Пиреней тауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пирене́й (франц. Pyrénées, исп. Pirineos, окс. Pirenèus, кат. Pirineus, баск. Pirinioak) — Бискай ҡултығы һәм Урта диңгеҙ араһында Франция, Испания һәм Андорра илдәрендәге тау системаһы.
Оҙонлоғо — 450 км, бейеклеге — 3404 м-ға тиклем (Ането пигы). Көнбайышында эзбис һәм карст, үҙәгендә кристаллик тоҡомдар, Альп тауҙары рельефы формаһында, боҙлоҡтар (40 мең км²-ға тиклем); көнсығышта таулыҡ һирәгәйә, уйһыулыҡтар менән алышына. Тау битендә — Урта диңгеҙ буйы ҡыуаҡлыҡтары, 1800—2100 м бейеклектә ҡыуаҡтар һәм болондар. Боксит һәм тимер рудаһы ятҡылыҡтары табылған. Пиреней тауҙары мөһим климат бүлгес булып тора. Төньяғында — уртаса климат, көньяғында — субтропик.
Йыртҡыстар тарафынан үлтерелгән, һәм Пиренейҙа ерләнгән антик мифология геройы — Пирена Пиреней эпонимы булып тора[1].
Remove ads
Панорамаһы

Ҡарағыҙ
- Пиреней ярымутрауы
- Винемаль
- Пун һуғыштары
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads