Ополе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ополеmap
Remove ads

Ополе (пол. Opole, сил. Uopole), 1945 йылға тиклем Оппельн (нем.Oppeln) — Польшала Одра йылғаһы буйындағы ҡала. Ополе воеводлығының баш ҡалаһы. Төбәктең мәҙәни (филармония, театр) һәм фәнни (университет, политехник институт) үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Тарихы

Ополе Польшаның иң боронғо ҡалаларының береһе булып тора. Ҡала Үрге Силезия тарихи өлкәһендә урынлашҡан һәм Урта быуаттан алып XX быуатҡа тиклем уның баш ҡалаһы булған. Ополе тураһында тәүге тәүге тапҡыр 845 йылда телгә алына. Археологик ҡаҙыу мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе славян ултыраҡтары Острувекта — Одра йылғаһының уртаһында урынлашҡан Пасека утрауының төньяҡ өлөшөндә барлыҡҡа килгән.

Thumb
«Стражница» (1300 тирәһе), Ополе ҡалаһының тарихи үҙәгендә Пяст династияһы башняһы (20-се быуат башында элекке һыу ҡыуҙырғыс башня)

1945 йылға тиклем ҡала Оппельн исеме аҫтында Германия составына ингән. 1945 йылдың 24 ғинуарында һөжүм итеүсе Беренсе Украина фронтының совет ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына һәм һуңынан Потсдам конференцияһы ҡарары менән Польшаға тапшырыла.

Remove ads

Мәғарифы

  • Ополе университеты
  • Ополе политехник институты
  • Юғары банк мәктәбе
  • Идара һәм хакимиәт Юғары мәктәбе
  • Дәүләт медицина юғары профессиональ мәктәбе

Мәҙәниәте

  • Юзеф Эльснер исемендәге Ополе филармонияһы
  • Ян Кохановский исемендәге театр
  • А. Смолька исемендәге Ополе ҡурсаҡ һәм актёр театры.
  • Йыр яланында йыл һайын поляк йыры Фестивале

Дине

  • Ополе епархияһы

Иҫтәлекле урындары

  • Ополе ауылы музейы

Транспорты

Ҡалала дүрт тимер юл станцияһы бар: Ополе-Төп, Ополе-Көнбайыш, Ополе-Көнсығыш, Ополе-Грошовице һәм ике станция пункты: Ополе-Гославицае һәм Ополе-Гротовице. Ҡала пассажирҙар транспорты автобустарҙан тора.

Туғандаш ҡалалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Владислав Опольчик
  • Памятник советским солдатам в Миколине

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads