Милләттәр Берләшмәһе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Милләттәр Берләшмәһеmap
Remove ads

Берләшмә (ингл. Commonwealth), йәки Милләттәр Берләшмәһе (ингл. Commonwealth of Nations; 1946 йылға ҡәҙәр Британ Милләттәр Берләшмәһе — ингл. British Commonwealth of Nations) — бойондороҡһоҙ илдәрҙең ирекле дәүләт-ара берекмәһе, уға Бөйөк Британия һәм уның бөтә тиерлек доминиондары, колониялары һәм протетораттары инә. Тағы ла Берләшмә ағзалары булып Мозамбик һәм Руанда тора.

Ҡыҫҡа факттар Ағза, Штаб-фатир ...

Remove ads

Берләшмәнең нигеҙҙәре

Thumb
Мальборо-Хаус, Берләшмә Секретариатының штаб-фатиры

Британия империяһы 13 америка колонияһын юғалтҡандан һуң, үҙендә Канаданы, Һиндостанды һәм ҡайһы бер башҡа колонияларҙы һаҡлап ҡалып, метрополияла ике сәйәси юл барлыҡҡа килә. Беренсенән Һиндостанда һәм Алыҫ Көнсығышта артабанда британ йоғонтоһон киңәйеүе, икенсеһе метрополияның колонияларҙа үҙидаралыҡ органдары төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәтмәүе[2].

«Милләттәр Берләшмәһе» төшөнсәһен тәүге тапҡыр 1884 йылда британ премьер-министры Арчибальд Филипп лорд Розберри менән индерелә. 1887 йылда Лондонда колониялар конференцияһында Берләшмәгә нигеҙ һалына, унда яңы колониаль сәйәсәттең юлдары билдәләнә: бынан башлап иң үҫешкән колонияларға доминион статусы бирелгән. Бындай статусты Канада, Австралия берлеге, Яңы Зеландия, Көньяҡ Африка берлеге, Ньюфаундленд доминионы һәм Ирландия.

1926 йылда уҙғарылған Бөйөк Британия һәм британ биләмәләренең премьер-министрҙары конференцияһында Бальфур Декларацияһы ҡабул ителгән, унда Бөйөк Британия һәм уның доминиондары үҙҙәрен бойондороҡһоҙ тулы һәм тиң хоҡуҡлы дәүләт һәм Британ милләттәр берләшмәһендә ирекле ағза булыуын таныйҙар.

Берләшмәнең хоҡуҡи статусы 1931 йылдың 11 декаберендә ҡабул ителгән Вестминстер статутында нығытыла, һәм 1947 йылға тиклем ул дәүләттәр иттифағы булып торған, уларҙың һәр береһе Бөйөк Британияға шәхси уния аша бәйләнгән (йәки уларҙың дәүләт башлығы булып британ монархы торған).

Remove ads

Үҫеш

Thumb
Оттавала Канада Парламенты бинаһы алдында Милләттәр Берләшмәһенең флагы

Икенсе донъя һуғышынан һуң Британия империяһының тарҡалыуы башлана, ул британ биләмәләрендә милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең үҫеүенә һәм британ хөкүмәтенең финанс ҡыйынлыҡтарына бәйле булған. 1946 йылдан алып «Британ Берләшмәһе» урынына «Британ Берләшмә» тип кенә атала башлай.

1947 йылда Һиндостан бойондороҡһоҙлоҡ яулағас, унда республика идаралыҡ формаһы урынлаштырыла. Был британ монархы дәүләт башлығы булыуынан баш тартыуҙы аңлата һәм Берләшмә ойошмаһының нигеҙҙәрен төптән үҙгәртеүҙе талап итә. Тәүҙә ойошманың исеме үҙгәрә, уның эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө маҡсаттары булып гуманитар миссиялар, мәғариф эше һәм башҡалар тора. Берләшмә тәү сиратта үҫеш кимәлдәре һәм иҡтисад ҡылыҡһырламалары менән айырылып торған, тығыҙ һәм тиң хоҡуҡлы үҙ-ара бәйләнешкә мөмкинлеге булған дәүләттәрҙең ойошмаһы тип ҡаралған.

Күп кенә элекке британ колонияларҙан айырмалы рәүештә, 1948 йылда — Бирма һәм 1967 йылда — Аден бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, улар Берләшмәгә инмәй ҡала. Элекке британ протектораттарҙан һәм мандатлы территорияларҙан Мысыр (1922 йылда азатлыҡ алған), Израиль (1948), Ираҡ (1932]), Бахрейн (1971), Иордания (1946), Кувейт (1961), Катар (1971) һәм Оман (1971) илдәре Берләшмәгә инмәйҙәр. 1949 йылда Ирландияла республика идара итеү ҡоролошо индерелгәндән һуң Берләшмәнән сыға, әммә шул уҡ йылғы Ирландия Акты буйынса, республиканың граждандары британ ҡануниәтенә ярашлы башҡа Берләшмә илдәре граждандары кеүек тиң статус эйә булалар. 1961 йылда Көньяҡ Африка Республикаһы ойошманан сыға, ә 1994 йылдың июнендә уға кире ҡайта.

1949 йылда Лондонда Берләшмә илдәренең премьер-министрҙары кәңәшмәһендә республика идара итеү ҡоролошо һәм ойошмала ағзалыҡ араһында булған ҡаршылыҡтары хәл ителә. 1950 йылдың ғинуарынан алып Һиндостан британ монархын «Берләшмәнең башлығы һәм Берләшмәнең бойондороҡһоҙ дәүләт-ағзаларының ирекле ассоциацияһының символы» сифатында ҡабул итергә ризалыҡ бирә. Берләшмәнең ҡалған ағзалары үҙ яғынан Һиндостандың ағзалығын һаҡларға риза була. Пакистан тәҡдиме буйынса башҡа дәүләттәргә лә шундай уҡ ҡарар ҡабул итәләр. Лондон декларацияһын йыш ҡына хәҙерге күренештә булған Берләшмәне барлыҡҡа килтергән документ тип ҡарала.

Берләшмәгә ингән Бөйөк Британиянан башҡа 17 илдең дәүләт башлығы булып генерал-губернатор вәкиллеге менән күрһәтелгән Англия монархы тора. Монарх Берләшмәнең башлығы ла булып тора. Ағза-дәүләттәрҙең күбеһе британ монархын ил етәксеһе итеп танымайҙар, әммә был уларҙың статусына тәьҫир яһамай. Берләшмә сәйәси иттифаҡ булып тормай, һәм ундағы ағзалыҡ Бөйөк Британияға башҡа ағзаларға сәйәси йоғонто яһарға бирмәй.

Remove ads

Ағзалыҡ

Thumb
Лондондың Парламент скверында Милләттәр Берләшмәһе ағзаларының флагтары

Берләшмәгә ингән илдәрҙең дөйөм халыҡ һаны 2,245 миллиардҡа етә, был яғын донъя халҡының 30 %-тын тәшкил итә. Халыҡ һаны буйынса беренсе урында Һиндостан (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса бер миллиард кеше), унан һуң Пакистан, Бангладеш һәм Нигерия тора (уларҙың һәр береһенең халҡының һаны 100 миллиондан ашыу). Иң аҙ халыҡ һаны булған ағза Тувалу, унда 12 мең кеше йәшәй. Берләшмә илдәренең дөйөм майҙаны ҡоро ерҙең дүрттән бер өлөшөн алып тора. Территориялар буйынса иң ҙурҙары — Канада, Австралия һәм Һиндостан.

Берләшмәгә ағзалыҡ уның эшмәкәрлегенең төп маҡсаттарын таныған һәр бер илгә асыҡ. Бының өсөн Бөйөк Британия йәки Берләшмәнең башҡа ағзалары менән кандидаттың элекке йәки хәҙерге конституциялы бәйләнештәр булыуы шарт. Бөтә ағзаларҙың да Бөйөк Британия менән конституциялы бәйләнештәре булмаған — ҡайһы бер Океания илдәре Австралия йәки Яңы Зеландия идаралығы аҫтында булған, ә Намибия 1920 йылдан алып 1990 йылға тиклем — Көньяҡ Африка Республикаһына буйһона. 1995 йылда Берләшмәгә Камерун ҡушыла, уның территорияһының тик бер өлөшө генә Британия мандаты (1920—1946) һәм опекаһы (1946—1961) аҫтында булған.

1995 йылда башҡаларҙан айырмалы рәүештә элек Португалия колонияһы булған Мозамбик Берләшмәгә инә. 2009 йылдың 29 нояберендә Руанда Милләттәр Берләшмәһенең 54-се ағзаһы булып китә[3].

2013 йылдың 2 октяберендә Гамбия Милләттәр Берләшмәһенән сыға[4].

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләттәр Берләшмәһенең ғәмәлдәге ағзалары, Дәүләт ...
Remove ads

Ағзалыҡ алмағандар

Франция президенты Шарль де Голль Францияның Берләшмәгә инергә мөрәжәғәт биреү мөмкинлеге хаҡында мәсьәлә күтәреп сыға, әммә Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, был һорау башҡаса ҡаралмай.

Израиль премьер-министры Давид Бен-Гурион үҙенең илен Берләшмәгә инергә тәҡдим итә, әммә уның граждандары риза булмай. Берләшмәлә был идеяға ҡаршы булалар.

Мысыр, Ираҡ, Бахрейн, Иордания, Кувейт һәм Оман Бөйөк Британияға буйһонған булһалар ҙа, бер ваҡытта ла Берләшмәгә инергә теләк белдермәйҙәр. Америка Ҡушма Штаттары ла бының тураһында һорау күтәрмәй. 1997 йылда Гонконг, Ҡытай Халыҡ Республикаһы составына инеп, Берләшмәнең өлөшө булыуынан туҡтай.

Remove ads

Ағзалыҡ туҡтатылған

Милләттәр Берләшмәһенең һәр бер иленең үҙ теләге менән ойошманан сығырға хоҡуғы бар.

1972 йылда Бангладешты бойондороҡһоҙ дәүләт тип таныған өсөн Берләшмәнән Пакистан сыға. 1989 йылда Пакистан ойошма составына кире ҡайта.

1987—1997 йылдарҙа, Фиджила дәүләт түңкәрелешенән һуң республика идаралыҡ ҡоролошо ҡабул ителгәс, ул ойошманан сыға. 2009 йылдың 1 сентяберендә Фиджиның ағзалығы тулыһынса туҡтатыла, сөнки билдәләнгән ваҡытта илдә демократик һайлауҙар үткәрелмәй ҡала[11][12].

2003 йылда Зимбабве Берләшмәнән сыға[13]. 2013 йылдың 2 октяберендә Гамбия хөкүмәте Милләттәр Берләшмәһенән сығыуы хаҡында белдерә[2].

Remove ads

Берләшмәнең ҡоролошо

Thumb
Королева Елизавета II — 1952 йылдан алып Милләттәр Берләшмәһе башлығы

Милләттәр Берләшмәһе башлығы булып Бөйөк Британия монархы булып тора, хәҙерге заманда — королева Елизавета II. Уның ойошма башлығы эшендә бер ниндәй вазифаһы юҡ һәм монарх тик символ ғына булып тора. 17 Берләшмәнең илдәре өсөн Бөйөк Британия монархы дәүләт башлығы булып тора, әммә был эштәлә монарх бер ниндәйҙә формаль вазифалар башҡармай.

Милләттәр Берләшмәһе башлығы посты титул булмай һәм нәҫел буйынса күсмәй. Бөйөк Британия монархы алышанғандан һуң, Берләшмә дәүләт-ағзаларының хөкүмәттәре кәңәшмәһендә тик формаль ҡарар ҡабул итергә тейеш була.

Берләшмә менән идаралыҡты Секретариат башҡара. 1965 йылдан алып ойошманың штаб-фатиры Лондонда урынлаша. 2008 йылдан алып Секретариат башлығы булып Камалеш Шарма (Һиндостан)тора[14].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads