Талица (ҡала)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Талица (ҡала)map
Remove ads

ТалицаРәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһе Талица районы һәм Талица ҡала округының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Координаталар ...
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Географияһы

Ҡала Турин тигеҙлегенең урта өлөшөндә, Пышма йылғаһының уң яҡ ярында (Обь йылғаһы бассейны), Екатеринбургтан көнсығышҡа табан 219 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2]. Талица Төмәндән көнбайышҡа табан 131,7 километр алыҫлыҡта ята.

Ҡала янында ғына шул уҡ атамалағы бальнеологик курорт урын алған. Төп тәбиғи дауалау факторҙары: составында субтермаль (+26 °C) хлорлы натрий, йод-бром булған эсәр һыу дауалау өсөн ҡулланыла (дауалау-эсәр һыу булараҡ, шешәләргә лә тултырыла һәм «Талица һыуы» тип атала). Шулай уҡ аш һеңдереү органдары ауырыуҙарын дауалағанда минераль һыу һәм Маян күле төбөнән алынған сапропель батҡаҡ ванналары тәҡдим ителә. Һыу менән дауалау бүлеге бар.

Талица ҡалаһы климаты уртаса-һалҡын. Яуым-төшөм күп, хатта ҡоро айҙарҙа ла ямғыр йыш була. Кёппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса — бында дымлы континенталь климат.

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Тарихы

Thumb
Герб (эмблема), 1982 йыл

1732 йылда ҙур булмаған шәхси вино-һыра ҡайнатыу предприятиеһы янында барлыҡҡа килгән ҡасаба. Был предприятиены Төмән сауҙагәрҙәре Г. һәм П. Переваловтар аса. 1774-1779 йылдарҙа императрица Екатерина Икенсенең күрһәтмәһе буйынса атап үтелгән шәхси предприятие урынына Талица ҡаҙна вино ҡойоу заводы төҙөлә. Һуңыраҡ ҡасаба халҡы заводтан 7 генә саҡрымда үткән Себер тракты һалыуға йәлеп ителә. XIX быуат башына Талица заводы Рәсәйҙәге иң ҙур вино ҡойоу заводы булып китә һәм йылына 100 меңдән ашыу биҙрә вино эшләп сығара.

Ҡасаба Пермь губернаһының Ҡамышлы өйәҙе составына инә.

XIX быуат башында Талицанан нисә саҡрым алыҫлыҡта Поклевска тимер юл станцияһы асыла. Был станцияға уға нигеҙ һалыусы — билдәле коммерсант А. Ф. Поклевский-Козелл хөрмәтенә уның исеме бирелә. Уның тураһында күренекле урыҫ классигы Н. Мамин-Сибиряк "П-ский" псевдомы аҫтында үҙенең «Һуңғы келәймә» хикәйәһендә телгә ала.

1942 йылдың 19 июнендә Талица эшселәр ҡасабаһына район буйһоноуындағы ҡала статусы бирелә.

1963 йылдың 1 февралендә Талица ҡалаһы Талица ауыл районы составына индерелә[3].

Remove ads

Этимологияһы

Талица һүҙе төрки телендәрендәге таллыҡ һүҙенә барып бәйләнә[4]

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2019 йылдың 1 ғинуарына Талица Рәсәй Федерацияһыындағы 1115[24] ҡала араһында ҡала халҡының һаны буйынса билдәле генә урынды биләй алмай[25].

Remove ads

Иҫтәлекле урындары

  • Н. И. Кузнецов исемендәге Тыуған яҡты өйрәнеү музейы;
  • «Пышма янындағы ҡарағайлыҡ» Милли парк була, әммә тәбиғәт музейы ябыла;
  • Советтар союзы геройы Николай Иванович Кузнецовтың мемориаль музейы;
  • Петропавлов сиркәүе (XIX быуат уртаһы);
  • Поклевский-Козеллдарҙың элекке йорто (1890-сы йй.);
  • Н. И. Кузнецов һәйкәле (1990-сы йылдар башында Украинаның Львов ҡалаһынан күсереп алып ҡайтыла).

Сәнәғәте

Ҡалала Биохимик заводы (эшләмәй), «Талицлес» берекмәһе, полиэтилен торбалар етештереү буйынса «ТЕХСТРОЙ» заводы, Талица-ҡалас комбинаты, ҡош-ҡорт инкубатор станцияһы, Талица баҫылған аяҡ кейемдәре фабрикаһы «Метелица», « Талица һөт фермалары» ЯСЙ-һы — һөт продукцияһы етештереү буйынса завод, вино ҡойоу заводы (емерелгән) ҡала халҡын эш менән тәьмин итә.

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге.II том. Мәскәү. "Русский язык". 1993. 6060 экз. С. 815.

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads