Куала-Лумпур
Малайзияның баш ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Куа́ла-Лу́мпур[1] (мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur, тәржемәһе: «бысраҡ тамаҡ»; джавиكوالا لومڤور) — Малайзияның баш ҡалаһы.
2009 йылға ҡарата халҡы 1 809 699 кеше тәшкил итә.
Remove ads
География
Куала-Лумпур ҡалаһы Малакка ярымутрауының көньяҡ-көнбайышында Кланг һәм Гомбак йылғалары араһындағы түбән таулы үҙәндә урынлашҡан.
Климат
Куала-Лумпур экваториаль климат бүлкәтендә ята. Күп миҡдарҙа яуым-төшөм (йылына уртаса 2627 мм) күҙәтелә. Йыл әйләнәһенә эҫе һәм дымлы була. Ҡойма ямғырҙар тигеҙ дәүмәлдә йыл дауамында тиерлек яуа, июнь-август айҙарында уның күләме аҙыраҡ кәмей.
Ҡалала температура бер ваҡытта ла 38,5 °C-тан юғары күтәрелмәй һәм 17,8 °C-тан төшмәй. Уртаса тәүлек максимумдары 30—33 °C кимәлендә, минимумдары — 23—25 °C.
Remove ads
Тарих
Куала-Лумпурға 1857 йылда нигеҙ һалына. 1880 йылдан алып 1978 йылға тиклем — Селангор провинцияһы (штаты) үҙәге. 1946—1957 йылдарҙа шул уҡ ваҡытта британия колонияһы үҙәге, 1957—1963 бойондороҡһоҙ Малайя Федерацияһының баш ҡалаһы[2].
Һуңғы модернизм һәм постмодернизм
- Петронас башнялары (452 метр, 88 ҡат — донъялағы иң бейек ҡоролмаларҙың береһе)
- Петронас башнялары төндә
Башҡа иҫтәлекле урындары
- 5 ҙур парктар (иң әһәмиәтлеһе — «Үҙәк күлле парк» (мал. Taman Tasik Perdana): орхидеялар паркы, күбәләктәр паркы, ҡоштар паркы, Милли мәсет, Ислам сәнғәте музейы, Милли монумент, кәмә станциялары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, асыҡ эстрада менән) һәм бихисап скверҙар.
- ҡала янында «Zoo Negara» гигант зоопаркы.
- ҡайһы бер битләүҙәрҙә кеше аяғы баҫмаған һаҡланған урман участкалары (Bukit Nanas).
- ҡытай кварталы.
- музей менән һөнәрселек комплексы (Kompleks Kraf).
- Royal Selangor фабрикаһының туристик үҙәге.
- ҡала үҙәгендә Kampung Bahru малай ауылы.
- П. Рамли мемориаль музейы.
- Ҡоштар паркы өҫтөнән ауы
- Ҡоштар паркындағы күренеш
- Фламинго менән быуа
- Ҡояшлы аратинга
- Токо тукан
Куала-Лумпурҙың төнгө панорамаһы
Туғандаш-ҡалалар
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads