Кизляр районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кизляр районы — Рәсәй Федерацияһының Дағстан Республикаһы составындағы административ-территориаль муниципаль берәмеге.
Административ үҙәге — Кизляр (район составына инмәй).

Remove ads
Географияһы
Кизляр районы Дағстан республикаһының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ул көнбайышта һәм төньяҡта Тарумовский районы, көньяҡта — Бабаюрт, көнбайышта — Чечен Республикаһы, көнсығыштан — Каспий диңгеҙе менән сиктәш
Кизляр райроны территорияһы Каспий буйы уйһыулығында, Терек йылғаһы тамағында һәм уның ҡылымдары янында урынлашҡан. Бындай географик хәле уның ланшафтында һәм үҫемлектәр донъяһында сағыла.


Ландшафты болонло дала тибында, бында һаҙлы участкалар, шулай уҡ сүл тупраҡлы участкылар бар. Майҙаны — 3047 км².
Уйһыу һаҙ участкаларында ҡамыш әрәмәлектәре бар.
Хайуандар донъяһында: һөйрәлеүсәләр (гҡара йылан), ҡоштар (фазан, ҡырағай өйрәк, һ. б.), имеҙеүселәр (камыш бесәйе, ҡарһаҡ, ҡырағай ҡабан, ондатра, ялман) — бар.
Йылғаларында һәм Каспий диңгеҙендә бикре, севрюга, белуга, ҡара һырт, вобла, сазан, йәйен, суртан, һыла һ. б. балыҡтар бар.
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары
- Федераль әһәмиәттәге дәүләт тәбиғәт заказнигы «Аграханский»[3].
Remove ads
Тарих
Кизляр районы 1920 йылда барлыҡҡа килә, 22 февраль 1938 йыл-22 март 1944 йыл Орджоникидзе крайы Кизляр округы составында була.22 март 1944 йыл — 9 ғинуар 1957 йыл — Грозный өлкәһе составына ҡушыла . 9 ғинуар, 1957 йыл - Дағстан АССР-ы составына тапшырыла.
РСФСР Юғары Советы Президиумының Указы буйынса 1963 йылда Кизляр районынаТарумовский районы ҡушыла. 1965 йылдың мартында Кизляр һәм Тарумовский райондары элекке сиктәренә кире ҡайтарыла.
Remove ads
Халыҡ
Рәсәй Хөкүмәтенең Иҡтисадты үҫтереү министрлығының күҙаллауы буйынса район халҡының һаны түбәндәгесә буласаҡ:
- 2024 — 77,28 мең кеше
- 2035 — 85,62 мең кеше
2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың милли составы:
Бөтөрөлгән тораҡ пункттары
Акайкино, Бессарабия, Бирючка, Бутылкино, Ларин исемендәге ауыл, Росламбейчик, Чаканный, Шелковский.
Иҡтисад
Кизляр районының төп иҡтисады — ауыл хужалығы:
1. Йыл әйләнәһенә көтөүҙәге малсылыҡ.
2. Балыҡсылыҡ.
3. Йөҙөм үҫтереү[4].
4. Иген культураларын үҫтереү таралған, мәҫәлән, дөгө, баҡса, йәшелсә культуралары үҫтереү.
Дин
- Күпселек ауылдарҙа мәсет бар.
- Православие ҡорамдары райондың Владикавказ һәм Махачка епархияһының Кизляр мәнфәғәтенә инә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads