Королева Елизавета утрауҙары

Канада Арктик архипелагының иң төньяҡ өлөшө: Нунавут һәм Төньяҡ-Көнбайыш биләмәләренә ҡараған төрлө ҙурлыҡтағы утрауҙар булып тора. From Wikipedia, the free encyclopedia

Королева Елизавета утрауҙарыmap
Remove ads

Королева Елизавета утрауҙары (bнгл. Queen Elizabeth Islands, фр. Îles de la Reine-Élisabeth; элек Парри утрауҙары йәки Парри архипелагы булараҡ билдәле) — Канада Арктика архипелагының иң төньяҡ өлөшө: Нунавут һәм Төньяҡ-Көнбайыш биләмәләренә ҡараған төрлө ҙурлыҡтағы утрауҙар төркөмө булып тора.

Ҡыҫҡа факттар Королева Елизавета утрауҙары, Характеристикалар ...
Remove ads

Географияһы

Thumb
Барбо-пик (2616 метр) Элсмир утрауының, архипелагтың һәм Нунавут биләмәһенең иң бейек түбәһе

Утрауҙар Төньяҡ Боҙло океан бассейнында ята:

Мак-Клур, Вайкаунт́-Мелвилл, Барроу, Ланкастер (инглиз телле сығанаҡтарҙа был дүрт боғаҙ Parry Channel (Парри боғаҙы) тип атала) боғаҙҙары системаһынан төньяҡтараҡ..

Утрауҙар формаһы буйынса өсмөйөшкә тартым: түбәһендә — Элсмир утрауы , ә нигеҙендә Принс-Патрик, Мелвилл, Батерст, Корнуоллис, Девон[1] утрауҙары ята.

Thumb
Королева Елизавета утрауҙары, Төньяҡ Канада.



     Нунавут     Северо-Западные территории     Квебек     Гренландия

Исеме алмаштырылғандан һуң, Парри архипелагы термины архипелагтың көньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн (Принс-Патрик, Мелвилл, Батерст, Борден, Маккензи-Кинг, Корнуоллис утрауҙары һәм уларҙы уратып алған ваҡ утрауҙар) ҡулланылыуын дауам итә[2].

Башҡа утрауҙарҙың бер өлөшөн (Амунд-Рингнес, Аксель-Хейберг, Эллеф-Рингнес, Корнуолл) Свердрупа утрауҙары төркөмөнә индерәләр[3].

Ҡайһы бер утрауҙар уйһыу рельефлы, икенселәре 300—600 метр бейеклектәге яҫы яйланан ғибарәт. Девон утрауында тау һырттары 1921 метрға тиклем күтәрелә.

Иң таулыһы — архипелагтың иң ҙур утрауы — Элсмир, унда Барбо түбәһе урынлашҡан (2616 метр) — Элсмир утрауының, архипелагтың һәм Нунавут биләмәһенең иң бейек түбәһе.

Утрауҙарҙың климаты бик ҡаты, арктик. Утрауҙар поляр сүллектәр менән ҡапланған.

Утрауҙарҙың дөйөм майҙаны 419 061 км² тәшкил итә[4]. Утрауҙарҙың күбеһе Ер шарындағы иң ҙурҙар иҫәбенә инә, шуларҙың иң ҙуры — Элсмир, икенсеһе — Девон.

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Утрау ...
Remove ads

Тарихы

Утрауҙар европалылар тарафынан тәүге тапҡыр 1616 йылда асыла. Британ адмиралтействоһы атаманы инглиз арктик сәйәхәтсеһе У. Э. Парри хөрмәтенә бирә. Ул архипелагты 1819—1820 йылдарҙа аса. Һуңынан, 1953 йылда Елизавета II Канада королеваһы булараҡ тәхеткә ултырғандан һуң, утрауҙар уның хөрмәтенә атала.

Халҡы

Халыҡ һаны — 375 кеше (2006). Иң ҙур торама пункттар — Корнуоллис утрауындағы Резольют (229 кеше) һәм Элсмирҙағы Грис-Фьорд (141 кеше) ҡасабалары. Элсмирҙа шулай уҡ донъялағы иң төньяҡ торама пункт — Алерт урынлашҡан (5 кеше). Башҡа утрауҙарҙа даими йәшәүселәр юҡ. Төп хужалыҡ эшмәкәрлеге — нефть быраулау.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads