Кизляр

Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia

Кизлярmap
Remove ads


Кизляр Рәсәй Федарицияһы Дағстан республикаһы ҡалаһы. Кизляр районының административ үҙәге. Кизляр ҡалаһы ҡала округы барлыҡҡа килтерә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Географик урыны

Кизляр ҡалаһы Дағстан Республикаһының төньяғында, Иҫке Терек йылғаһы ярында, Чечен Республикаһы сигенән алыҫ түгел, Махачкаланан төньяҡ-көбайыштараҡ 140 км-ҙа урынлашҡан

Климат

Кизляр климаты — ҡоро уртаса-континенталь, ҡоро субтропик (Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса иң һалҡын айҙағы температураһы >0) климатҡа күсеүсе.

Ентеклерәк мәғлүмәт Климат Кизляр, Күрһәткестәре ...
Remove ads

Этимология

Был боронғо ҡаланың исеме Терек йылғаһының ҡушылдығы, хәҙерге Таловка исеменән алынған тигән фараз бар. Төрөк теленән тәржемәһе Кизляр — ҡыҙҙар. В. А. Никонов, топонимда төркиҙең «ҡыҙыл яр» һүҙе ята һәм был ҡәлғә исеме менән бәйле, тип аңлата[3].

Терек йылғаһының түбәнге ағымы боронғо замандан башлап мөһим сауҙа юлы була һәм Көнсығыш Европа илдәрен Көнсығыш менән бәйләп тора.

Шулай уҡ тарихи монографиялар был урын тураһында һөйләп тора. «Дербенд-намэ»лә уның авторы, VII быуат хазарҙарын тасуирлағанда уларҙың ғәрәптәр менән Сурхаб ҡәлғәһендә һуғышҡан саҡта (автор яҡынса 17-18 быуаттарҙа йәшәгән) ҡәлғә Кызыл-йар тип аталған тип яҙа.

Ҡала нигеҙләнеүенең хәҙерге рәсми датаһы 1735 йыл иҫәпләнә, сөнки был йылда Кизляр рус ҡәлғәһе төҙөлә башлай, әммә бында даими торлаҡ быға тиклем 150-200 йыл элек үк булған.

XVI быуат башында бында Кизляр ауылына нигеҙ һалынғас та Урта Азиянан сыҡҡан сауҙагәр тажиктар килә. Улар үҙ биләмәһен Абсияхкент тип атаған, (фарсы һүҙенән тәржемәһе аб — һыу, сиях — ҡара, кент — ауыл, ҡала), шул уҡ ваҡытта бындағы ҡумыҡтар уны Карасув-кент (төркисә ҡара — ҡара,су — һыу, кент — тораҡ) йәки Кызлар-ҡала тип йөрөтә. Китап. А. Ибрагимова

XVI быуаттың икенсе яртыһында был ауылда, батша указына ярашлы, «Кизляр ҡарауылы» йәки «Кизлярский перевоз» заставаһы тора.

Бындай сит ил илселектәре һәм сауҙа өсөн йөк тейәү пункты булған урынға төрлө милләт кешеләре яйлап күпләп килә башлай.

«Тарихи Кизляркалы»ға ярашлы, Урта Азиянан килгәндәрҙең ауылдары янына «иң тәүҙә Карабагтан әрмәндәр күсеп килә. Һуңыраҡ урыҫтар ҙа килә». Кизляр янындағы тораҡ пункттары башлыса рус казактары биләмәләре була.

1735 йылда генерал-аншеф Я. В. Левашов Кизляр ҡәлғәһенә нигеҙ һала, артабан ҡәлғә ҡала статусы ала. Рус казактары Кизляр станицаһында йәшәй. Башҡа рус булмағандар айырым кварталдарҙа йәшәгән. Улар барыһы ла Терек-Кизляр казактары тип йөрөтөлгән.

XVIII быуат буйы Кизлярға башҡа күп милләт халыҡтары килә һәм ҡала халҡы йылдам күбәйә. Хөкүмәт Рәсәй төбәген нығытыу маҡсатында бында халыҡтың күпләп килеүен тәьмин итә. Бында христиан әрмәндәр, грузиндар, суҡындырылған кабарҙылар һәм осетиндар, мосолмандарҙан : ҡумыҡтар, нуғайҙар, чечендар килә.

1800 йылдарҙа ҡалала 1622 әрмән, 673 грузин йәшәгән, был халыҡтың 73%-ын тәшкил иткән[4].

Thumb
Кизляр ҡалаһы планы (ПСЗРИ, 1839)
Thumb
Совет урамы

XIX быуат башында ҡала Рәсәйҙең көньяғында мөһим роль уйнай, Төньяҡ Кавказдың асылда сәйәси һәм иҡтисади үҙәге булып тора. XIX быуаттың тәүге сирегендә ҡалала 15 мең кеше йәшәгән (ғәскәрҙәрҙән һәм ҡалаға ваҡытлыса килеүселәрҙән тыш). Әстрәхән һәм Киевтан ҡала ул көньяҡта иң ҙур ҡала булып һаналған.

XVIII—XIХ быуаттың тәүге яртыһында Кизляр Рәсәй һәм Төньяҡ Кавказ халыҡтары араһында эре сауҙа үҙәге була, шулай уҡ Рәсәйҙең көнсығыш илдәре менән сауҙа итеүенең мөһим пункты булып тора. Ул Рәсәй менән Көнсығыш илдәре араһындағы тышҡы сауҙа күләме буйынса илдә беренсе урынды биләй.

Кизляр тирәһендә шарап әҙерләү һәм ебәк ағасы үҫтереү, виноград һәм башҡа ауыл хужалығы культуралрын үҫтерәләр. Виноградсылыҡ һәм шарап эшләү иҡтисадтың төп тармағы булып үҫешә. 1885 йылда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр коньяк етештерелә.

Балыҡсылыҡ хужалыҡтың традицион тармағы булып тора.

Рәсәйҙә 1805 йылда беренсе шарап әҙерләү мәктәбе асыла. 1822 йылдан алып Кизляр ҡалаһы Кавказ өлкәһе составында тора. 1860 йылдан алып — Кизлярский округы үҙәге.

1867 йылдың 9 декабрендә Кизляр Ставрополь губернаһының Терек өлкәһенә ҡарай[5].

Граждандар һуғышының герой-ҡалаһы булып тора. 1922 йылда Дағстан АССР-ының составына индерелә.

1944 йылдан алып — Кизляр ҡалаһы Грозный өлкәһе составында, 1957 йылда яңынан Дағстанға тапшырыла.

Рәсәйҙәге Беренсе Чечен һуғышы ваҡытында ҡалала теракттар үтә (1996 йылдың ғинуарында).

2015 йылдың 3 октябрендә ҡала үҙенең 280 йыллығын билдәләй[6].

Thumb
Кизляр ҡала хакимиәте бинаһы


Ҡалала урыҫ һәм Терек казактарының һаны 83,0%-тан 40,49 процентҡа тиклем кәмегән[7][8].

Remove ads

Иҡтисад

Thumb
Ҡала мәсете

Крестовоздвиженский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры

Thumb
Крестовоздвиженский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры
  • Коньяк заводы:
    • Кизляр коньяк заводы[9] (билдәле 1885 йыл);
    • Шарап-коньякй заводы «Кизляр»[10]
    • ЯСЙ « Кизляр коньяк комбинаты»
    • ZCQ ЛВЗ-«Кизляр»
  • Электромеханика, электроаппарат заводы.
  • Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү.
  • Концерны «КЭМЗ»[11]

Транспорт

Тимер юлдар

Thumb
Тимер юл станцияһы «Кизляр» 2014 йыл.

Кизляр Дағстандың тимер юл үҙәге булып тора. «Кизляр» станцияһы илгә йөк ебәреү урыны.

Станция аша Мәскәү — Махачкала, Төмән — Махачкала, Мәскәү — Баку, Волгоград — Грозный. маршруттары буйынса пассажирҙар поездары йөрөй.2005 йылға тиклем Мәскәү — Кизляр пассажир поезы ла йөрөгән була.

Ҡалала күп төрлө йәмәғәт транспорты, маршрут таксийы (12 маршрут[12]) йөрөй[13].

Remove ads

Мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары

  • П. И. Багратион исемендәге ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы
    Thumb
    Багратион исемендәге музей. Кизляр
  • Архитектура һәйкәле: ҡала идаралығының элекке бинаһы (хәҙерге музей), элекке дворян йыйылышы бинаһы (XIX б.).
  • Ҡала эргәһендә — «Кострома ҡаласығы» II—III бб. б. э.
  • Ҡаласыҡ «Трехстенный ҡаласығы» XVI быуат (Крайновка һәм Александрийск станицалары араһында).

Уҡыу йорттары

  • Дағстан дәүләт университеты (филиал)
  • Санкт-петербург дәүләт иҡтисад университеты (филиал)
  • Дағстан дәүләт техник университеты (филиал)
  • Кизляр медицина училищеһы
  • Дағстан электр-механик колледжы
  • Дағстан профессиональ-педагогия колледжы.
  • Республика полипрофессиональ колледжы

Туғанлашҡан ҡалалары

Топографик картаһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads