Никонов Алексей Васильевич
Советтар Союзы Геройы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Никонов Алексей Васильевич (11 март 1911 йыл — 9 июль 1937 йыл) — Испания республика ғәскәрҙәрендәге 4-се айырым механизацияланған бригадаһының «Т-26» танкыһы механик-йөрөтөүсеһе, кесе командир, Советтар Союзы Геройы.
Remove ads
Биографияһы
Алексей Васильевич Никонов 1911 йыл 11 мартында Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Пономаревка районы) Софийское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Рус.
Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Аксенов урта мәктәбендә белем алған. Тракторсылар курсын тамамлаған. Совхозда эшләгән.
Ҡыҙыл Армияла — 1930 йылдан. Кесе командирҙар мәктәбен тамамлаған.
1936 йылдың ноябрь айынан Испанияла Граждандар һуғышында ҡатнаша.
1937 йылдың 9 июлендә Брунете тораҡ пункты районында танкыға снарядтың тура тейеүенән һәләк була.
Никонов Алексей Васильевич батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн 1937 йылдың 22 октябрендә үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған.
Remove ads
Хәтер
- 1947 йылда Советтар Союзы Геройы А. В. Никонов исеме Башҡортостандың Әлшәй районы Аксёнов ҡала тибындағы ҡасабаһындағы урамға бирелә. Мәктәп янында геройға бюст ҡуйылған.
Әҙәбиәт
- В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник. Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. Стр. 315—316.
- Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.
- Кузнецов И. И., Джога И. М. Первые Герои Советского Союза (1936—1939). — Иркутск: 1983.
Һылтанмалар
Никонов Алексей Васильевич . «Герои страны» сайты.
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads