға индерелә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads