Керсти Кальюлайд
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Керсти Ка́льюлайд (эст. Kersti Kaljulaid; 30 декабрь 1969, Тарту, Эстон ССР-ы, СССР) — Эстония дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Эстония Республикаһы президенты (2016 йылдың 10 октябренән)[6].

Remove ads
Биографияһы
Керсти Кальюлайд 1969 йылдың 30 декабрендә Эстон ССР-ы Тарту ҡалаһында донъяға килгән һәм тыуыу урыны буйынса Эстония гражданы[7][8]. 1987 йылда Таллин ҡалаһының 44-се урта мәктәбен[9], ә 1992 йылда Тарту университетының биология факультетын тамамлай[10]. Туған эстон теленән тыш, Керсти Кальюлайд фин, инглиз, француз, немец һәм урыҫ телдәрен белә[11][12][13]. 2001 йылда Тарту университетында эшлекле администрациялау магистры дәрәжәһен ала.
Эстония нәҫел фонды ағзаһы һәм Тарту университеты кураторияһының ағзаһы була. 2011 йылдан Тарту университеты советын етәкләй[14].
1998—1999 йылдарҙа Hansapank Markets банк инвестициялары бүлегендә проект етәксеһе булып эшләй. 1999 йылда Эстония премьер-министры Март Лаарҙың иҡтисад буйынса кәңәшсеһе була[15][16].
2001 йылдан 2004 йылға ҡәҙәр «Ватан союзы» («Исамаалийт») партияһы ағзаһы була[17].
2002 йылдың февралендә «Иру» электр станцияһының идаралыҡ иҫәбе бүлегенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдың сентябрендә ошо электр станцияһының директоры итеп тәғәйенләнә[16].
2004 йылдың майынан 2016 йылдың сентябренә ҡәҙәр Европа хисап палатаһында Эстонияның вәкиле булып эшләй[18]. 2010 йылдан 2014 йылға тиклем контроль методикаһы һәм йыллыҡ отчеттар өсөн яуап бирә. 2014 йылдан ауыл хужалығы буйынса аудит һәм палата структураһын реформалау уҙғарыла[16].

2016 йылдың сентябренән Рийгикогу канцелярияһы ҡарамағындағы ойошторолған үҫеш мониторингы буйынса советын етәкләй[16].

Рийгикогула президент һайлауҙарының өс раунды ла һәм выборщиктар коллегияһындағы ике раунд та еңеүсене билдәләй алмағас, Эстония парламентының аҡһаҡалдар советы 27 сентябрҙә Кальюлайдты дәүләт башлығы итеп берҙән-бер кандидат итеп тәҡдим итә[19]. 2016 йылдың 3 октябрендә Рийкогула Эстония президенты һайлауҙарында 101 тауыштан 81-ҙе йыя[20] һәм илдең тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты була[21][22]. Кальюлайд дәүләт башлығы итеп һайланғандан һуң, артабан да Таллиндың Нымме районында үҙенең йортонда йәшәргә һәм Кадриоргта президент һарайына күсмәҫкә теләген белдерә[23][24]. 10 октябрҙә рәсми рәүештә Эстония президенты вазифаһын үтәй башлай һәм алтын йондоҙ менән түш сылбырын ала[25].
Вазифаны үтәй башлағандан һуң, Кальюлайд тәүге рәсми визит менән Финляндияға һәм Латвияға бара[26][27][28]. 2019 йылдың апрелендә эш сәфәре менән Рәсәйгә килә һәм президент Владимир Путин менән осраша. Осрашыуҙа сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә ике яҡлы мөнәсәбәт мәсьәләләре буйынса фекер алышынылды.

2017 йылдың ноябрендә Forbes америка журналының «100 иң авторитетлы ҡатын-ҡыҙ» исемлегендә 78-се баҫҡысҡа күтәрелә[29].
2018 йылдың яҙында Керсти Кальюлайд сит ил башлыҡтарынан тәүге булып Украинаның көнсығышында низағ зонаһына килә[30].
2021 йылда Кальюлайд Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы (ОЭСР) генераль секретары вазифаһына үҙ тәҡдимен тауышҡа ҡуя[31].
Remove ads
Ғаиләһе


- Тәүге ире — Таави Тальвик (никахта 1988 йылдың 1 апреленән)[32].
Керстиның бер туған ҡустыһы Раймонд Кальюлайд 2016 йылдың мартынан 2019 йылдың апреленә тиклем Пыхья-Таллин (Таллиндың районы) аҡһаҡалы вазифаһын биләй[39], а с апреля 2019 года стал депутатом Рийгикогу.
Remove ads
Бүләктәре[40]
Эстония наградалары
Сит ил наградалары
- Маҡтаулы исемдәре
Филателияла
2017 йылдың 10 октябрендә Эстония почтаһы (Omniva) Керсти Кальюлайд һүрәте менән почта маркаһын сығара. Марка «1918 йылдан» 2018 йылға тиклем Эстония Республикаһы президенттары» серияһына арналған. Портреттың рәссамы — Лембит Лыхмус[43][44].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
















