Крей

From Wikipedia, the free encyclopedia

Крейmap
Remove ads

Крей (франц. Creil) — Францияның төньяғында О-де-Франс төбәге Уаза департаменты Санлис округы Санлис кантоны үҙәге ҡалаһы. Бованан көньяҡ -көнбайышҡа табан 39 км-ҙа, Париждан төньяҡта 48 км-ҙа, Уаза йылғаһының ике ярында урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Архивы хранятся в ...

Халыҡ һаны (2014) — 92 234 кеше.

Remove ads

Тарих

633 йылда был урын беренсе тапҡыр телгә алына. X быуатта Уаза йылғаһындағы Сен-Морис утрауында де Санлис сеньорҙары тарафынан һарай (замок) төҙөлә. XIII быуатта король Людовик IX уны һатып ала, һәм ул король резиденцияларының береһе була. 1358 йылда Крей Жакерияның үҙәге була, бер быуаттан һуң ҡала районы Йөҙ йыллыҡ һуғыш урынына әүерелә.

1797 йылда Париждан бер төркөм халыҡ ҡаланың үҫешенә итмпульс биреүсе гәүһәр (хрусталь) етештереүсе завод аса. Тиҙҙән завод керамик изделиелар сығарыу заводына әйләндерелә һәм Крей халҡының күп өлөшө өсөн эш урыны булып тора. 1810 йылда Сен-Квентин каналы асыла, ул Уазаны Шельде менән бәйләй, ҡалала яңы, башлыса керамика һәм күн, производстволары асыла.

1840 йылда ҡала тарихының яңы этабы башлана, Париж-Лилль тимер юлы Крей аша үтә. Тимер юл үҙәге Уаза йылғаһының быға тиклем аҙ үҙләштерелгән уң яҡ ярында төҙөлә. Артабан бында ҡара һәм төҫлө металлургия предприятиелары төҙөлә башлай.

70-се йылдарҙа ҡала халҡы бында торлаҡ йорттары төҙөлөү сәбәпле ҡырҡа үҫеп китә. Париждың хеҙмәт мигранттары, башлыса Төньяҡ Африканан килгәндәре, бында күпләп йәшәй башлай.

Remove ads

Иҫтәлекле урындар

  • Изге Медар сиркәүе .
  • Уаза йылғаһының уртаһындағы Сен-Морис утрауындағы король һарайы ҡалдыҡтары, шул иҫәптән әлегә тиклем һаҡланып ҡалған манараларҙың береһе
  • Галле -Жюйе ҡалаһының керамика һәм фаянс музейы. Ул элекке һарай урынында төҙөлгән.
  • «Мөхәббәт ҡорамы» — Сен-Морис утрауындағы боронғо тирмән бинаһы, диуар эсендәге барельефтары арҡаһында шулай аталған
  • Мэрия бинаһы
  • XIX быуаттың «Ле Лидо» театры бинаһы
Remove ads

Иҡтисад

Халыҡ мәшғүллеге структураһы:

  • ауыл хужалығы — 0,1 %
  • сәнәғәт — 6,1 %
  • төҙөлөш — 3,3 %
  • сауҙа, транспорт һәм кешеләргә хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә — 33,6 %
  • дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр — 56,9 %

Эшһеҙлек кимәле (2013) — 25,0 % (дөйөм алғанда, Францияла — 13,5 %, Уаза департаментында — 13,7 %). 1 кешегә уртаса килем (2013) — 14 104 евро (дөйөм алғанда Францияла — 20 185, Уаза департаментында — 20 633).

Хакимиәте

Крей мэры вазифаһын 2008 йылдан алып Социалистик партия ағзаһы Жан-Клод Вильмен (Jean-Claude Villemain) биләй, ул Уаза департаментында Крей кантоны Советы вәкиле. 2014 йылдағы муниципаль һайлауҙарҙа ул етәкләгән социалистар блогы, 2 турҙа өс блок араһында һайлаусыларҙың 40,02 % тауышын алып, еңеп сыға.

Ентеклерәк мәғлүмәт Кандидат, Партия ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Кандидаттар, Партиялар ...
Remove ads

Демографик хәле

Туғанлашҡан ҡалалары

Данлыҡлы кешеләре

  • Матур Карл IV (1294—1328), Франция короле
  • Жан Луи Тюилье (1757—1822), ботаник, баҡсасы
  • Эрик Верт (1956), сәйәси эшмәкәр, Франция Милли йыйылышы депутаты, элекке министр

Һылтанмалар

Галереяһы

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads