Норвегия Олимпия уйындарында

From Wikipedia, the free encyclopedia

Норвегия Олимпия уйындарында
Remove ads

Норвегия беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында 1900 йылда (Парижда үтә) ҡатнаша һәм шул ваҡыттан алып, 1904 йылғы Сент-Луистағы уйындарҙан һәм 1980 йылғы Мәскәү уйындарынан тыш, һәр йәйге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Норвегия спортсылары ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге тапҡыр 1924 йылда Шамониҙа сығыш яһай һәм шул ваҡыттан алып һәр ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша.

Ҡыҫҡа факттар Код МОК, НОК ...

Норвегия Олимпия уйындарында ҡатнашҡан осорҙа ҡышҡы уйындарҙа Австрия һәм Лихтенштейн менән бер рәттән йәйге уйындарға ҡарағанда күберәк миҙал яулай.

Норвегия Ҡышҡы Олимпия уйындарын ике тапҡыр ҡабул итә. Олимпиадалар Ослола 1952 йылда һәм 1994 йылда Лиллехаммерҙа үтә.

Олимпия уйындарында сығыш яһау осоронда Норвегия спортсылары йәйге Олимпия уйындарында 152 миҙал яулай: 56 алтын, 49 көмөш һәм 47 бронза. Ҡышҡы Олимпия уйындарында — 368 миҙал (132 алтын, 125 көмөш һәм 111 бронза). Ҡышҡы Олимпия уйындарында яуланған миҙалдар һаны буйынса ул Америкаға ҡарағанда күпкә алда. Туғыҙ тапҡыр (1924, 1928, 1936, 1948, 1952, 1968, 2002, 2018, 2022) норвегтар ҡышҡы Олимпия уйындарының рәсми булмаған миҙал таблицаһында беренсе була.

Күпселек миҙалдарҙы норвегтар саңғы уҙыштары һәм конькиҙа йүгереү спорты буйынса ярыштарҙа яулай. Саңғы уҙышында һәм саңғы икебәйгеһендә алтын наградалар иҫәбе буйынса беренсе урында.

Норвегия милли олимпия комитеты 1900 йылда ойошторола.

Remove ads

Миҙалдар иҫәбе

Ентеклерәк мәғлүмәт Уйындар, Барлығы ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Спорт төрө, Барлығы ...
Remove ads

4 һәм унан күберәк олимпия алтын миҙалы яулаусы Норвегия спортсылары

Thumb
Саңғы ярышы буйынса 8 тапҡыр олимпия чемпионы Бьёрн Дели
Thumb
Тау саңғыһы спорты буйынса 4 тапҡыр олимпия чемпионы Хьетиль Андре Омодт
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Спортсы ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads