Канар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Канарmap
Remove ads

Канар утрауҙары —  Атлантик океандағы вулкан һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ете утрауҙан торған архипелаг,  Африканың (Марокко һәм Көнбайыш Сахара) төньяҡ-көнбайыш ярҙары янында урынлашҡан.  Утрауҙар Испанияға ҡарай һәм уның  автоном ширҡәттәренең береһе булып тора. Баш ҡалаһы икәү -  Санта-Крус-де-Тенерифе һәм Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, әммә1927 йылға тиклем тик Санта-Крус-де-Тенерифе генә була.  Кәнәри утрауҙары тип тә атайҙар.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

"Канар утрауҙары" атамаһы (исп. Las Islas Canariasлат. Canariae Insulae тигәнде аңлата, йәғни һүҙмә-һүҙ әйткәндә "Эт утрауҙары".  Боронғо Рим ғалимы   Өлкән Плиний  был атама утрауҙа ҙур эттәрҙең күп булыуына бәйле бирелгән тип иҫәпләгән. Бының менән ул архипелагка беҙҙең эраның 40-сы йылдарында сәйәхәт яһаған  мавритан[2][3] короле Юбы II яҙмаларына һылтана. Был сәйәхәттән  үҙ иленә (хәҙерге Марокко биләмәһе) ике эт алып ҡайта, аҙаҡ улар Канар утрауҙарының гербында һүрәтләнә.

Шулай уҡ урындағы халыҡ, гуанча, эттәрҙе изге хайуан тип һанаған. Египет культы булған эт башлы Анубис менән уларҙың да бәйләнеше булыуы ихтимал.

Бынан тыш Боронғо Рим сығанаҡтарында  Марокко биләмәһендә йәшәгән бербер ҡәбиләләренә бәйле фараздар ҙа бар.

Remove ads

Географияһы

Thumb
Канар утрауҙары картаһы

Архипелаг ете ҙур һәм бер нисә ваҡ утрауҙан тора. Уларҙың уртаһындағы Тенерифе (2057 км²) утрауы халыҡ һаны буйынса ла иң ҙуры. Көнбайыштараҡ  Гомер (378 км²), Ирро (277 км²) һәм Пальма (708 км²) утрауҙары урынлашҡан. Гран-Канария  утрауы Тенерифе утрауынан көнсығыштараҡ. Ул ҙурлығы буйынса өсөнсө урында (1532 км²). Унан арыраҡ Фуэртевентура (1659 км²) һәм Лансароте (795 км²) утрауҙары. Бәләкәй  утрауҙарҙан Грасьоса (27 км²) утрауында ғына халыҡ йәшәй. Көнсығыш ҡарай Алегранса (10 км²), Монтанья Клара (1 км²), Лобос (6 км²), Роке-дель-Оэсте һәм Роке-дель-Эсте утрауҙары ята. Барлығы — 13 утрау.

Географик яҡтан архипелаг Макаронезияға ҡарай. Был төркөмгә шулай уҡ Азор, Зеленый Мыс, Мадейра һәм Селваженш утрауҙары инә. 

Remove ads

Климат

Канар утрауҙарының климаты тропик пассат, еңелсә эҫе һәм ҡоро тип билдәләнә:

  1.  Африкаға (Сахара сүллегенә) яҡын  булғанлыҡтан бында эҫе менән ҡом алып килеүсе шерги (сирокко) еле йыш иҫә. Ҡоролоҡ бигерәк тә көнсығыштағы утрауҙарға хас;
  2. Даими иҫкән пассат елдәре төньяҡ-көнсығыштан килә. Улар дымлыраҡ һәм Африканың йоҡонтоһон йомшарта;
  3. Азор утрауҙары өҫтөндәге антициклон, һалҡын Канар ағымы, Атлантик океан йоғонтоһо климатты йомшарта. Утрауҙарҙа яуым-төшөм аҙ, әммә яр буйҙарында артыҡ эҫе түгел;
  4. Утрауҙар таулы булғанға  күрә климатҡа рельеф һәм бейеклек тә тәьҫир итә. Был бигерәк тә архипелагтың иң бейек утрауҙары - Тенерифе, Пальме, Гран-Канарияла ныҡ һиҙелә. Улар тураһында "миниатюр континент" тиҙәр: яр буйҙарында хатта ҡыш көнө 20 °С йылы тора, йәйҙәрен иһә тау баштарында ҡар ята;
  5. Был архипелагта климат һәм һауа торошо төрлөсә - төньяҡ утрауҙар йәшеллеккә бай, дымлы, көньяҡтағылары - ҡоро.

Ғөмүмән, утрауҙар өсөн температураның тигеҙ бүленеше хас. Башлыса бында ҡояшлы йылы көндәр тора, һыу температураһы йыл буйына бер кимәлдә - 20 °С, яр буйындағы һауа температураһы ҡышын  10 °С -  25 °С, йәйге миҙгелдә 20 °С - 30 °С.

Thumb
Испандарҙың гуанча ҡәбиләһен яулауы (1496) — Тенерифе

Христофор Колумб Һиндостанға булған тәүге сәйәхәтендә Гомера утрауында туҡтап китә. Американы асҡандан һуң, Канар утрауҙары   Европанан килгән юлда мөһим туҡталыш булып хеҙмәт итә башлай.  Бындай уңайлы географик урын башҡа дәүләттәрҙе, шулай уҡ диңгеҙ юлбаҫарҙарын ҡыҙыҡтыра. 1586 һәм 1596 йылдарҙа Марокко ғәскәрҙәре Лансароте утрауын баҫып ала. 1595 йылда Френсис Дрейк Лас-Пальмасҡа һөжүм итә. 1599 йылда голланд флоты Лас-Пальмасты емерә.   1657 йылда Британия флоты Роберт Блэйк етәкселегендә Тенерифе янында испандарҙы тар-мар итә. 1797 йылда адмирал Нельсон  Санта-Круз-де-Тенерифене алырға маташа. Шулай ҙа Канар утрауҙары  Испания ҡарамағында ҡала.

Канар утрауҙары һуңғы йылдарҙа  көнбайыш Африка илдәренән (Марокко, Көнбайыш Сахара, Мавритания, Мали, Гамбия, Сенегал һ. б.) күсеп китергә теләгәндәр өсөн транзит урынға әйләнә. Испанияға йәки Европа союзының башҡа илдәренә ҡасыусылар утрауҙарҙа  ваҡытлыса махсус лагерҙарҙа йәшәй, балалар өсөн дә айырым урындар ҡаралған. Ундай ҡасаҡтарҙың һаны бында йылдан-йыл арта, сөнки испан закондары 18 йәше тулмағандарҙы ҡыуып сығарыуҙы тыя.

Канар утрауҙарында испандар менән урындағы халыҡ никахынан тыуғандар, гуанча (прото-бербер халҡы) һәм башлыса испандар йәшәй[4]:

Remove ads

Халҡы

Барлыҡ халыҡ һаны: 2 111 013 кеше

  • Тенерифе — 854 906
  • Гран-Канария — 838 397
  • Лансароте — 141 938
  • Фуэртевентура — 103 167
  • Пальма — 86 996
  • Гомера — 22 769
  • Иерро — 10 892

1821 йылдан улар Испанияның провинцияһы иҫәпләнә, баш ҡалаһы итеп Санта-Крус-де-Тенерифе билдәләнә. Был Лас-Пальмас яғынан ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, шуға күрә утрауҙарҙы ике провинцияға бүлеп йөрөтәләр. 

10 меңдән ашыу халҡы булған ҡалалар

 2005 йылдың 1 ғинуарына ҡарата

Лас-Пальмас-де-Гран-Канария 378,6 Канделариа 20,6
Санта-Крус-де-Тенерифе 221,6 Лос-Льянос-де-Аридане 19,9
Сан-Кристобаль-де-Ла-Лагуна 141,6 Санта-Брихида 18,8
Тельде 96,5 Гия-де-Исора 18,7
Арона 65,6 Пахара 18,2
Санта-Лусия-де-Тирахана 56,3 Санта-Крус-де-ла-Пальма 17,8
Арресифе 53,9 Сан-Бартоломе 17,5
Сан-Бартоломе-де-Тирахана 46,4 Ла-Олива 17,3
Ла-Оротава 40,4 Тиас 16,9
Лос-Реалехос 36,2 Гуимар 16,5
Арукас 34,2 Эль-Росарио 16,0
Адехе 33,7 Моган 16,0
Гранадилья-де-Абона 33,2 Тегисе 15,8
Пуэрто-де-ла-Крус 30,6 Санта-Мария-де-Гия 14,1
Пуэрто-дель-Росарио 30,4 Санта-Урсула 12,6
Инхенио 27,3 Туйнехе 12,5
Агуимес 25,5 Терор 12,2
Икод-де-лос-Винос 24,3 Сан-Мигель-де-Абона 11,7
Гальдар 23,2 Сантьяго-дель-Тейде 11,2
Такоронте 22,3 Тегесте 10,3

Легаль булмаған иммиграция мәсьәләһе

Һылтанмалар

Этимология

Иҫкәрмәләр

 Шулай уҡ ҡара

1982 йылда Канар утрауҙары Испанияның автоном өлкәһе була һәм 1986 йылда айырым шарттарҙа Европа союзына инә.

Административ бүленеш

Thumb
Канар утрауҙарының административ картаһы

Әҙәбиәт

  • Книпович Н. М. Канарские острова // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Большаков А. А. За Столпами Геракла. Канарские утрау. — М.: Наука, 1988.

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads