Триполи

From Wikipedia, the free encyclopedia

Триполиmap
Remove ads

Три́поли[2] (ғәр. طرابلس, Тарабулус, йәғни ғәр. طرابلس الغرب, Тара́булус-әл-Гарб[1], һүҙмә-һүҙ «Көнбайыш Тарабулусы») — Ливияның баш ҡалаһы, ошо уҡ исемдәге муниципалитеттың административ үҙәге. Халҡы — 2007 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 1 780 000 кеше. Ҡала илдең төньяҡ-көнбайышында, Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Статус ...

Триполи — Ливияның иң эре ҡалаһы[1], иң ҙур сауҙа һәм сәнәғәт үҙәге, төп диңгеҙ порты. Бында коммерция ойошмалары, компаниялар вәкиллектәре, Триполи университеты урынлашҡан.

Remove ads

Этимологияһы

Триполи (ˈtrɪpɵli) сығышы менән боронғо грек теленән, бор. юнан. Τρίπολις — «Өс ҡала» тип тәржемә ителә[3]. Башҡа телдәрҙә: ғәр. طرابلس Ṭarābulus  , ғәрәп теленең ливия диалектында: Ṭrābləs  , бербер телендә: Ṭrables.

Географияһы

Триполи артабанғы муниципалитеттар менән сиктәш:

  • көнсығышта — Таджура-ва-Эль-Навахи-Эль-Арба муниципалитеты (Tajura Wa Al Nawahi AlArba');
  • көньяҡ-көнсығышта — Тархуна-ва-Масалата муниципалитеты (Tarhuna Wa Msalata);
  • көньяҡта — Әл-Джифара муниципалитеты (Al Jfara);
  • көнбайышта — Әз-Завия муниципалитеты (Az Zawiyah).

Тарихы

Беҙҙең эраға тиклем VII быуатта Сиртика өлкәһендә финикийҙар тарафынан Эа (лат. Oea) ҡалаһына нигеҙ һалына. Беҙҙең эраға тиклем 1-се меңлек урталарында Триполи урынында финикийҙарҙың өс ҡалаһы — Эа, Сабрата (Sabratha) һәм Лептис-Магна (Leptis Magna) булған, улар Триполитания (бор. юнан. Τρίπολις, «Өс ҡала») провинцияһына берләшкән[4].

46 йылда Триполитания Рим империяһы составына инә, Эа ҡалаһы Триполи исемен ала[4].

1945 йылда Икенсе донъя һуғышы тамамлағас та уҡ ҡалала йәһүдтәргә ҡаршы һөжүмдәр була. Израиль дәүләтен танығандан һуң, был хәл ҡалала йәнә ҡабатлана. Артабанғы ике тҫтә йылдар дауамында йәһүд общинаһы тулыһынса тиерлек Израилгә күсә.

1951 йылда барлыҡҡа килгән Ливия короллегендә ике баш ҡала була: Бенгази һәм Триполи. Триполи 1969—1977 йылдарҙа Ливия Ғәрәп Республикаһының рәсми баш ҡалаһы була[4].

1986 йылдың апрелендә, Америка Ҡушма Штаттарының Ливияны терроризмда ғәйепләүенән һуң, АҠШ авиацияһы Триполи һәм Бенгазиға бомба менән һөжүм итә. Мальта самолеттарҙың Триполи яғына осоуы тураһында хәбәр итеүенә ҡарамаҫтан, ҡаланың һауа һөжүменән һаҡланыу (ПВО) ғәскәрҙәре авиацияға ҡаршы тора алмаған тиерлек. 2003 йылда Ливиянан БМО санкциялары алынғас, Триполи портында йөк ташыу артҡан һәм был ҡала иҡтисадына ыңғай йоғонто яһаған.

2011 йылдың авгусында ҡала Муаммар Каддафи ғәскәрҙәре һәм баш күтәреүселәр араһында хәрби хәрәкәттәр театрына әүерелә.

Транспорт

Thumb
Триполи халыҡ-ара аэропорты

Триполила автомобиль транспорты ғына йөрөй. Күп кеше һыйҙырышлы автобустар юҡ тиерлек, маршрут таксиҙарында осһоҙ хаҡҡа йөрөйҙәр.

Триполиның Бин-Гашир биҫтәһендә, ҡаланан көньяҡҡа табан 34 саҡрым алыҫлыҡта Триполи халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан.

Триполинан көнсығышҡа табан 11 километр алыҫлыҡта «Митига» аэропортынан Бенгазиға һәм Мисратаға эске рейстар, Истанбулға (Төркиә) һәм Алеппоға (Сүриә) халыҡ-ара рейстар башҡарыла.

Remove ads

Элемтә

Ике мобиль операторҙары бар: Almadar һәм Libyana. Мобиль интернет бик арзан. Триполи үҙәгендә бер нисә интернет-кафе бар. Ҡалала телефон-автоматтар юҡ.

Климаты

Урта диңгеҙ буйындағы типик климат хас. Ҡоро эҫе йәйле, ҡышын һалҡынса ямғырлы һәм яуым-төшөмлө (йылына уртаса 242 мм).

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Иҫтәлекле урындары

Thumb
Марк Аврелийҙың триумфаль аркаһы
Thumb
Ас-Сарай-аль-Хамра
  • Истребителде һындырыусы йоҙроҡ скульптураһы
  • Марк Аврелийҙың триумфаль аркаһы
  • Ас-Сарай-аль-Хамра («Ҡыҙыл һарай»)

Башҡа мәғлүмәттәр

Дәүләт ойошмалары Ливияның ҙур булмаған ҡалаларына бүленгән. Хатта Дөйөм милли халыҡ конгресы ла йыл һайын Сирт ҡалаһында үткәрелә, ә баш ҡалала түгел. 1988 йылдың сентябрендә ҡабул ителгән министрлыҡтарҙы радикаль децентрализациялау программаһы сиктәрендә, Ливияның тышҡы бәйләнештәрен тәьмин итеүселәрҙән тыш, периферияға күсерелгән.

Триполи эргәһендә байтаҡ археологик ҡомартҡылар бар.

Йыл һайын Ғүмәр Мөхтәр урамында 2 апрелдән 12 апрелгә тиклем халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе уҙғарыла, унда ғәҙәттә уртаса 30-лаған ил, шул иҫәптән Рәсәй, Украина һәм Беларусь, шулай уҡ 2000-дән ашыу компания һәм ойошма ҡатнаша.

Триполила йәшел зонала урынлашҡан зоопарк бар.

Ҡаланың боронғо өлөшө, мәҙинә — асыҡ һауалағы музей. Ғазап сигеүселәр майҙаны (Йәшел майҙан) — ҡаланың үҙәк майҙаны.

Remove ads

Туғандаш ҡалалар

Галерея

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads