Норвегия ҡышҡы Олимпия уйындарында 2014
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
2014 йылдың 7 февраленән 23 февраленә тиклем Рәсәйҙең Сочи ҡалаһында үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында Норвегиянан 134 спортсы спорттың ун ике төрөндә ҡатнаша. Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Норвегия флагын тау саңғысыһы Аксель Лунд Свиндаль[1], ә ябыу тантанаһында Сочиҙағы Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионы биатлонсы Эйнар Бьёрндален йөрөтә[2].
2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары Норвегия өсөн алдағы ике Ҡышҡы уйындарға ҡарағанда уңышлыраҡ була, унда 26 олимпия миҙалы: 11 алтын, 5 көмөш һәм 10 бронза миҙал яулай. Рәсми булмаған миҙал иҫәбендә Норвегия 1-се урынды биләй. Саңғысы Марит Бьёрген — өс алтын миҙал яулауға өлгәшкән өс спортсының береһе[3]. Уле Эйнар Бьёрндален, Эмиль Хегле Свендсен һәм Йорген Гробак Сочиҙа ике тапҡыр Олимпия чемпионы булалар.
Мартин Йонсруд Сундбиҙың скиатлонда бронза миҙал яулаған финишы ғауғалы була. Финишта Сундби рәсәйле Максим Вылегжанин юлын киҫеп үтә һәм уны өсөнсө булыу мөмкинлегенән мәхрүм итә[4]. Саңғы спорты буйынса Рәсәй Федерацияһы Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһына (ФИС) апелляция бирә. Әммә ФИС мөрәжәғәтте кире ҡаға, бронза миҙалды норвегта ҡалдыра һәм иҫкәртеү генә бирә[5].
Remove ads
Миҙалдар
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads