Сапропель
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сапропе́ль (от юнан. σαπρός — серек һәм πηλός — ләм, батҡаҡ) — был күп быуаттар сөсө һыулы сығанаҡтар төбөндә һалына барған үҫемлектәрҙән, планктондан ҡалған органик матдәләргә бик бай серетмә киҫәксәләренән, тере организм ҡалдыҡтарынан, гумустан [1] лигнин гумуслы комплекстан, углеводтарҙан, коллоид рәүешле битумдан һәм башҡаларҙан торған ҡатлам.

Remove ads
Файҙаланыу
Медицинала
Сапропель (сапропель батҡағы) физиотерапияла аппликациялар, шыйығайтылған ләмле ванналар өсөн ҡулланыла.
Ауыл хужалығында
Игенселектә
Ауыл хужалығында сапропель ашлама булараҡ ҡулланыла. Бигерәк тә әсе һәм ҡомло, ҡом ҡатнаш еңел тупраҡтарҙа гумус миҡдары артһын, компост әҙерләү өсөн ҡулланыла һәм һәйбәт һөҙөмтә бирә. (дозаһы - иген культураларына 30-40 т/га; йәшелсә, картуф һәм мал аҙығы баҫыуҙарына – 60-70 т/га).
Сапропель ашламалар тупраҡты үҙлегенән таҙарыуға килтерә, сир тыуҙырыусы үҫемлектәрҙән, үңәҙҙәрҙән, зарарлы микроорганизмдарҙан арындыра. Сапропелдең минераль өлөшөндә бик күп микроэлементтар: Co, Mn, Cu, B, Br, Mo, V, Cr, Be, Ni, Ag, Sn, Pb, As, Ba, Sr, Ti бар. Шулай уҡ төрлө витаминдар, каротиноидтар, ферменттарға ла бай[2][3].
Малсылыҡта
Сапропель кальцийға, тимергә, фосфорға бай, ҡом һәм балсыҡ ҡушылмағанын өҫтәп, ауыл хужалығы малдарының рационына минераль өҫтәмә итеп бирәләр (сусҡаға 1,5 кг тиклем, һыйыр малына 1,5 кг тиклем, тауыҡтарға тәүлегенә 10-15 г)
Remove ads
Сығанаҡтары
Ғәҙәттә ике төрлө сурындан — күлдән һәм торфлыҡтарҙан сығаралар. Бынан тыш күпме запас булыуын билдәләү ауыр булған күтерле батҡылдарҙа ла бының менән шөғөлләнәләр
Диңгеҙ һәм боҙлоҡтарҙан ҡалған батҡаҡлыҡтарҙы ла ҡушһаң, сапропелле биш төр сығанаҡ бар тип һанарға була.
Шулай уҡ ҡара
- Ләм
- Детрит
- Шифалы ләмдәр
- Һаҙ
- Лиман
- Кероген
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads