Коперниций
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Коперниций (лат. Copernicium, Cn; элегерәк унунбий (лат. Ununbium, Uub), коперникий һәм эка-терегөмөш) атамалары ҡулланылған — 112-се химик элемент. Билдәле изотоптарынан иң тотороҡло ядроһы 285Cn, 112 протондан, 173 нейтрондан тора һәм ярым тарҡалыу осоро 34 секунд тирәһе тәшкил итә, был нуклидтың атом массаһы 285,177(4) а. 285,177(4) а. 285,177(4) а. тигеҙ. Ул да цинк, кадмий һәм терегөмөш ингән химик төркөмгә ҡарай.
Remove ads
112 | Коперниций |
285 | |
5f146d107s2 |
Remove ads
Тарихы
Коперниций тәүге тапҡыр 1996 йылдың 9 февралендә Германияла, Дармштадт ҡалаһында Ауыр иондар институтында синтезланған (нем. Gesellschaft für Schwerionenforschung, GSI) [1].
Коперницийҙың ауырыраҡ изотоптары һуңғараҡ (2000 һәм 2004 йылдарҙа) Берләштерелгән ядро тикшеренеүҙәре институтында (Дубна, Рәсәй) флеровий изотоптары тарҡалғанда барлыҡҡа килгән матдәләр булараҡ алына[2][3][4].
112-се элементтың асылыуы 2009 йылдың майында[5] Халыҡ-ара теоретик һәм ғәмәли химия союзы тарафынан таныла, шунан һуң уның исемен раҫлау процесы башлана
Remove ads
Исеме
GSI ғалимдары 112-се элемент өсөн Николай Коперник хөрмәтенә Copernicium (Cn) исемен тәҡдим итә. 2010 йылдың 19 февралендә, Коперниктың тыуған көнөндә, ИЮПАК элементтың исемен рәсми рәүештә раҫлай[6].[7] Киң мәғлүмәт сараларында элемент "коперниций" (урыҫ телендәге вариант) тип тә, "коперникий" тип тә атала.
Билдәле изотоптары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads