Тимертау

Ҡаҙағстан ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Тимертау
Remove ads

Тимертау — (рус. Темирта́у, ҡаҙ. Теміртау) — Ҡаҙағстандағы ҡала, Ҡарағанды өлкәһендә урынлашҡан. 1988 йылдың 20 июленән ҡала ҡарамағына Аҡтау ҡасабаһы инә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Этимологияһы

Ҡаланың атамаһы тәржемәһеҙ ҙә аңлашыла — ҡаҙаҡсанан башҡортсаға «Тимер тауы» тип әйләндерелә. Икенсе популяр атамаһы — « Ҡаҙағстан Магниткаһы». Ҡаланы барлыҡҡа килтереп йәшәткән предприятие — Ҡаҙағстандағы иң ҡеүәтле металлургия производствоһы АО «АрселорМиттал Темиртау» (ArcelorMittal)

Тарихы

Thumb
«Металлург» стадионы
Thumb
Тимертауҙың иҫке һәм яңы трамвайҙары — кадрҙа
Thumb
Тимертау урамы
Thumb
Миттал спорт комплексы. Тимертау
Thumb
Автовокзал

Тимертау — өлкә буйһоноуындағы ҡала. Ул республиканың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1945 йылдың 1 октябрендә элекке Сәмәрҡәнд ҡасабаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Ҡаланың һәм уның сәнәғәт объекттарының төҙөлөүе Ҡарағанды күмер бассейнын үҙләштереү осоро менән бәйле.

Яңы барлыҡҡа килә башлаған күмер сәнәғәте электр энергияһына мохтажлыҡ кисерә һәм 1935 йылда ХХ быуат башынан 30 километр алыҫлыҡта йәшәп килгән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы янында гидроузел төҙөлә башлай. 3 йылдан уны тамамлайҙар.

1942 йылда ГРЭС-та беренсе турбогенератор файҙаланыуға тапшырыла.

Иң ауыр һуғыш йылдарында, СССР-ҙың күп сәнәғәт райондары оккупацияланған осорҙа, Дәүләт Оборона Комитеты Ҡарағанды ҡалаһы янында металлургия заводы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.

1944 йылдың 31 декабрендә Ҡаҙағстан металлургия заводы сафҡа инә.

1945 йылдың 1 октябрендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы Президиумы указы менән Сәмәрҡәнд ҡасабаһы Ҡарағанды ҡала яны зонаһы составынан сығарыла һәм Тимертау ҡалаһы тип аталып, үҙаллы ҡала булып үҫешә башлай.

Иҡтисады

  • Хәҙерге ваҡытта ҡаланың майҙаны 29610 га тәшкил итә.
  • Тимертау ҡалаһы составына Аҡтау ҡала тибындағы ҡасаба инә, унда 6 860 кеше йәшәй. Ҡасаба биләмәһендә өс төҙөлөш материалдары етештереү буйынса предприятие — ТОО «Central Asia Cement», ТОО «Карцемент» һәм ТОО «КЗАЦИ» эшмәкәрлек алып бара.
  • Тимертау ҡалаһы үҫешкән инфраструктуралы эре индустриаль үҙәк булып тора. Унда 1662 предприятие эшләй, уларҙың төп өлөшө төҙөлөш менән шөғөлләнә — 386 ойошма, сауҙа өлкәһендә — 323, эшкәртеүсе сәнәғәттә — 183, тау сәнәғәтендә — 9, транспорт һәм элемтә предприятиеларында — 104, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү өлкәһендә — 12, ауыл хужалығында — 1, башҡалары — 604[3]
Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Тимертау халҡы һаны ...


Милли состав (1 ғинуар, 2014 йыл)[5]:

Билдәле шәхестәре

  • Мор Сергей Ярославович (2.07.1969), спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[6].

Туғандаш ҡалалар

Тимертауҙың ике туғандаш ҡалаһы бар[7]:

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads