Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Халыҡ-ара хоккей федерацияһы рейтингы (рус. Мировой рейтинг ИИХФ, ингл. IIHF World Ranking) — Халыҡ-ара хоккей федерацияһы (ИИХФ) ағзаһы булған илдәрҙең хоккей буйынса йыйылма командалары рейтингы.

Ҡыҫҡа факттар Спорт төрө, Автор ...

Иҫәпләү системаһы 2003 йылдың 20 сентябрендә Херсониссоста (Крит, Греция) Халыҡ-ара хоккей федерацияһы конгресында раҫлана. Система «милли хоккей программаларының оҙайлы сифатын, шулай уҡ уларҙың халыҡ-ара хоккейға ориентирлашыуын сағылдырыу» өсөн тәғәйенләнгән[1].

Remove ads

Иҫәпләү системаһы

Рейтинг һуңғы Олимпия уйындарында һәм һуңғы дүрт донъя чемпионатында сығыш яһау һөҙөмтәләренә нигеҙләнә. Донъя йәки Олимпия чемпионы 1200 мәрәй йыя. Күрше ике позиция араһында айырма — 20 мәрәй. Мәҫәлән, 14-се урындағы командаға 800 мәрәй, ә 15-се урындағыға 780 мәрәй ҡуйыла. Ә 1-ҙән 2-гә тиклем, 2 һәм 3, 4 һәм 5, 8 һәм 9 урындар араһында айырма 40 мәрәй тәшкил итә[2][3].

Иҫәпләүҙә яҡын арала үткән турнир һөҙөмтәләре күберәк әһәмиәткә эйә. Һуңғы донъя чемпионатына 100, һуңғынан алдағыһына 75 процент ҡуйыла. Олимпиада ла шул уҡ йылдағы донъя чемпионаты менән тиң иҫәпләнә.

Рейтинг киләһе донъя чемпионатында командаларҙы төркөмдәргә бүлеү һәм Ҡышҡы Олимпия уйындарында квалификация турын үткәрмәйенсә ҡатнаша алған командаларҙы билдәләү өсөн ҡулланыла. Был система 2003 йылда барлыҡҡа килә һәм 2002 йылғы Олимпиада һәм 2000—2003 йылдарҙағы донъя чемпионаттары һөҙөмтәләренә нигеҙләнә.

Remove ads

Ирҙәр командалары рейтингы

Ентеклерәк мәғлүмәт Урын, Йыйылма команда ...
Remove ads

Ҡатын-ҡыҙҙар командалары рейтингы

Ентеклерәк мәғлүмәт Урын, Йыйылма команда ...
Remove ads

Ирҙәр йыйылма командалары 2003—2019

Thumb
2003-2018 йылдар рейтингында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаларының үҙгәреш графигы
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Йыйылма команда ...
Remove ads

Ҡатын-ҡыҙҙар командалары 2003—2019

Thumb
2003-2019 йылдар рейтингында ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаларының үҙгәреш графигы
Ентеклерәк мәғлүмәт №, Йыйылма команда ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads