Мәсетле районы ауылдары исемлеге

Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Мәсетле районы ауылдары исемлегеБашҡортостан Республикаһы Мәсетле районы биләмәһендә хәҙерге ваҡытта булған һәм бөткән ауылдарҙың дөйөм исемлеге. Ҡыҫҡа адрес https://w.wiki/xMs

Аңлатма

  • Дөйөм аңлатма
    • Был исемлек төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтте ҡулланып беренсе тапҡыр 2005 йылда төҙөлдө һәм артабан яңы табылған сығанаҡтарҙы файҙаланып даими рәүештә асыҡлауҙар индереп барыла. Исемлек башта Урыҫ Википедияһында алып барылды, 2012 йылда Башҡорт Википедияһында булдырылды.
    • Ҡулланылған сығанаҡтар Әҙәбиәт һәм Иҫкәрмәлер бүлегендә күрһәтелгән.
    • Һәр кем Башҡорт Википедияһындағы исемлеккә үҙе белгән мәғлүмәтте ирекле рәүештә өҫтәй ала. Әммә мәғлүмәт ҡайҙан алыныуы тураһында иҫкәрмә биреү зарур.
    • Килеп тыуған һорау, фекер йәки тәҡдимде фекер алышыу битендә яҙырға кәрәк.
    • Шулай уҡ Урыҫ Википедияһындағы исемлекте тулыландырырға мөмким.
  • ОКАТО
    • Рәсәй Федерацияһында дөйөм ҡулланылған ОКАТО коды. Исемлекте төҙөү ваҡытына ҡарата ҡуйылды. Артабан кодтар үҙгәрһә яңыларын яҙырға кәрәк. Элекке кодтарын (йәйә) эсенә алып яҙылһа булған үҙгәрештәрҙе күреп буласаҡ.
    • 1996 йылда рәсми ҡуллана башлау сәбәпле, шул йылға тиклем бөткән элекке ауылдарҙың ОКАТО коды юҡ. Шуға күрә ( х ) шартлы билдәһе ҡуйылған.
  • Ауылдар исеме
    • 1940 йылғы рәсми китап[1] ауылдар исемлегенә нигеҙ итеп алынды, сөнки ул йылғы китап иң күп ауыл исемдәрен үҙ эсенә ала. 1940 йылғы исемлеккә, география фәне ҡанунына ярашлы, һәр айырым тораҡ урындары индерелегән, шул иҫәптән кеше йәшәгән утар, кардон, умарталыҡ, тирмән, ферм айырым күрһәтелгән.
    • Был исемлектә ауылдар хәҙерге ауыл советтары ҡарамағында бирелгән. Бындай тәртип бөткән ауылдаҙың ҡайһы тирәлә урынлашҡан булыуын төҫмәрләргә ярҙам итә. Артабан һәр ауылдың координаталарын билдәләргә кәрәк. Унан һуң уларҙы картала күрһәтеп буласаҡ. Һәм исемлекте уҡырға уңайлыраҡ итеп үҙгәртергә буласаҡ.
    • Аңлашылһын өсөн ҡайһы бер бөткән ауылдарҙың урыҫса исеме ҡалдырылды.
  • Барлыҡҡа килгән (йәки рәсми иҫкә алынған) йыл
    • Был исемлеккә барлыҡҡа килгән (йәки рәсми иҫкә алынған) йыл турыһында мәғлүмәт Мәсетле районы энциклопедияһына[2] нигеҙләнеп яҙылды.
    • Башҡорт ауылдары боронғо булыу сәбәпле барлыҡҡа килгән йылдарын аныҡ билдәләү ҡатмарлы. Күп осраҡта 5-се (1795) ревиз яҙмаһы беренсе төп сығанаҡ тип иҫәпләнә, әммә ауылдар 1795 йылдан алдараҡ барлыҡҡа килеүе бәхәсһеҙ. Мөмкин тиклем шул йылдарҙы асыҡларға һәм иҫкә алынған сығанаҡҡа иҫкәрмә яһарға кәрәк.
    • Күсеп килгән урыҫтар, татарҙар, мишәрҙәр, типтәрҙәр төпләгән ауылдарҙың барлыҡҡа килгән йылын башҡорттар менән төҙөгән килешеүҙәре буйынса билдәләп була.
  • Йылдар буйынса халыҡ һаны (кеше) (был бүлексә яҙылып бөтмәгән)
    • Төрлө йылдарҙағы халыҡ һанын сағыштырғанда ике быуаттан ашыу ваҡыт эсендә халыҡ иҫәбен алыу тәртибе төрлө булыуын иҫтә тоторға кәрәк.
    • Халыҡ һаны (кеше) 5-се (1795), 6-сы (1811), 7-се(1816), 8-се (1836), 9-сы (1851), 10-сы (1858) ревиз яҙмаларынан, Өфө губеренаһының бер көнлөк (1865), Рәсәй Империяһының беренсе бөтәдөйөм (1897), Бөтә Рәсәй (1920), Бөтә Союз (1926, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989) һәм Бөтә Рәсәй (2002[3], 2010[4]) халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән тупланды.
    • Ревиз яҙмаларында һалым түләүсе[5] кешеләр генә иҫәпкә алынған. Ревиз яҙмаларын төҙөү ил күләмендә бер нисә йыл дауамында алып барылған, шуға күрә был исемлектә күрһәтелгән йыл һәм дөйөм ил буйынса ҡабул ителгән йыл тура килмәй. Был таблицаға 1795, 1811, 1816, 1834, 1850, 1859 ҡарата ҡуйылған һандар «Һинең шәжәрәң» исемле китаптарҙан[6] алынды. Ҡайһы бер ауылдар тураһында һәм ҡайһы бер йылдар тураһында һандарҙы асыҡлап булманы.
    • 1865 йылғы халыҡ һаны тураһындағы мәғлүмәт 1877 йылда баҫтырылған[7] һәм 2002 йылда ҡабаттан баҫылған[8] йыйынтыҡтан алынған. Ул йыйынтыҡта дөйөм мәғлүмәт 1870 йылға ҡарата тупланған, ә халыҡ һаны тураһында мәғлүмәт 1864 йылдың декаберендә үткәрелгән урындағы халыҡ иҫәбен алыу буйынса бирелә. Шул арҡала бик күп китаптарҙа, шул иҫәптән Мәсетле районы энциклопедияһында, халыҡ һаны 1870 йыл тип бирелә. Һәр мәғлүмәткә иғтибарлы булығыҙ.
    • Рәсәй Империяһының беренсе бөтәдөйөм (1897) халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында бөтә булған халыҡ[9], даими йәшәгән халыҡ[10], теркәлгән халыҡ[11] иҫәпләнгән. Иҫәп алыу 28 ғинуар (яңыса 9 февраль) көнөнә ҡарата үткәрелгән. Ҙур булған (500 кешенән күберәк йәшәгән) ауылдар буйынса ғына мәғлүмәт рәсми баҫтырылыған.
    • 2002, 2010 — даими йәшәгән халыҡ иҫәпкә алынды.
  • Исемлектә ҡулланылған шартлы билдәләр
    • ( Абдулла) — булған (зәңгәр төҫтә) йәки булмаған (ҡыҙыл төҫтә) мәҡәләгә эске һылтанма
    • ( Абдулла (башҡорт яғы)) йәки ( 104 ) — ябай яҙма
    • ( Текст ) — мәғлүмәт әлегә яҙылмаған
    • ( — ) — мәғлүмәт барлығы/юҡлығы асыҡланмаған
    • ( х ) — мәғлүмәт юҡ һәм булыуы мөмкин түгел. Был шартлы билдәне юйырға кәңәш ителмәй
    • (йәшел) артлыҡ — хәҙерге ваҡытта булған ауылдар
    • (һары) артлыҡ — бөткән ауылдар
Remove ads

Исемлек

Ентеклерәк мәғлүмәт ОКАТО, Ауылдар исеме ...
Remove ads

Әҙәбиәт

  1. БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года — Уфа:Государственное издательство, 1941. — 387 с.
  2. Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1952 года. — Уфа:Башкирское книжное издательство, 1953. — 495 с.
  3. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 января 1961 года./Изд. 4-е . — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 428 с.
  4. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление 1 января 1969 года./Изд. 5-е. — Уфа:Башкнигоиздат, 1969. — 432 с.
  5. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа:Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с.
  6. Башкирской АССР. Административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа:Башкирское книжное издательство, 1981. — 384 стр.
  7. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 1999 года. -Уфа:"Башбланкиздат", 1999. — 416 с, 55 картосхем.
  8. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан на 1 января 2007 года. — Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая река», 207. — 416 с.: илл.
  9. Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000. — 166 c.
  10. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа:Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  11. Гатауллин Р.Ш. Села и деревни Кущинского рода. - Уфа:Башкортостанстат, 2007. — 136 с.
  12. Гафаров М.Ф. Мой край родимый Мечетлинский. — Уфа:Мир печати, 2010. — 269 с.
  13. Гафаров М.Ф. Мечетлинская земля богата историей. — Большеустьикинское, 2012. — 104 с.
  14. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.1. — Большеустьикинское, 1996. — 80 с.
  15. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.2. — Большеустьикинское, 1997. — 102 c.
  16. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.3. — Большеустьикинское, 1997. — 65 с.
  17. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.4. — Большеустьикинское, 1997. — 107 с.
  18. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. ч.5. — Большеустьикинское, 1997. — 177 с.
  19. Хажиев Р. З. Есть такая земля — мечетлинская. 75 лет Мечетлинскому району. — Уфа:"Диалог",2005 — 37 с.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads