Музалар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Музалар
Remove ads

Музалар (бор. грек μοῦσα, күплектә — μοῦσαι; «аҡыллы, дөрөҫ фекерләүсе») боронғо грек мифологияһындағы алиһәләр[1], алла Зевс менән титанида Мнемосинаның[2] йә сәнғәт һәм фәндәрҙе ҡурсалаусы Гармонияның[3] ҡыҙҙары. Парнастайәшәгәндәр. Бынан тыш, музаларҙың йәшәү урыны тип Беотиялағы Геликон тауы һаналған, унда изге шишмәләр, илһам сығанаҡтары — Аганиппа һәм Гиппокрен урғылып сығып ятҡан. Музаларҙан, башта хәҙерге мәғәнәлә музыканы ғына түгел, ә музалар эшмәкәрлеге менән бәйле һәр сәнғәтте йәки фәнде аңлатҡан (грек. сифаты μουσική, күҙ уңында тотола τέχνη йәки ἐπιστήμη), хәҙерге «музыка» һүҙе килеп сыҡҡан. Музаларға ғибәҙәтханалар бағышланған, улар мусейондар тип аталған (был һүҙҙән «музей» һүҙе килеп сыҡҡан).

Thumb
Музалар саркофагы (б. э. II быуаты) Лувр, Париж). Һулдан уңға: Каллиопа (төргәк менән), Талия (ҡулына битлек тотҡан), Эрато, Эвтерпа (тынлы музыка ҡоралы менән), Полигимния, Клио, Терпсихора (кифара менән), Урания (таяҡ һәм глобус менән), Мельпомена (битенә театр битлеге кейгән)

Ҙур әҙәбиәттә музалар «Илиада» һәм «Одиссея» (XXIV: 60) әҫәрҙәрендә тәүләп телгә алына.

Remove ads

Туғыҙ ҡурсалаусы муза

Ентеклерәк мәғлүмәт Һүрәте, Исеме ...
Remove ads

Музаларҙың эпитеттары

  • Аонидтар[4]. Музаларҙың сығышы Беотиянан булыуына күрһәтеүсе топоним (өсөһөнөң: Аэда — вокал музыкаһы музаһы, Мелета — мәғариф һәм уҡытыу музаһы һәм Мнема — хәтирәләр музаһы; йәиһә дүртеһенең: Аэда, Мелета, Телксиноя һәм Архе).
  • Пиеридалар[5]. Беренсе фараз буйынса, фракийлылар музаларға тәүләп табына башлаған урын, Олимп янындағы Пиерия биҫтәһе топонимы. Икенсе фараз буйынса, эпитет Беотияға килеп урынлашҡан һәм хәҙерге көнгә тиклем һаҡланмаған Феспии торағында музалар культына нигеҙ һалған легендар батша фракийлы Пиер исеменән алынған.
  • Эагри́дтар (юнан. Οιαγρίδες). Уларҙың Фракия батшаһы Эагр менән бәйле булыуына күрһәтеүсе эпитет. Бер фараз буйынса, Эагр Каллиопаның ире һәм Орфей менән Линдың атаһы булған. Латин шағирҙарының исеменә ҡушылған «эагрийский» (Oeāgrius) сифаты — ул орфический һәм фракийский тигәнде лә аңлата. Улар Дионис менән сәйәхәт иткән[6].
  • Пермес апалы-һеңлеләре[7]. Ҡара: Вергилий. Буколики VI 64 (Пермес йылғаһы)
  • Илисиадтар. Илиса йылғаһы буйындағы ҡорбан салыу урыны атамаһынан[8].
  • Пимплеидтар[9].
  • Мнемонидтар[10][11] — үҙҙәренең әсәләре Мнемосина исеме менән бәйле музалар.
Remove ads

Өлкән музалар

Ҡайһы берҙә өс муза хаҡында һүҙ алып баралар[12] (Эфор Кимский фекере шундай[13]). Алкман музаларҙы Уран менән Геяның ҡыҙҙары тигән[14]. Мимнермға ярашлы, Уран[15] һәм Геяның ҡыҙҙары[16]. Патр Мнасейы шулай уҡ музалар Уран менән Геяның ҡыҙҙары, һәм улар дүртәү булған тигән[13].

Марк Туллий Цицеронға ярашлы[17], музаларҙың беренсе быуыны йәки өлкән музаларҙың атаһы Юпитер — Һауа улы һәм Минерваның атаһы. Цицеронға ярашлы, туғыҙ музанан торған икенсе быуын Юпитер һәм Мнемосинанан, ә өсөнсө быуыны (пиеридалар һәм пиериялар) — шул уҡ исемле туғыҙ муза — Пиерон һәм Зеф һәм Амфиондың әсәһе Антиопанан тыуған.

Марк Теренций Варронға[18] һәм Децим Магн Авсонийға ярашлы[19], Киферон халҡы өс музаның баҡыр статуяларын эшләтеү өсөн өс оҫтаны яллаған. Шулар араһынан иң яҡшыларын һайлап алып Аполлон ғибәҙәтханаһына ҡуйырға ниәтләгәндәр. Әммә һындарҙың бөтәһе лә иҫ киткес матур булғанлыҡтан, халыҡ иң-иңен һайлап ала алмаған. Ахырҙа туғыҙ статуяның барыһын да һатып алғандар һәм, изгеләндереп, ҡорамға урынлаштырғандар, ә һуңғараҡ шағир Гесиод уларға яңы исемдәр биргән.

Алоадтар музалары

Географ Павсанийға ярашлы[20], Алоадтар уларҙы хөрмәтләй башлаған өлкән музалар: Мелета, Мнема һәм Аэда. Аполлодорҙа өлкән музалар юҡ.

  • Аэда («Песнь»). Өлкән музаларҙың береһе[17];
  • Мелета («Опытность»). Өлкән муза[17];
  • Мнема («Память»). Өлкән муза[20], Орфей уны телгә алған[21].

Дельфий версияһы

Плутарх яҙып ҡалдырған Дельфа халҡының күҙаллауҙары буйынса[22], үҙ-ара гармонияла торған йыһандың өс өлөшө менән бәйле өс муза. Гректар ҡабул иткән тауыш рәтенең тулы системаһы (ҡылдары) исемдәре менән аталған:

  • Гипата (Hypate) («Үрге», йәғнм тауышы иң түбән булған өҫкө ҡыл, йондоҙло күктең хәрәкәтләнмәгән йондоҙҙарын ҡурсалай.
Ҡыҫҡа факттар
  • Меса (Mese (mythology)) («Урта»), планеталар сфераһын (өлкә) ҡурсалай.
  • Нета, йәки Нэта (Nete (mythology)) («Сикке», иң юғары тауыш), Ай аҫты донъяһын ҡурсалай.

Аполлондың ҡыҙҙары

Евмел Коринфский буйынса, Аполлондың ҡыҙҙары: Кефисо, Аполлонида һәм Борисфенида[23].

  • Йәки өлкән музалар — Икенсе Зевстың ҡыҙҙары: Телксиопа, Аэда, Арха, Мелета[17].
  • Мусей Крондан тыуған өлкән музалар хаҡында һөйләй[24].
Remove ads

Башҡа варианттар буйынса музалар исемлеге

Кратет буйынса, һигеҙ муза булған[13], Мефимндан Миртил әйткәнсә — йә ете лә йә туғыҙ (ҡара: Мифы островов Эгейского моря#Лесбос, Мегакло тураһында).

Thumb
«Минерва һәм музалар»
(рәссам Ганс Роттенхаммер)

Цецҡа ярашлы

Цец туғыҙ музаны атай: Терпсихора һәм Эвтерпа Гесиодҡа тап килә, һәм ҡалған етеһенең исемдәре Гелика, Дия, Евника, Каллихора, Фелксиноя, Энкелада, Энопа булған[25]. XLII Юпитерҙың юлдашы Фелксиноя (Тельксиное) исеме менән аталған.

Эпихармға ярашлы

Эпихармға ярашлы, улар етәү булған, һәм исемдәре Нейло (Нило), Тритона, Асопо, Гептапора, Ахелоида, Типопло һәм Родия булған. Былар — Пиерҙың ҡыҙҙары[26].

Туғыҙ Пиерида

Пиерҙың туғыҙ ҡыҙы музалар менән ярышта отолған һәм ҡоштарға әйләнгәндәр. Был миф объяснял происхождение синонима слова «Муза» атамаһының синонимы — Пиеридаларҙың килеп сығышын аңлатҡан.

Бик матур сәскә атҡан арсалылар (вересковые) ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡлыҡтар төрөнөң исеме лә шул һүҙҙән — Пиерис (Pieris).

Thumb
Парнас — обиталище муз.
(Рафаэль Санти станцтары)

Музаларҙың башҡа исемдәре

  • Гимно Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Каллихора Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Полиматия Сикионлылар өс музаның береһен шулай атайҙар[28].
  • Стесихора Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
  • Хоро (йәки Хороника). Вазаларҙа яҙылған атамалар буйынса[27].
Remove ads

Музалар әҙәбиәттә

Уларға Гомерҙың XXV гимны һәм LXXVI орфик гимн бағышланған. МузаларғаСофоклдың бер юлы ла хәҙерге көнгә тиклем килеп етмәгән «Музалар» пьесаһы арналған булған. Месомед Критский ноталары һаҡланып килеп еткән «Музаға» гимнын яҙған.

Астрономияла

1906 йылда асылған астероид (600) Муза музалар хөрмәтенә аталған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Евфема — Музаларҙы Туйындырыусы.
  • Кротос

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads