Курессааре

From Wikipedia, the free encyclopedia

Курессаареmap
Remove ads

Курессааре (эст. Kuressaare — курга (мн. куред) аист (ҡауҙы) тигәнде аңлата , ә саар — утрау,йәғни — Ҡауҙы утрауҙары, 1917 йылдға тиклем Аренсбург (нем. A(h)rensburg) — Орлиный замок, örn (ислами.) — бөркөт замогы, 19521988 йылда Кингисепп; эст. Kingissepa) — Эстония ҡалаһы, Саарема утрауында урынлашҡан, ҡасандыр бөтә архипелагты шулай атағандар, ә утрау Курессааре тип аталған, ул Сааремаа өйәҙенең иң эре тораҡ пункты һәм административ үҙәге. Ҡалала Роомассааре диңгеҙ гаваны һәм шул исемдәге аэропорт урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Географик урыны

Курессааре ҡалаһы Рига ҡултығында, Сааремаа ҙур эстон утрауының көньяҡ ярында, урынлашҡан. Эстонияның иң көнбайыш ҡалаһы.

Климат

Ҡала климатҡа уртаса-диңгеҙ климатынан уртаса-континенталь климатҡа күсеүсе, ҡышын йылы, йәйҙәре һалҡынса. Уртаса һауа дымлылығы — 82 % (74 % май — июндә) ҡышын — 87 процент)[4]

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Тарих

Thumb
1785 йылда ҡала гербы

Нигеҙләнеүе һәм Урта быуаттарҙа үҫеше.

Археологтар фекеренсә, башта һарай урынында баҙар һәм ағас ҡаралтылары булған

Хәҙерге Курессааре элекке руханиҙар замогы урынында тора. Был турала 1381 йылғы йылъяҙмаларҙа телгә алына.

1559 йылда ҡаланы Дания короллегенә һатҡандар, шунан һуң, 1563 йылдың 8 майында, уға ҡала хартияһы һәм, Ригаға оҡшатып, ҡала статусы бирелә.

Бремсебрус килешеүе буйынса ҡала 1645 йылда Швед короллеге идараһы аҫтына бирелә һәм уның юрисдикцияһы аҫтында 1721 йылға тиклем тора.

Тәүге тапҡыр ҡаланың швед контролендә тотолоуы 1710 йылда өҙөлә, 15 (26) августа рус армияһы ҡаланы яндыра. 1721 йылда, Ништадт тыныслыҡ килешеүе буйынса, ҡала рәсми рәүештә Рәсәй империяһының составына индерелә.

Рәсәй империяһы ваҡытында ҡала

1721-1917 йылдарҙа ҡала рәсми рәүештә Рәсәй империяһы составында тора, унда юғары класс кешеләре өсөн курорт булдырыла Екатерина II тарафынан 1785 йылдың 30 апрелендә (11 май) Аренсбург ҡәлғәһе ҡәмәлдән сығарыла.

Шул уҡ йылда бындағы швед милләтле халыҡтар Бөйөк Екатерина указына ярашлы утрауҙы ташлап Украинаның Старошведский ауылына күсеп китергә мәжбүр була.

Беренсе донъя һуғышы барышында ҡала 1917 йылдың 1 (14) октябрендә Германия ғәскәрҙәре тарафынан Моонзунд хәрби операцияһы ваҡытында оккупациялана.

Эстония территорияһы

1918 йылдың аҙағында бынан Германия оккупацион ғәскәрҙәре сығарылға, ҡала бойондороҡһоҙ Эстон Республикаһы сотавына инә һәм Сааремаа өйәҙенең административ үҙәге була. Эстон бойондороҡһоҙлоғо осоронда ҡала — Курессааре тип атала.

Совет осоро

1940 йылда ҡала Эстон ССР-ы составына инә.

Бөйөк ватан һуғышы осоронда, 1941 йылдың 22 сентябрендә, ҡала германия ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 1944 йылдың 7 октябрендә Ленинград фронтының 8-се армияһы Моондзун десант операцияһы барышында уҡсылар корпусы һәм 7-се эстон уҡсылар дивизияһы тарафынан азат ителә.

26 сентябрь, 1950 йыл. Ҡала Курессааре районының үҙәгенә әйләнә.


Йәй 1980 йыл. Курессааре һарайында һәм уның тирә-йүнендә «Укртелефильм» студияһы тарафынан «Лючия ди Ламмермур» фильмы төшөрөлә

Remove ads

Халыҡ

Халыҡ һаны

1825[5] 1833[6] 1840[7] 1847[8] 1856[9] 1863 1867 1881[10] 1897[11] 1922[12] 1934[13] 1939[14] 1940[14] 1941[14] 1959[15] 1970[16] 1979[17] 1989[18] 2000[18] 2010 2012
1691 1685 2993 2725 3736 3378 3256 3454 4603 3364 4478 4948 4474 3936 9720 220 12 260 14 356 16 830 14 977 14 441 13

Милли составы

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләте, иҫәптән ...

Халыҡтың конфессиональ составы

Ентеклерәк мәғлүмәт Дин тотоу, иҫәптән ...

Иҫкәрмә.2000 йылдарҙағы мәғлүмәткә бары тик 15 йәшкә тиклемге кешеләр генә индерелгән..

Ҡаланың төп шөғөлө — балыҡ тотоу, туризмд, ауыл хужалығы.

Remove ads

Тыуып үҫкән һәм йәшәгән

  • Аавик, Эвальд (р. 1941) — эстон актеры, Эстония ССР-ының халыҡ артисы (1982).
  • Бод, Александр Адольфович (18651939) — филолог, тел уҡытыусыһы (боронғо телдәр уҡытыусыһы).
  • Востоков, Александр Христофорович (17811864) — филолог, академик, «славян телдәре» терминын индереүсе.
  • Каны, Луис Исраэль (19011974) — америка архитектор.
  • Кингисепп, Виктор Эдуардович (18881922) — Эстонияның коммунистар партияһына нигеҙ һалыусы. 36 йыл дауамында (19521988 йыл), ҡала уның исемен йөрөтә.
  • Маак, Ричард Карлович (1825—1886) — рәсәй натуралисы, Себер һәм Алыҫ Көнсығышты өйрәнеүсе.
  • Рар, Владимир Федорович (1880—1919) — рус армияһының полковнигы, Рус-япон һуғышында һәм Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Мәскәү ҡалаһын большевиктарҙан 1917 йылда төп һаҡлаусыһы
  • Фрезе, Александр Ермолаевич (1804—1872) — тау инженеры, Алтай сәсмә алтынын иң беренсе асыусы
  • Карл Вильгельм Фрейндлих (1803-1872), эстон яҙыусыһы, шағир, кистер, уҡытыусы[29].
  • Щурупов, Михаил Арефьевич (1815—1901) — рус архитекторы.
Remove ads

Иҫтәлекле урындары

  • Иҫке ҡала (Ратуша, важня, янғын һүндереү депоһы, шулай уҡ бөтә ҡала үҙәге)[30]
  • Епископ һарайы
  • Йоханнес Аавик мемориаль музейы.
  • Кудьяпе зыяраты
  • Ҙур Тылл һәм уның ҡатыны Пирет һәйкәле (скульпторы Тауно Кангро)

Туғанлашҡан ҡалалары

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads